Шоңҡар
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Август , 16:06

Егеттәрҙең аҫылы

Ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә беҙҙе ейәнле, нәҫеленең дауамын ҡалдырып киткән улымдың йәне балаһы өсөн тыныс булһын, тип теләйбеҙ. Дүрт йәшлек ут бөрсәһе кеүек малайға ҡарап, үҙебеҙ ҙә күңел йыуанысы табабыҙ.

Егеттәрҙең аҫылы
Егеттәрҙең аҫылы

Бала саҡта ниндәй малай хәрби һөнәр алырға хыялланмай икән?! Һалдат кейемендә, билде һығып торған ҡайыш тағып, ялтырап торған ботинкаларҙа тыҡ-тыҡ баҫып үтеүҙәре үҙе бер ғүмер бит ул! Тик тора-бара ул хыял булып ҡына ҡала. Аҙаҡ бөтөнләйгә ҡул һелтәп ҡуйыла. Бик һирәктәр генә бала сағында биргән антына тоғро ҡала. Ғафури районының Красноусол ауылы егете, лейтенант Азат ШАФИҠОВ кеүек.

 

Бәләкәйҙән сәмсел була

Булыр бала – биләүҙән, ти халыҡ. Азат та киләсәктә кем булырын, ниндәй юлдан китерен бәләкәйҙән күҙаллай. Башланғыс кластарҙа уҡығанда уҡ, ата-әсәһе йоҡоһонан уянғансы, алты-ете саҡрым араны йүгереп ҡайта. Футбол волейбол уйнарға ла ваҡыт һәм көс таба. Күрше-тирәләге малайҙар менән командаларға бүленеп ярыштар ҙа уҙғаралар. Тиҫтерҙәрен бергә йыйыу, туплау эштәре лә уға оҡшай. Уларҙы тыңлата, ылыҡтыра ла белә ул.
Йәнә буласаҡ хәрби кеше туризм менән дә бала сағынан ҡыҙыҡһына. Был темаға арналған төрлө энциклопедик китаптар уҡый. Түңәрәк етәксеһе Ринат Йәүҙәт улы менән Ғафури районын арҡырыһын-буйына йөрөп сығалар. Һуңынан Башҡортостандың иҫтәлекле урындарына юлланалар. Һәр сәйәхәттән илһамланып, ҡанатланып ҡайта ул. Тәбиғәт ҡомартҡылары яңы кешеләр менән танышыу ҙа уға көс-дәрт өҫтәй. Ун йәштәр самаһында беренсе тапҡыр Туймазы районында урынлаш­ҡан Ҡандракүлгә туристик слет менән барған­дарын әле лә иҫләй Азат. Ярыш формаһында барған ҡыҙыҡлы, төрлө яҡтан һынап ҡараған уйындар ҙа, тәбиғәттең матурлығы ла күңелендә мәңгелеккә уйылып ҡала.
Красноусолдың 3-сө мәктәбендә 6-сы класты тамамлағас, Ишембай ҡалаһындағы кадет мәктәбенә көсөн һынап ҡарай. Бала саҡтан айырылмаҫ өс таған булып йөрөгән өс егеттең икәүһенә уңыш йылмая. Бында ла ул үҙен һынатмай. Төрлө яҡлап асыла.
Азаттың атаһы Нияз Бәйтулла улы – Юлыҡ, әсәһе Гөлсинә Фәрит ҡыҙы Ибраһим ауылынан. Уларҙың оло улдары Алмаз Юлыҡ ауылында донъяға килә. Район үҙәгенә күскәс тә Азат менән икеһен тыуған ауылдарына йыш алып ҡайталар. Ике яҡтан олатай-өләсәй тәрбиәһе лә малайҙарҙың оло йөрәкле, илһөйәр, телһөйәр булып үҫеүенә ҙур йоғонто яһай. Туған башҡорт теленә һөйөү ҙә тап ошо хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан ауылдарҙа барлыҡҡа килә. Красноусолда рус мәктәбендә уҡып, тиҫтерҙәре менән аралашыу башлыса рус телендә булһа ла, улар әсә теленә хыянат итмәй. Бер мәл уларға район гәзите “Табын”дан хәбәрсе килә. Ул ғүмеренең күп өлөшө сит ерҙә, сит мөхиттә үткән Азаттың башҡортса шытырлатып һөйләшеүенә һоҡлана. Ысынлап та, Азат – был йәһәттән дә күптәребеҙгә өлгө. Ишембайҙа уҡығанда ул башҡорт теленән уҙғарылған сараларҙа йыш ҡына үҙ көсөн һынап ҡарай. XI класта уҡығанда республика буйынса уҙғарылған олимпиадала ҡатнашып, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә. Тыуған йортона ҡайтҡанда ата-әсәһе, яҡындары менән рәхәтләнеп үҙ телендә һөйләшеүҙән кинәнес таба ул.
Кадет мәктәбен тамамлағас, киләсәктә кем булырға тигән һорау тормай Азат алдында. Ышаныслы, ҡыйыу аҙымдар менән ул Ҡазан ҡалаһындағы Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының Ҡыҙыл Байраҡлы юғары танк командованиеһы училищеһының ишектәрен асып инә. Унда белем алғанда, хәрби һөнәр нескәлектәрен үҙләштереү менән бергә, ҡатҡыллана, илһөйәрлек тойғолары арта бара. Буласаҡ танкисҡа казармала йәшәргә, Рәсәй буйлап төрлө хәрби частарҙа, атап әйткәндә, Свердловск өлкәһенең Елань, Түбәнге Новгородтың Мугино хәрби частарында стажировкалар үтергә тура килә. Һәр ваҡыт иңен терәр ышаныслы дуҫтарҙы ла тап Ҡазанда дүрт йыл дауамында уҡығанда осрата.
Илдә барған үҙгәрештәр, әлбиттә, буласаҡ хәрбиҙәргә лә ҡағылмай ҡалмай. Училищены бер йылға алдараҡ тамамлап, хәрби сафҡа баҫырға тура килә Азатҡа. Уҡыған саҡта уҡ мобилизациялағандарҙы хеҙмәтләндереү, медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса күнекмәләр үткәрәләр, хәрби операцияла һәләк булғандарҙы ерләүҙә ҡатнашалар, ҡарауылда торалар. Йәмғеһе ун ике мең самаһы мобилизацияланғанды МХО-ға ебәрергә әҙерләгәндә йәш кенә курсанттарға төрлөһөн күрергә тура килә. Араларында наркомандар ҙа, тормоштан ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында ваз кискән, үҙ-үҙенә ҡул һелтәгән кешеләр ҙә осрай. Уларға иң тәү сиратта психологик ярҙам кәрәклеген яҡшы аңлай улар.

Юғалтыуҙар уларҙың ғаиләһен дә урап уҙмай...

МХО-ға бәйле юғалтыуҙар, үкенескә күрә, Шафиҡовтар ғаиләһен дә урап уҙмай. Азаттың бер туған ағаһы Алмаз 2022 йылдың көҙөндә тәүгеләрҙән булып мобилизациялана. Медицина колледжын тамамлаған, ғаилә ҡорорға, Дамир исемле шуҡ малайға атай булырға өлгөргән Алмаз, ҡайһы берәүҙәр кеүек, нисек тә бармаҫ өсөн ҡотолоу юлдарын эҙләү йәки күпмелер ваҡытҡа олағып тороу тураһында уйлап та бирмәй. “Ҡустыма минең өсөн уҡыған ерендә һүҙ тейеп ҡуймаһын”, – ти ул, ағайҙарса хәстәр­лек күреп. Элек Ҡораллы Көстәрҙә хеҙмәт иткән егетте санитар-пулеметсы итеп алалар. 2023 йылдың 8 ғинуарында батырҙарса һәләк була.
– Улдарыбыҙ һуңғы тапҡыр Ҡазан ҡала­һында – Алмаз МХО-ға юлланыр алдынан хәрби әҙерлек үтергә барғанда күрештеләр. Әле Азат өйҙә саҡта ағаһын иҫкә алмаҫҡа, уның тураһында һөйләмәҫкә тырышабыҙ. Күңеле ныҡ йомшаҡ. Йәнә яртылаш етем ҡалған ҡустыһы өсөн үҙ иңенә яуаплылыҡ төшкәнен дә аңлай. Дамирҙы төрлө яҡлап ҡурсаларға, әүрәтергә, йыуатырға тырыша. Ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә беҙҙе ейәнле, нәҫеленең дауамын ҡалдырып киткән улымдың йәне балаһы өсөн тыныс булһын, тип теләйбеҙ. Дүрт йәшлек ут бөрсәһе кеүек малайға ҡарап, үҙебеҙ ҙә күңел йыуанысы табабыҙ. Бер нисә көн беҙҙе күрмәй торһа, үҙе киленгә: “Өләсәйем, олатайым янына алып бар”, – тип кенә тора. Мунса ярата. Ул килгән саҡта өйөбөҙ шау-гөр килеп тора. Алмаздың үҙе үлгәндән һуң бирелгән Генерал Шайморатов, Батырлыҡ өсөн, IV дәрәжәләге Изге Георгий ордендарын атаһының иҫтәлеге итеп Дамирға тапшырҙылар. Балалығы менән әле уларҙы нимә өсөн биргәндәрен аңлап та етмәйҙер. Киләсәктә ул, исмаһам, тыныс тормошта йәшәһен ине, тибеҙ. Беҙҙең кеүек ауыр хәлдә ҡалған ата-әсәләргә кәңәшебеҙ шул: үҙҙәренә биклән­мәһен­дәр. Кеше менән аралашһындар. Беҙ үҙебеҙ шуны үткәс, нисек ауыр икәнен аңлайбыҙ. Шуға райондаштарыбыҙға ҡулыбыҙҙан килгәнсә ярҙам итергә тырышабыҙ. Яңыраҡ Ташлы ауылынан бер егетте алып ҡайтып ерләнеләр. Уның ата-әсәһе янына барып торорға тырышабыҙ. Уртаҡ ҡайғы берләштерҙе беҙҙе. Азат улыбыҙ иһә – ҙур терәк-таяныс, иҫән-һау ғына йөрөһөн, – ти оло йөрәкле Гөлсинә Фәрит ҡыҙы.
Уларҙың ғаиләһенә ҡайғы игеҙ рәүештә килгән. Үткән йылы Нияз Бәйтулла улының бер туған апаһының улы Нуршат Ходжаевты МХО-нан Татарстанға алып ҡайтып ерләнеләр. Ул үҙ теләге менән бер нисә ай элек кенә киткән булған. Ике ейәнен бер-бер артлы ер ҡуйынына һалырға тура килгән Юлыҡ ауылында йәшәүсе туҡһан йәшлек Мәрзиә әбей Шафиҡованың сабырлығына һәйкәл ҡуйырлыҡ.

Лейтенантҡа ниндәй ҡыҙҙар оҡшай?

Лейтенант Азат Шафиҡовтың хеҙмәт юлына баҫыуына бер ай самаһы ғына. Үҙенең ҡайҙа, ниндәй эш менән йөрөгәне хәрби сер булып ҡала. Шулай ҙа киләсәккә уй-ниәттәре менән ихлас уртаҡлашты. Тормошто нисек бар шулай ҡабул итеп, уға айыҡ күҙҙәр менән баға ул. Һәр һалдат майор булырға хыяллана тигәндәй, карьера баҫҡысы буйынса үрләүҙе төп маҡсаты итеп ҡуйған. Пенсияға сыҡҡас, бәлки, үҙе белем алған, бейектә, ышаныслы осор өсөн ҡанат нығытҡан Ишембай кадет мәктәбенә эшкә ҡайтыр. Сөнки төрлө хәрби белем биргән уҡыу йорттарында уҡытыр өсөн әле үк юғары мәктәптең педагогы тигән танытмаһы бар.
– XXI быуат яңы технологиялар заманы. Уҡымайынса, еңел аҡсалы ғына урынды берәү ҙә әҙерләп ҡуймай. Блогерҙарға ҡарайҙар ҙа, улар һымаҡ ҡына беҙ ҙә эшләй алабыҙ, тип уйлап ныҡ яңылышалар. Әрһеҙҙәр, ныҡыштар, иң мөһиме, әхлаҡ-әҙәп тигәнде онотоп, тормошондағы бар булған-булмаған ваҡиғаларҙы шаран-яран асып һалырға тартынмаусылар ғына камера алдында ҡыланып аҡса эшләй ала. Унда ла йөҙҙән берәүгә генә бәхет йылмая. Шуға ла мәктәп эскәмйәһендә үк тырышып уҡырға кәрәк. Йәнә, намыҫыңды йәштән һаҡла, тиҙәр беҙҙең халыҡта. Шуға өҫтәп, һаулығыңды ла иртә йәштән ҡайғыртырға өйрән, тиер инем. Спорт менән даими шөғөлләнеү, тәртип, көн режимы булдырыу, таҙалыҡты тотоу – барыһы ла сәләмәт тормош өсөн ҙур роль уйнай. Йәштәр араһында, бигерәк тә замана гүзәл заттары араһында йәшәп килгән ҡыҙыҡ ҡына, туҙға яҙмаған фекер-ҡараш һиҫкәндерә. Имеш тә, егеттәргә “йәшел йылан” менән дуҫлашҡан, борҡотоп тәмәке тартҡан, моданан артта ҡалмайым тип, ҡышҡы селләлә ярым-яртылаш шәрә йөрөгән ҡыҙҙар оҡшай тип яңылышалар. Беҙ һау-сәләмәт балалар бүләк итерҙәй, уларға матур тәрбиә бирерҙәй, һөйкөмлө гүзәл заттарҙың икенсе яртыбыҙ булыуын теләйбеҙ. Иң мөһиме, был тормошта үҙебеҙ булып ҡалайыҡ. Башҡа ролдәрҙең алынып, бүленеп бөткәнен онотмайыҡ. Күңел тулғанда – илайыҡ, шатлыҡта рәхәтләнеп көләйек. Ике йөҙлөлөктән арынайыҡ. Дөрөҫлөктө күҙгә ҡарап әйтергә өйрәнәйек. Фильтрлы фотолар ҙа, тигеҙ урында күперенеп-шапырыныуҙар ҙа буш ҡыуыҡтар өсөн икәнен онотмайыҡ, – ти ул, йәштәр өсөн алтынға бәрәбәр кәңәштәрен биреп.
Ҡыҙ бала – өйгә биҙәк, ир бала – илгә терәк, тиҙәр. Ғүмерен ил һаҡларға арнаған лейтенант Азат Шафиҡов кеүек аҫыл егеттәр тап илгә терәк булып торалар ҙа инде. Йөрөгән ерҙәреңдә фәрештәләр ҡанатын йәйеп торһон, Азат!

Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА.

Автор:
Читайте нас: