Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Июль , 13:13

ҠАЙҘА ҺИН, МАТРОСОВ? Документаль повесть(1) Рәүеф НАСИРОВ

Фуат Әсәҙуллин бына тағы ни тип яҙа ине: Л. Матросовтың ысын исеме — Шакирйән. Атаһы — Юныс. Шакирйән һуғышҡа тиклем бер нисә мәртәбә тыуған -ауылына ҡайтып күренгән». Әсәҙуллин, был х.ғкта яҡшы белгән ауылдаштарының исемдәрен һанап сығып, Тажикстанда йәшәгән ниндәйҙер Григорий Иванович Черниковтың раҫлауына айырыуса баҫым яһай ине. 

ҠАЙҘА ҺИН, МАТРОСОВ? Документаль повесть(1)   Рәүеф НАСИРОВ
ҠАЙҘА ҺИН, МАТРОСОВ? Документаль повесть(1) Рәүеф НАСИРОВ

ҠАЙҘА ҺИН, МАТРОСОВ?

Документаль повесть

Инеш һүҙ

Бынан биш йыл самаһы элек юлда ғына ишетелгән был хәбәр, бер аҙ ваҡыт үтеүгә шул ҡәҙәр ҡабарыр, борсоулы уйҙарға һалыр тип, мин башыма ла кил термәгәйнем. Ул шулай уҡ, көндәлек мәшәҡәттәрҙе ситкә ҡуйҙырып, яңынан-яңы сәфәрҙәргә алып китер, яңы асыштар яһатыр, әлегә тиклем бөтөнләй ят кешеләрҙе ғәжәпләндереп, уларҙан рәхмәттәр тулы хаттар яҙҙыртыр, хатта бара-тора, үҙ теләктәре менән авторға ярҙам итергә тотонған кешеләр күбәйеп китер һәм, улар һуңынан эҙләнеүҙәрҙе тиҙерәк түңәрәкләп ҡуйыуҙы талап итә башлар, тип һис тә көтмәгәйнем. Әммә барыһы ла шулай килеп сыҡты.

Мин был ғәҙәти генә күренгән журналист шөғөлө менән йөҙҙәрсә, меңдәрсә кешеләрҙең ни өсөн шул тиклем ҡыҙыҡһыныуын, сабырһыҙлыҡ күрһәтеүен тәүҙә бик үк аңламай инем. Аҙағыраҡ ҡына төшөнә башланым: был бит кеше батырлығының сығанаҡтарын аңларға тырышыу ғына түгел, ә күрәләтә ялғанлыҡты фашлап, оло хәҡиҡәтте кире аяҡҡа баҫтырырға ынтылыу ҙа ине. Мин уғата етди темаға барып юлыҡҡанмын икән. Шулай ҙа мин, артыҡ хискә бирелеп китмәҫкә, ә мөмкин тиклем һалҡын ҡанлылыҡ һаҡларға тырыштым; ҡулға килеп эләккән һәр мәғлүмәтте ваҡсыл хисапсы ише тәфсилләп теҙеп сығыуҙы, бер хәбәрҙе лә ҡәләм тейҙереп боҙмауҙы һәм уларҙы бер-береһе менән сағыштырып ҡарауҙы тына бурыс итеп ҡуйҙым.

Ошо шөғөл өҫтөндә көндәр, айҙар үтә торҙо һәм, бара торғас, ваҡ-төйәк нәмәләр бер оло йөктәй өйөлөп китте. Әммә автор, был «йөк» тау үрендә торһа ла, ҡайҙалыр упҡын төбөнә тәкмәсләп төшөп китер, юҡҡа ығыр, тип хафаланманы. Сөнки ул байлыҡты йыйыусы, төйнәп, ныҡлап тарттырып бәйләп ҡуйыусы кешеләр — ышаныслы ине. , Шуға күрә автор ауыр “йөк”кә һаҡлыҡ менән генә йүнәлеш биреүҙе, “тәгәрмәстәр” бата башлаһа, уларҙы таҡырыраҡ юлға сығарышыуҙы ғына үҙ бурысы итеп һананы. Ә ауырайҙы. Яҙын епшек ҡар киҫәгенә оҡшап, хәтирәләр юшағы һаман ҙурая барҙы.

Нисек тоторға тейеш ине һуң үҙен автор ошондай ваҡытта? Ашыҡмаҫҡа, сәбәләнмәҫҡә.Көтөргә. Үҙ фекерен башҡаларға көсләп таҡмаҫҡа. Йыйылған мәғлүмәттәрҙе күҙ алдына йәйеп һалып, уйланырға ла уйланырға, ҡайта-ҡайта шикләнергә һәм ошо мәғлүмәттәр ҡаршыһына уҡыусының үҙен дә саҡырып килтерергә...

 

Ауыл Советы председателе һорау ҡуя

Бер ғәжәп хәбәр ине был.

Өфө урамдарының береһендә һис көтмәгәндә миңә Дауыт Һиҙиәтов осраны. Күптәнге таныш. Элек Учалы мионы үҙәгендәге колхозда партком секретары ине, хәҙер Ҡунаҡбайҙа ауыл Советы башҡарма комитеты председателе булып эшләй. Депутат мәшәҡәттәре Һуй ынса сабып йөрөгәнгә оҡшай: ҡултыҡ аҫтына кпрән папка ҡыҫтырған, ҙур ялбыр бүрке ҡырын кипкән. Йөҙгә-йөҙ тиерлек килеп бәрелгәс, ахырыһы, ла, туҡтап:

– Шунан, берәй ергә яҙып ҡараманыңмы? — тип орап ҡуйҙы.

– Нимәне?— Мин аңламаным.

– Һуң... Үткәндә әйткәйнем дә инде... — Председа- ирендәре һалынды. Кәйефе ҡырылды.

Туҡта, үпкәләрлек нимә әйткәйне һуң әле ул? Шунда колт итеп иҫкә төштө: бер мәл беҙ уның менән эс бошорғос оҙон юлды бергә үткәйнек.

...Поезд, төн пәрҙәһен йыртып, ҡырыҫ һәм һыуыҡ тауҙар яғына елә лә елә. Вагон тәҙрәләрендә Иглин районы, унан Силәбе әлкәһе ауылдарының уттары емелдәп килде-килде лә, аҙаҡтан бөтә лампалар ҙа йүнде. Коридорҙан үтеүселәр ҙә бөттө. Тик тәгәрмәстәр генә «туҡ та туҡ» килде. Ә беҙ, төн убырҙары, тәҙрә яңаҡтарына һөйәлеп алғанбыҙ ҙа һәм       фәлсәфә һатабыҙ. Ни хаҡында ине һуң был әңгәмә?'

Һиҙиәтовты бик телсәр кеше, тип белмәйем мим. Һәр хәлдә туранан-тура уның эшенә бәйле булмаған хәбәрҙе туғып ултырғанын күргән юҡ. Етди кеше. Әммә был юлы, ғәжәпкә ҡаршы, ҡыҙып-ҡыҙып  хистәргә бирелде. Ул Советтар Союзы Геройы Александр Матросовты әле үҙе ереккән Ҡунаҡбай ауылында тыуған тип иҫбатлай һәм, шуға күрә, был мәсьәлә менән ныҡлап ҡыҙыҡһынырға кәрәк, тип өгөтләй ине. Өгөтләй генәме, талап итә, журналш тарҙы ғәмһеҙлектә ғәйепләй.

—      Туҡта-туҡта, ҡыҙма әле... Нисек, Александр Матросов Учалы районында, хатта Ҡунаҡбайҙа тыуған тимәксеһеңме?.. Ҡуй, көлдөрмә улай.      

  Һиҙиәтов һүҙен тағы тағы ҡабатланы. Юҡ, ул шаяртмай ине. Шулай ҙа мин, ҡул һелтәп, урынымдан куҙгалдым. Ә ул асыуланды.

—      Был мәғәнеһеҙлек тә һуң, Дауыт Мөхәррәмович!

—      Ана шул-шул. Дөрөҫ әйттең. Тик ул мәғәнәһеҙлек беҙҙә түгел, – тине председатель биттәренә ҡыҙыллыҡ йүгертеп – Ышанмаһаң,, нимә яҙғандарын үҙең уҡып ҡара. , 

—      Уҡығаныбыҙ бар инде

... Бына нимә хәтергә төштө, ниһайәт. Һиҙиәтов тағы ниндәйҙер хаттар барлығын          һөйләгәйне шикелле теге ваҡыт.      

 Шуға күрә:

—      Ә! Теге ниҙе Әйтәһеңме? – тигән булдым. – Беләһеңсе, бер ҙә форсат теймәне шул.

  Һуңғыһы – аҡланырға тырышыу ине, әлбиттә. Шулай ҙа уңайһыҙыраҡ булып китте: кеше, һиңә күҙ төбәп, бөтә ихласлығын һалып, үтенесен еткергән, ә һин быға төкөрөп кенә ҡарағанһың. Күпме ваҡыт үтеп киткән бит әле: был йыған яҡын!

Беҙ был осрашыуҙан айырылыштыҡ.

Бынан һуң да әллә нисә әй үтеп китте – үҙеңде битәрләүе һәм ошолай үҙеңдән  яуаплылыҡ  төшөрөүе анһат түгел. Ләкин ул ваҡыт тигән нәмә лә, ысынлап та, тар ине. Отпуск алып, донъя мәшәҡәттәренән саҡ ҡына тын алырға форсат тыуғас, башҡа килтереп һуҡты: туҡта, ни һөйләй әле был Һиҙиәтов? Һәм мин, А. Матросов хаҡында нимәләр яҙылған, барыһын да ҡарап сығырға булдым. 

Һуш китерлек бер ни юҡ һымаҡ. Барыһы ла күптән, ҡабатлау таблицаһы төҫлө таныш: Украина ССР-ының Днепропетровск ҡалаһында тыуған. Бәләкәй сағында уҡ үкһеҙ етем ҡалған. Ульяновск әлкәһенең Ивановка балалар йортонда тәрбиәләнгән. Унан һуң, Өфө балалар хеҙмәт колонияһында булған. Илебеҙгә немец фашиста ры баҫып ингәс, үҙе теләп фронтҡа киткән. Тиҙҙән, бөтә илде таң ҡалдырып, ҡаһарманлыҡ күрһәткән. Бына ошо юлдар, ҡыҫҡа ғына биография рәүешендә бөтә мәктәп әсбаптарына, энциклопедияларға ингән.

«Нимә соҡсона һуң был ҡунаҡбайҙар — аңлашыл май», — күңелдә һуҡраныу ҡуҙғалып ҡуйҙы, тик шунда уҡ һиҙиәтовтың асыуҙан ҡыҙарынған йөҙө күҙ алдына килеп баҫты. Бәлки, уның ауылдаштарының, Геройҙы үҙҙәренеке итеп алып, уның дан усағында йылынғыһы килгәндер? Аҙ ишетәбеҙме ни: берәү, йәнәһе, М. Куту зовтың яҡын ҡәрҙәше булып сыҡҡан, икенсеһе, В. Чапаевтың тоғро юлдашы булып йөрөп, һуңынан уның нисек батып үлгәнен, өсөнсөләр иһә йөҙөп сыҡҡанын үҙ күҙе менән күреп торған. Ә инде В.И.Ленинды фин вокзалында ҡаршылаусыларҙың, уның телмәрен таңлап, шунда уҡ большевистик идеяларҙы ҡабул иткән кешеләрҙең бөтөнләй иҫәбе-хисабы юҡ. Бында ла шул хикмәттең ҡабатланыуы ихтимал.

Хәйер, былай еңел генә фекер йөрөтөүе лә бикәр, һәр әҙәми затҡа ла бейеклеккә ынтылыу тәбиғи. Ул үҙен кәмһетелген, түбәндә һөйрәлеп йөрөгән йән эйәһе итеп түгел, ә ҙур ваҡиғалар эсендә, оло шәхестәр тирәһендә йөрөгән зат итеп күргеһе килә. Асылда ошо изге теләк кеше рухын а д ға әйҙәй ҙә инде. Бының өсөн уны нисек ғәйепләмәк кәрәк?

Икенсе яҡтан, тарихыбыҙ ҙа баштан аяҡ ҡан менән һуғарылған түгелме һуң әле: газеталар биттәре әле булһа хәбәр-хәтерһеҙ юғалған яугирҙәрҙең исемлектәре менән сыбарлана, ҡасандыр һылыу-һылыу килендәр булып ултырып ҡалған, хәҙер инде биттәре сырыш әбейҙәргә әүерелгән ҡатындар, юҡ-юҡ та, ире ҡайтып тәҙрәһен сиртмәҫме икән, тип көтә. Ә бер үк әсәнән тыуған һәм һуғыш ҡойононда бер-береһен юғалтҡан бала-саға һуң? Аҙмы ни улар! Һаҡ менән Суҡ ише, юғалған балалар һаман бер-береһен эҙләй, әммә осраша алғандары бик һирәк.

Ҡыҫҡаһы, берҙән, А. Матросов тураһындағы рәсми ҡарашты яҡлағы килһә лә, икенсенән, Ҡунаҡбай ауылы

халҡының дәғүәһен дә кире ҡағып булмай ине. Ләкин төрлөсә юрау менән шөғөлләнеүҙән бер ниндәй ҙә файҙа юҡ, тоторға ла был хикмәттең айышына төшөнөү кәрәк ине.

А. Матросов хаҡындағы бар китаптар ҙа алға теҙеп һалынды. Уларҙың иң билдәлеләре: П.Журба повесы, И. Легостаевтың «Үлемһеҙлеккә ташланыу» һәм М. Шкадаревичтың «Александр Матросовтың үлемһеҙ батырлығы». Авторҙарҙың барыһы ла Сашаның Ива новка балалар йортонда, унан, Өфөлә тәрбиәләнеүенә, бигерәк тә батырлыҡ күрһәтеү мәленә ентекләп туҡтала. Эйе, былары бәхәс тыуҙырмай. Газеталар, брошюралар, А. Матросов тураһында яҙғанда, ғәҙәттә ошо әҙиптәрҙе ҡабатлауҙан ары китә алмай.

Малайҙың тормош юлы 1936 йылдан бирле билдәле. Ә уға тиклемге осор? Һәр яҙыусы уны үҙенсә аңлатырға, тултырырға тырыша. Тик килтергән мәғлүмәттәре бигерек ныҡ айырыла түгелме һуң? Эйе, ысынлап та шулай ине.

Мәҫәлән, П. Журба былай тип яҙа: «Саша бик иртә етем ҡала. Атаһын, Днепропетровск металлургия заводы эшсеһен, партия ҡушыуы буйынса, крәҫтиәндәрҙе колхоздарға берләштереүҙә ярҙамла шҡаны өсөн, кулактар үлтерә. Ике йылдан һуң әсәһе лә вафат була. Саша оләсәһәндә тороп ҡала... Унан һуң оләсәһе лә донъя ҡуя».

И. Легостаевтың ҡарашы икенсе төрлөрәк: «Матвей Матросов торба прокатлау заводында эшләй... Ирен ерләп ҡайтҡас, Мария ауырып китә... Уны больницаға алып китәләр. Бер нисә көндән һуң ул вафат була». Яңғыҙ тороп ҡалған (оләсәһе юҡ) Сашаның күршелә рендә дуҫы Егорка йәшәй икән. Хәҙер инде «Егорканың әсәһе Татьяна Петровна, йәки Петровна, үҙенең дә ваҡ-ваҡ биш балаһы булһа ла, малайҙы ла үҙ өйөнә ала».

П.Журба: Оләсәһе үлгәс, Саша Тимоша Щукин менән осраша һәм дуҫының төрлө йыһаздар, аҫыл ч таштары күп булған Алмас тауы тураһында һөйләүенә ышанып, тыуған ҡалаһын ташлап китә. Уларҙың ил гиҙеүе бына шулай башлана».

И.Легостаев:         «Яр буйында йәшенмәк уйнап йөрөгән малайҙар ҡайҙалар ҡапыл юҡ була. Аҙаҡ ҡына беләләр: Саша кем менәндер, атайыма барам, тип, кәмәлә йөҙөп китә». Ә П. Журбала ул йәйәүләп тимер юлы станцияһына китә һәм вагон тендерында төньяҡҡа карай елә.

Күп нәмәләр ялғанмай ине бында. Иғтибарҙы тағы ми өсөндөр малайҙың шаулы һәм хозур Мәскәүгә йо иһә «ризыҡлы» Ташкентҡа түгел, ә фәҡәт Уралға ашығыуы йәлеп итә. П. Журбаның былай яҙыуында берәй ғиллә юҡмы икән?

Ошонда «Правда» газетаһында баҫылып сыҡҡан бәләкәй генә мәҡәлә ҡулға килеп эләкте. Унда А. Матросовтың батырлығын беренселәрҙән булып яҙып сыҡҡан фронт хәбәрсеһе, артабан уның биографияһын ентекләп өйрәнгән Мәскәү яҙыусыһы, тарих фәндәре кандидаты М. Шкадаревич үҙенең Днепропетровск ҡалаһында булыуын, әммә ошо' фамилиялы бер кешене лә осратмауын хәбәр итә. «Матросов» фами лияһы, бәлки, уйлап ҡына сығарылғандыр тигән фекер белдерә ине ул. Бына һиңә кәрәкһә! Былай булғас, моғайын, И.Легостаевтың китабына инеш һүҙ яҙған генерал-полковник И.С. Медников та: «Матросовтың балалыҡ йылдары тураһында ниндәй ҙә булһа дорөҫ мәғлүмәттәр юҡ», — тип юҡҡа ғына әйтмәйҙер.

Был ысын ҡыҙыҡһыныу уятырлыҡ та, тиҫтәләген һорау ҙа тыуҙыра торған яңылыҡ ине. Һорауҙарҙың иң олоһо шул: нисек инде, ысынын белмәй тороп, беҙ тик ялғанды тылҡып килгәнбеҙ, балалар мейеһенә лә ошо алдаҡты һеңдереп йәшәгәнбеҙ? Ҡапыл выждан алдында уңайһыҙ булып китте хатта. Саша бит уйлап сығарылған бәндә түгел, уның тәғәйен генә өйө, уны тыуҙырған һәм күкрәк һөтөн имеҙгән әсәһе, тәүләп үткән урамы, һыу ингән йылғаһы ла булғандыр бит инде? П. Журба йәки И.Легостаев быны белмәгән икән, беҙҙе аҡлаймы һуң был?

 

ГРИГОРИЙ ИВАНОВИЧ ЧЕРНИКОВТЫҢ СЕРЕ

Редактор ярҙамға килә

Дауыт Һиҙиәтов өйҙә йоҡлап ятмаған икән: беҙҙең,Өфө ура мында һөйләшеп торғанды тейешле ағай-энегә еткереп, фе кер алышып, уларҙың араһынан Фуат Әсәҙуллин хат яҙып ебәрә һалған. Тап бына ошо Әсәҙул лин,һуғыш ветераны, Александр Матросовтың биографияһью асыҡлау буйынса эш башлап ебәргән дә!

Һиҙиәтовтың хәбәр итеүенсә,  Фуат Ғилметдин улы ете йыл әрме хеҙмәтендә булған, һу ғышта ла ҡатнашҡан, хатта ике Дан ордены менән наградланған, 1944 йылда, фронтта Коммунистар партияһына ингән. Һуңынан колхозда төҙөлөш бригадаһы етәксеһе, фермала, артабан хужа лыҡ эштәре буйынса мөдир булған. Уны иптәштәр суды председателе, ревкомиссия председателе итеп тә һайлағандар.

Ауылдағы ифрат та яуаплы вазифаларҙың шәүләһен генә кәүҙәләндергән был һүҙҙәрҙең ни өсөн шулай теҙеп яҙылыу ын мин шунда уҡ төшөндөм: хат берәй тәкәббер әҙәмдең ҡулына барып эләгә ҡалһа, беҙ ҙә ятып ҡалғандарҙан түгел, ә йәмәғәт тормошонда беҙҙең дә елле генә урыныбыҙ бар, тип алдан хәстәрләп яҙылғанға оҡшаны ул.

Хәйер, быны оҙон-оҙаҡҡа һуҙмайынса ғына, хат хәҙер инде. Фуат Әсәҙуллиндың теле менән Ҡунаҡбай ауылы йәмәғәтселегенең төп маҡсатын да белдерә ине:

«Беҙ, Ҡунаҡбай халҡы, А. Матросов хаҡында әлегә хәтлем яҙылғандың береһен дә кире ҡаҡмайбыҙ. Барыһы ла, элек нисек булған, шулай ҡала. Беҙгә уның ниндәй, исем аҫтында йөрөүе барыбер, әммә уның биографияһын аҙағынаса асыҡлауҙы, тыуған ерен билдәләүҙе үҙебеҙҙең бурысыбыҙ тип иҫәпләйбеҙ».

Һай, афарин! «Үлтерҙе» бит был кеше — ысын йәмәғәт эшмәкәре кеүек фекер йөрөтә, элек яҙылғандың береһен дә инҡар итмәйбеҙ, тип, ҡайһылай киң күңеллелек күрһәтә.

Фуат Әсәҙуллин бына тағы ни тип яҙа ине: Л. Матросовтың ысын исеме — Шакирйән. Атаһы — Юныс. Шакирйән һуғышҡа тиклем бер нисә мәртәбә тыуған -ауылына ҡайтып күренгән». Әсәҙуллин, был х.ғкта яҡшы белгән ауылдаштарының исемдәрен һанап сығып, Тажикстанда йәшәгән ниндәйҙер Григорий Иванович Черниковтың раҫлауына айырыуса баҫым яһай ине. Конвертҡа ошо Черников атлы кешенең рус телендә яҙылған хатын да һалғайны. Бына ул хат:

«Һаумыһығыҙ, хөрмәтле Фуат!

Тажикстандан күп сәләм ҡабул итегеҙ. Шулай ук минең туған-тумасаларға ла сәләм күндерегеҙ.

Хәҙер мин, Шурик йәки Шакирйән тураһында нимә беләм, шул хаҡта һөйләргә теләйем.

Ул беҙҙең ауылдан 1934 йылда сығып китте. Ике йыл үткәс, 1936 йылда, кире ҡайтты, беҙҙең кеүек үк бер аҙ пиләп алды. Бәлки, хәҙер Учалы ҡалаһы ултырған урынды хәтерләйһеңдер? Уның эргәһендә һаҙран урын булып, унда колхоз иҫке таҡталарҙан һарай төҙөп, беҙ шунда йоҡлап йөрөй торғайныҡ. Ул да, киләһе уңышҡа тип, беҙҙең менән бергә ер тырматты. Шул саҡта уҡ ул, мине Шакир тип түгел, ә Шурик тип атағыҙ, ти торғайны.

Ул саҡта, үҙең беләһең, күп кеше үҙ телен онотто.

Уның менән дә шул хәл килеп сыҡты. Ә ҡулына рус газетаһы килеп эләкһә, шул хәтлем яҡшы уҡыр ине, хатта өлкәндәр аптырап китә ине.

Тыуған яғын ҡалдырырға йыйынғас, ул мине лә үҙе менән китергә өгөтләй башланы: әйҙә, ти, китәйек, берәй балалар йортона барып урынлашырбыҙ, ни тиһәң до бергә булырбыҙ. Тик мин ни өсөндөр шөрләнем, өйҙә т ороп ҡалдым. Бер аҙ ваҡыт үткәс, мин дә йыйындым, әлбиттә, һәм бер үҙем сығып киттем йәки ил гиҙҙем. Йөрөй торғас, Ҡарғалы балалар йортона барып эләктем, ул Ырымбур әлкәһендә. Был балалар йортонда мин 1939 йылға тиклем йәшәнем, ләкин өйөмдө һағынғас, шул хаҡта детдом директорына минең атайым менәй әсәйем барлығын әйттем. Улар ауыл Советынан быны раҫлаған яуап алғас, оҙатыусы кеше биреп, мине өйөмә үк килтереп тапшырып киттеләр.

Ләкин мин тағы сығып киттем. Бер мәл Өфөлә йөрөй инем-бына шунда, Шурик (Александр) менән осраштым да инде. Ул миңә ҡайҙалыр Өфө эргәһендә балалар колонияһында йәшәүен, хәҙер Матросов Александр бу лып йөрөүен, активист булыуын, шуға күрә уға ышанап күп нәмәләр тапшырыуҙарын, әле малайҙар менән ҡала ға кино ҡарарға килеүен һөйләне. Ул миңә, әйҙә, беҙҙең колонияға, беҙҙә бик һәйбәт, тине. Мин, тәүҙә риза лаштым, тик аҙағырак кире уйланым. Беҙ, шулай итеп, хушлаштыҡ...

«1986 йылдың 5 декабре».

Ышанмайынса, әммә бик ғәжәпләнеп уҡыным мин был юлдарҙы. Хатҡа ышанырға мөмкинме? Ләкин кеше бит, бөтәһен дә белгән кеүек, бәйнә-бәйнә теҙә. Уйлап табып буламы ундай нәмәне? Ә инде яҙылғандар ысын икән — был бит иҫ киткес асыш! Тик,кем һуң ул Черников һәм бында Тажикстандың ни ҡыҫылышы бар?

Бер аҙна үтмәне, Фуат Әсәҙуллиндан Черниковтың икенсе хаты килеп төштө.

 

«...Фуат, һинең һорауыңа яуап итеп, иң тәүҙә үҙем тураһында хәбәр итәм. — Мин, Г.И.Черников, хәҙер рус милләтле булып йөрөйөм. Әгәр минең менән дә шул уҡ хәл килеп тыуһа, минең дә ҡасандыр Ирғәлин Ғәзнәүи Ғәлиевич икәнлегемде берәү ҙә белмәҫ ине. Ә бит быларҙың барыһы ла беҙҙең ҡараусы, тәрбиәсе бул мауҙан килеп сыҡты. Бәләкәй саҡтан алып. Аҙ булдымы ни: балалар ҡабул итеү пунктының бере һенән ҡасаһың, икенсеһенә барып эләгәһең, башыңа ни тура килә, шул исемде әйтәһең! Бына ни өсөн алдым мин хәҙерге фамилиямды.

Ә унан һуң беҙҙең кеүек ҡарауһыҙ йөрөгөн ма лайҙарҙың үҙҙәренең законы бар ине, әгәр һин урыҫ түгел, ә башҡа милләт малайы икән, һиңә ышанманы лар, хатта ситләшә торғайнылар. Шуға күрә беҙ үҙ фамилиябыҙ, исемдәребеҙҙе алмаштырырға тырыша инек.

Хәҙер Шурик хаҡында. Һеҙ үҙегеҙ ҙә хәтерләмәй һегеҙме ни уның ниндәй булыуын?! Беҙ тиңдәштәр тиерлек инек тә һуң.

Ә бына мин нимәләр иҫләйем. Балалар баҡсаһына, унан һуң нисек уҡырға барыуым хәтерҙә. Баҡса ул ваҡытта Фәтҡуллажан бабайҙың ҡаршыһында йәшәгән

мулла йортонда ине. Беҙгә ботинка, ыштан биргәндәре лә иҫтә, Шакирйәнгә лә бирҙелер.

Ә уларға барһаҡ, Юныс бабай нимә булһа ла һөйләй торғайны.

Беҙ уҡый башлағас, 2-се класта шикелле, Шурик өйҙәренән ҡыҙыл тауар килтерҙе — белмәйем, әллә атлас, әллә ебәк. Тауарҙы киҫкеләне лә балаларға тарата башланы, бигерәк тә ҡыҙҙарға... Күпмелер ваҡыт үткәс, мәктәптә кино күрһәттеләр. Иртәгәһенә ул, мәктәпкә бөтәһенән дә алдараҡ килеп, кинотаҫма һалынған ҡумтаны алып китеп, тәнәфес ваҡытында тураҡлап, киҫәктәрен малайҙарға таратты.

Шунан һуң китте ул ауылдан.

Йыл ярыммы, әллә ике йылдан һуңмы, ул әйләнеп ҡайтты һәм шунда, миңә Шурик тип өндәшегеҙ, тине.

Һин һорайһың, күҙҙәре, танауы нисек ине, тип.

Ентекләп хәтерләмәйем, әлбиттә, Ә бына өҫкө тештәре киң, һирәгерәк ине. Быныһын яҡшы иҫләйем...Ул саҡта оеҙ күл буйында эшләй инек — күлдең исеме Юшалы ине шикелле.

Өфөлә осрашҡанда улар алтымы, етеме кеше ине. Мин уға: «һаумы, Шакир!»—тип ҡысҡырғайным, ул асыуланды ла, малайҙарҙан ситкә алып китеп: «Мин хәҙер Матросов Александр. Был малайҙар янында улай өндәшмә, һин бит беҙҙең закондарҙы беләһең»,— тине.

Минең: «Ә һин ҡайҙа хәҙер?— тигән һорауыма, ул ҡаланан алыҫ түгел Сиған яланында йәшәүе, балалар колонияһында уҡыуы, көнөнә дүрт сәғәт эшләүҙәре тураһында һөйләне. Хәҙер үҙенең активист булыуы, уға тәртипле малайҙарҙы эйәртеп, кино ҡарарға еберәүҙәрен әйтте.

Кейеме шулай ине: күлдәк аҫтында тельняшка, ябай костюм кейгәйне. Салбар балағы носкийына ҡыҫтырылған. Аяғында — ярым ботинка. Ҡайһы йылда булды икән ул — асыҡ хәтерләмәйем. Шулай ҙа 1939 йыл кеүек.

Григорий Черников.

1986 йылдың 23 декабре».

Бына шулай танышылды төп информатор менән. Ләкин Ғәзнәүи яҙғандар бик ҡыҙыҡлы тойолһа ла, аңлашылмаған һорауҙар ҙа тыуҙырҙы: Ғәзнәүи, ата-әсәһе була тороп та, ни өсөн, «ҡараусыбыҙ булмағас», тип күмһей? Ул: «Мин Ирғәлин», — тип яҙа-яҙыуын, әм мә ышаныслы кешеме икән?

Быға яуап итеп. Фуат Әҫәҙуллин түбәндәгене хәбәр итте: «Ғәзнәүи — элек минең күршем ине. 1926 йылда тыуған. Малай саҡта бергәләп балыҡ ҡармаҡларға, еләккә йөрөнөк, тырма тырматтыҡ, һуҡа һөрҙөк. Әммә әсәһе үгәй булыу арҡаһында, ә атаһы күберәк ситтә йөрөгәнлектән, ашау, кейенеү яғынан бик ҡағылды-һуғылды. Шуға күрә ауылды ташлап китеп йөрөнө.

1952 йылдың авгусында ул тағы ауылға ҡайтты, русса таҙа һөйләшеп (башҡортса белмәй ине инде), мин хәҙер Ирғәлин түгел, ә Черников тип, паспортын сығарып күрһәтте. Мин фронтовик булһам да (миңә ул ваҡытта — 27 йәш), Ирғәлин-Черниковтан шөрләп тә ҡуям, сөнки ҡыланышы, һөйләгән һүҙәре оҡшама ны. Шуғалыр ҙа инде уның, Александр Матросов беҙҙең ауылдың егете, тигән һүҙенә ҡолаҡ һалмағайным. Шулай йылдар үтә торҙо. Һуңынан һуғышта ҡатнаш ҡандар ҡәҙерләнә башланғас ҡына, туҡта, берәй нимә сығарып булмаҫмы икән, тигән уй тыуҙы».

Журналистарҙан инәлеп ярҙам һорау кеүек күренде был хат. Тимәк, көстән килгәнсә эҙләнеп ҡарарға һәм иң тәүҙә Ҡунаҡбайҙың үҙенә барып ҡайтырға кәрәк. Ел ҡыуып, юҡты бушҡа ауҙарып йөрөү булмаһа. Ә бәлки, иң тәүҙә матбуғат аша уҡыусыларға мөрәжәғәт итеп ҡарарға кәрәктер? Ә бында инде редакторҙы уратып үтеп булмай.

Газета мөхәррире булып яңы ғына тәғәйенләнгән Мансур Әйүповтың иртәнән алып кәйефе юҡ ине шикелле. Әллә «шеф»тың ҡаш емереп ултырыуынан, әллә инде үҙемде баштан аяҡ шомло уйҙар солғап алғанға, Әсәҙуллиндың хаты тураһында һөйләүемдең рәте-сираты булманы. Ә ашыҡмайынса ғына бик фекер алышҡы килгәйне. Мөхәррир һүҙҙе бүлдермәй генә тыңлап бөттө лә, ниһәйәт, башын ҡалҡытты. Йылтырап киткән күҙлеге аҫтындағы ҡарашы:  «Был кеше алйыманымы икән?»—тигәнде белдерҙе. Минең юҡ-бар йомош менән инеп йөрөмәгәнемде белһә лә, ул яуапҡа «ә» лә «йә» лә тимәне. Мин, ғәрлегем килеп, өндәшмәй генә артымдан ишекте яптым. Хәйер, үпкәләп тә ни ҡылаһың? Газета уйынсыҡ түгел,теләгән бер нәмәне баҫтырып, халыҡ араһында ғауға ҡуптарып булмай бит инде. Әгәр фараз итеүегеҙ бер документ менән дә раҫланмаһа, бөтә халыҡ алдында оятҡа ҡалыуың бар, ул саҡта А. Чеховтың үҙен-үҙе сыбыртҡы лаған фельдфебеленә оҡшап ҡалырһың.

Ләкин минең былай рәсми рәүештә йнеп сығыуым үҙем өсөн файҙаға булды: фекеремдең бер төйөнгә тойнәлеүен тойҙом. Быны тиҡшереү өсөн кисекмәҫтән Учалы яҡтарына барып ҡайтырға кәрәк ине. Тиҙ генә юлға сығып булманы. Ҡайһы бер шиктәрҙе белдереп, Ленинабад өлкәһенең Хаджентон районына, Г.И.Черни ке шҡа хат яҙып һалыуҙан башҡа бер ни эшләнмәне.

Ләкин яңылыҡтың ятмай торған үҙенсәлеге бар: ре дакцияла Григорий Черниковтың хатын төрлөсә түкмәсләргә тотондолар, бәхәскә килгән-киткән ҡунаҡ тар ҙа ҡушылды. Ә уларҙың араһында донъя күргән Һуғыш ветерандары ла күп ине. Килгән береһенә һөйләп, миңә үҙ юрауымды уларҙа һынап ҡарау ҡыҙыҡ ине. Берәүҙәр, хайран ҡалып, эҙләнеүҙе башларға дәртләндерҙе, икенселәре мәғәнәле генә итеп көлөмһөрәүҙән ары китмәне, өсөнсөләре иһә, Матросов хаҡында ауыҙ асыу менән үк, ни өсөндөр һүҙҙе ситкә борорға тырышты.

Был йәһәттән бигерәк тә оло журналист Г. К. Базекиндың ҡыланышы сәйер тойолдо. Элекке хәрби офицер, сығышы буйынса Алыҫ Себер кешеһе, ләкин байтаҡтан инде Өфөлә йәшәгән Георгий Кириллович hep йыл алда ғына А. Матросов тураһында ыҡсым ғына китап баҫтырып сығарғайны. Был бик тә тынғыһыҙ журналист, пенсияла булыуына ҡарамаҫтан, байтаҡ әҙәрмәнлек эштәре башҡарып, Матросовтың әлегә тиклем билдәһеҙ фотоларын да тапҡайны. Ләкин уның йыйнаҡ ҡына китабы ни тиклем генә ҡыҙыҡлы оулмаһын, яҙылышы буйынса күптән нығынған ҡалып тан ситкә сыҡмай ине: Саша бик тәртипле, башҡаларға һәр саҡ өлгө булған, үҙен бәләкәйҙән үк ҡаһарман лыҡҡа әҙерләгән һ. б. Ләкин бит шуныһы ла билдәле: китап кеүек яуаплы баҫма әҙерләгәндә, ғәҙәттә, төрлө сәбәптәр арҡаһында уға инмәгән, файҙаланылмаған документтар, хәтирәләр ҙә ҡалғылай.

Г. К. Базекин редакцияға йыш килә, үҙ ғүмерендә бик күпте күргәнлектән, мауығып, фәһемле төрлө ваҡиғалар тураһында һөйләй ине. Әммә, А. Матросов тура һында һүҙ ҡуҙғатыу менән ул бер нимә аңламаған, ишетмәгән кеүек, хәбәрҙе ситкә бороп, бөтөнләй икенсе нәмәләр һөйләй башланы.

— Һеҙ, Георгий Кириллович, кеше әүрәтергә яра таһығыҙ, ә башҡаларҙы бер ҙә тыңлай белмәйһегеҙ икән, — тип, тупаҫыраҡ өндәшергә тура килде бер көндө.

Ағай аптырап ҡалды, бынан һуң асыла төштө һәм иғтибарға лайыҡлы бер-ике ваҡиғаны һөйләп тә ташланы.

«Күп йылдар инде элек миңә, Өфө балалар колония һында шофер булып эшләгән Коростелев менән әңгәмәләшергә тура килде,— тип һөйләне Георгии Кириллович.— Бер мәл «колонистар»ҙы совхозға эшкә алып барҙым. Малайҙар араһында башлыҡ итеп тәғәйенләнгән Матросов кабинаға ултырҙы, тине ул. Юлда һөйләшеп киттек. Һин ҡайҙа тыуғанһың, тип һорағанға, ул Башҡортостандағы ниндәйҙер тимер юл станцияһын атаны, тине».

Үкенескә ҡаршы, Г. К. Базекин ниндәй станция тураһында һуҙ барғанын иҫләй алманы.

Иртәгеһенә үк мин Коростелев тигән кешене Өфөнөң Орджоникидзе районынан эҙләп ҡараным, тик ул вафат ине инде.

Икенсе ваҡиға. Г.К.Базекин узенең балалар колония һының уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире Л. В. Корепанова менән әңгәмәләшеүе хаҡында ла һөйләне. Бер көндө Лидия Васильевна китапханаға барып инә. Шунда гәпләшеп торған малайҙар уны абайламай. Уҡытыусы ҡолаҡ һала һәм балалар йортона урынлашҡан саҡта Сашаның, үҙенең тыуған ере тип үҙе бер ҡасан да булмаған ҡаланы әйттем, тип көлә-көлә һөйләгән серен ишетеп ҡала.

Г.К.Базекин шул ваҡытта уҡ Л.В.Корепанованан ҡул ҡуйҙырып берәй яҙыу алмауына үкенеү белдерҙе.

— Исмаһам, документ булыр ине,— тине ул.

— Һуң, ул саҡта ишеткәнегеҙҙе һеҙ миңә яҙып бирегеҙ, — тинем мин. — Кәрәге булыуы мөмкин.

Үтенесте ул ишетмәмешкә һалышты, һуңынан, яҙып килтерермен, тип, ҡат-ҡат вәғәҙәләр биреп йөрөнө- йөрөнө лә... ҡапыл үлеп китте. Бына бит ул, ҡайһылай үкенесле була.

Хәйер, Г.К.Базекин тағы бер серҙе әйткәйне. Бер мәл уға, мин Матросовтың апаһы булам, тип, Нижний Тагил ҡалаһынан бер ҡатын килеп йөрөгән, уға бер кемдең дә ышанмауына ғәрләнеп, илап ултырған, А.Матросов һәйкәленә сәскәләр алып барып һалған. Һуңынан Г.К.Базекин Нижний Тагил ҡала милицияһы на, шул ҡатынды асыҡлауҙы һорап, хат та яҙып ҡараған. Әммә был мәшәҡәтләнеүҙән бер ни ҙә килеп сыҡмаған.

«Сәйер ҡатын» ды ҡасандыр Өфө ҡалаһының Киров районы хәрби комиссариатында ла күргәндәр. Был хаҡта миңә Бөйөк Ватан Һуғышы ветераны М.С. Өмөтбаев хәбәр итте.

«Етмешенсе йылдарҙың башында мин Киров районы хар би комиссариатының 4-се бүлексәһе начальнигы Һулып хеҙмәт иттем. Бер көндө минең кабинетҡа 50 йәштәрҙәге ике ҡатын килеп инде. Әллә Силәбе, әллә Cвердловск өлкәһенән ине улар. Хәҙер аныҡ ҡына хәтерләмәйем. Мин, бында яңы кеше булараҡ, шунда эшләгән Ж. К. Данилова, А. А. Путинцева, Ф. М. Ғәлиеваға өндәштем. Ләкин улар, Матросовтың ҡәрҙәштәре күп булды инде, тине лә ҡуйҙы...

Шулай ҙа мин, ҡыҙыҡ күреп, Бөйөк Ватан Һуғышы осорондағы призывниктар кенәгәһен күтәреп ҡараным Һәм А. Матросов исемен күрҙем. Ул беҙҙең военкомат аша киткән икән.

Ҡатындар тураһында мин хәрби комиссар полков ник Н. Я. Мардимасовҡа еткерҙем. Тик ул да, көлөп: "Улар күп булды инде. Һиңә Николай Гастеллоның да тугандары килеүе бар - һин аптырама»,— тине.

Ул ҡатындарҙың ҡулында алты-ете йәштәрҙәгә бер малай фотокарточкаһы һәм тағы ла ниндәйҙер хаттар Һар ине. Мин уларға Эске эштәр бүлегенә барырға кәңәш бирҙем, сөнки колония уларҙың ҡарамағында, ә Һеҙҙә бер ниндәй ҙә мәғлумәт юҡ ине».

Бына ҡасан ысҡынған икән ҡулдан бер асҡыс! Әгәр полковник саҡ ҡына илтифатлылыҡ күрһәтһә, бәлки, богөн эҙләнеп тороуҙың кәрәге лә булмаҫ ине.

Ләкин был һөйләгәндәрҙән икенсе һығымта ла яһарға була ине: эҙләнеү эшен уңышлы ғына башлап ебәрелһә, уның һөҙөмтәһе, моғайын, ҡаһарманлыҡ сығанаҡтары тураһында ғына түгел, ә кешеләр — Л. Матросов һәм уның ҡәрҙәштәренең фажиғәһе хаҡында ла буласаҡ. Шул саҡта, был һыҡтап-илап йөрөгән билдәһеҙ ҡатындарғамы, шуның ише икенселәргәме, бәлки, ағай-энеһен табырға ярҙам итер. Һәр хәлдә А. Матросовтың биографияһын асыҡларға тотонғанға тиклем үк, үткән һуғыштың эҫе тыны йөрәкте өтөп алғандай булды.

Быға тиклем,архивтарҙа аҡтарынғанда, йыш ҡына ғәжәпкә ҡалғаным бар минең: ялҡауың ғына кил мәһен, иҫке документтарҙан борон замандарҙа булып үткән бөйөк ваҡиғалар сылбырын тартып сығарыу ғына түгел, ә уларҙа үҙ тамырыңа, ла барып юлығыуың ихтимал. Шунда борсолоу ҙа уянып ҡуя: әгәр боронғо затың, ҡәрҙәшең хаин, һатлыҡ йән булып сыҡһа? Унда бит, ҡәбер ташындағы кеүек, яҡшыһы ла, насары ла аҡ ҡа ҡара менән яҙып ҡуйылған...

Эйе, ихласлығың, түҙемең етһә, күп боронғо ғүмерҙәрҙе байҡарға була архивтарҙа. Тик бына ни бары 40-50 йыл элек булғандарҙы ғына белеүе ауыр. Эҙҙәр юғалған. Ни өсөн? Күрәһең, өйөр-өйөр машина лар, ажғырып, бер-береһенә ташланғанда, ҡатлы-ҡатлы таш йорттар гөрһөлдәп ауҙарылғанда, ер менән күк араһында мәхшәр тыуғанда, зәғиф кенә кеше яҙмышын ҡайғыртырлыҡ форсат булмаған. Күпме бала ут эсендә тороп ҡалған — быны берәү ҙә белмәй. Белмәйәсәк тә. Әммә иҫән ҡалды тигәндәренең дә күпмеһе осо-ҡырыйы күренмәгән ил киңлектәрендә аҙашҡан, бер-береһен юғалтҡан, үҙ исемен онотҡан — уларҙың да хисабына сығырлыҡ түгел.

Г. К. Базекин һәм М. G. Өмөтбаевтың иҡрар итеүе эҙләнеү эштәрен ниндәйерәк йүнәләштә башлап ебәреү кәрәклеген күрһәтә ине. Әммә бик тиҙҙән бындай «йүнәлештәр»ҙең иҫәбе баштан ашып китте.

Бер көндө редактор бер-бер артлы бүлек мөдирҙәрен кабинетына саҡыра башланы. Әңгәмәнең ни хаҡта барырын барыбыҙ ҙа белә инек. Алда газетаға яҙҙырыу, тираж өсөн ныҡлап көрәшеү осоро тора ине. Ә был, ғәҙәти, күнеккән темаларҙы ситкәрәк ҡуйып, уҡыусыға ҡыҙыҡлыраҡ нәмәләр эҙләү тигәнде аңлата.

Төрлөһө төрлө тәҡдим индерҙе. Мин, оҙаҡ уйлап тормайынса, «Матросов» темаһын өҫкә сығарҙым. Редактор һис аптыраманы быға — күрәһең, ул да онотмаған, самалап йөрөгән. Шунда уҡ дәртләнеп, үҙ фекерҙәрен үҫтерә, киңәйтә башланы. Быға ул бик маһир кеше, уның уйы артынан эйәрһәң, баштар әйләнеп китә, ул ҡуйған бурысты нисек үтәрмен икән тип, ҡоттар оса.

Редакторҙың планы буйынса эште шунан башларға кәрәк ине: ашығыс рәүештә Киров район хәрби комиссариатында А. Матросовтың «личный дело»һын табырға, иртәгәнән дә ҡалмай, Өфө балалар хеҙмәт колонияһына барып, архивтарҙы өйрәнергә, республи каның ЗАГС бюроһына барып сығырға, бөгөн үк унда- бында хат яҙып һалырға. Быларҙың барыһын да ашығыс эшләү кәрәк. Әммә бүлектең көндәлек эштәрен ҡайҙа ҡуйырға? — Был хаҡта «шеф» бер нимә лә өндәшмәне.

Был ҡыйын ине. Ләкин мин кемдеңдер күрһәтмә биреүен оҡшатам икән шул. Үҙ алдыңа ҡарар ҡабул итеүе ауырыраҡ, ә шул уҡ, үҙең уйлап тапҡан эште икенсе берәүҙең ҡушыуы буйынса башҡарыу ышанысыңды күпкә арттыра һымаҡ. Һәр хәлдә артыңда тая ние тояһың. Ләкин мин, аңлашыла, шунда уҡ ишеккә т.имланманым. Ә Әйүпов, эш хәл ителде, ғөмүмән, бөтә нәмә лә хәҙер ап-асыҡ, тик ҡайһы бер ваҡ-төйәкте генә аныҡлайһы ҡалды тигән ҡиәфәт менән:

– Тағы нимә кәрәк? — тине.

Мин әйтәм:

– Бер нимә лә кәрәкмәй... Мин бөгөн үк Ҡунаҡбайға китәм.

Дауамы бар. 

Автор:
Читайте нас: