Шоңҡар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Август , 13:06

Күрәҙәсе һәм сихырсы

Нисек итеп үткәнде беләләр ҙә, нисек киләсәкте әйтеп бирәләр, әҙерәк аңлатып үтәм.

Күрәҙәсе һәм сихырсы
Күрәҙәсе һәм сихырсы

Күрәҙәсе һәм сихырсы — Аллаһ ЛӘҒНӘТЕ аҫтындағы кешеләр. Ҡөрьәндә был турала аяттар етәрлек.
Нисек итеп үткәнде беләләр ҙә, нисек киләсәкте әйтеп бирәләр, әҙерәк аңлатып үтәм.

Кеше тыуғас та, уға бер ен беркетелә. Ул ен кешенән айырылмай, ғүмере буйына насарлыҡҡа, боҙоҡлоҡҡа ҡотортоп йөрөй. Айырылмағас, әлбиттә, кеше тураһында бөтәһен дә белә: нисә йәштә, ниндәй көндә, ҡайҙа, нисек ҡолаған, нимәһен һындырған, ҡайһылайтып ауырыған, шул-шул йәйҙә нимә ашаған, ҡасан-кем менән осрашҡан, нимә һөйләшкәндәр, ҡайҙа нимәһе ята һәм башҡаһы. Һәр бер бәләкәй деталгә тиклем! Быныһы бер.

Икенсенән, кемдәрҙер уйлай, күрәҙәсе дөрөҫ әйтә бит, тимәк, һәләте бар. Һәләт түгел. Сихыр ҙа, күрәҙә лә тик шайтан-ендәр ярҙамында эшләнә. Шуныһы, улар былай ғына ярҙам итмәй. Ендәр булышлыҡ итһен өсөн, күрәҙәсе һәм сихырсыға КӨФӨРЛӨК эшләр кәрәк, ни тиклем хәшәрәтерәк нәмә ҡыла, шайтандарҙан шул тиклем ҙурыраҡ ярҙам ала ла. Мәҫәлән, шайтан күрәҙәсе-сихырсыға әсәһе, ҡыҙы йә кем менәндер енси бәйләнешкә инергә ҡуша, йә күрем ҡаны менән аят яҙырға, йә берәй шайтанға ҡорбан килтерергә, йә нисәлер ай бөтөнләй һыуға теймәҫкә һәм башҡа. Шартын үтәгәндән һуң ғына ул күрәҙәсе-сихырсыға хеҙмәт итә башлай. (күрәҙәсе шулайтып уйлай, ә ысынында, шайтан уның үҙен ҡоллоҡҡа ала).

Шуға күрәҙәсегә кем генә килмәһен, уның ярҙамсы ендәре шул килеүсенең эргәһендә йөрөгән ененән бөтәһен дә һорашып ала. Һәм шунда уҡ күрәҙәсегә еткерә. Ә килеүсе үткәнемде белә бит, тип шаңҡып ултыра... (Бер нәмә: Аллаһ кемдеңдер үткәнен, хәҙергеһен белеүҙәрен теләмәһә, БЕР КЕМ ДӘ БЕЛӘ АЛМАЙ! Тик уның өсөн Аллаһ юлындағы мосолман булыр кәрәк).

Ендәр ҙур тиҙлектә йөрөй. Бер секунд тигәндә бөтә Ер шарын урап килергә мөмкиндәр. Аллаһ уларға шундай үҙенсәлек биргән.
Шуға күрәҙәсе әлеге ваҡытта ниндәйҙер илдә нимәлер булып ятыуын әйтә икән, аптырарға түгел.

Сихырҙың урынын әйтеп бирәләр, тиҙәр. Ә ул былай эшләнә. Ябай кеше ышанһын өсөн, күрәҙәсе шул-шул ереңдә шул нәмә күмелгән, һине сихырлағандар, ти. Үҙе шайтанға шул ергә шул нәмәне күмергә ҡуша, кеше ҡайтып ҡарай ҙа, бына бит, ята, тип ышана.

Йә: "шундай-шундай сәсле, шундай һеңлең, киленең һине сихырлаған", ти. Кеше ышана, сөнки тап шундай яҡыны бар бит, ә күрәҙәсенең уны күргәне лә юҡ. Йәнәһе лә. Ә күрәҙәсе шайтаны аша кешенең янында йөрөгән ененән бөтәһен дә һорашып алғанлығын белмәй. Кешеләрҙе үҙ-ара дошманлаштырыу - ендәр маҡсаты икәнлеген аңламай, бер ғәйепһеҙ яҡынын ғәйепләп йөрөй бирә. Йәки үткәнемде дөрөҫ әйтте бит, тип күрәҙәсенең "ирең һулға йөрөй", тигәнен дә "йота".

Шайтандарҙың кешегә асыҡ дошман икәнлеге Ҡөрьәндә әйтеп үтелә. Уларҙың төп маҡсаты — кешене нисек тә булһа тура юлдан яҙҙырыу, кафыр, бәхетһеҙ итеү һәм Мәңгелеккә Тамуҡҡа төшөрөү. Ә күрәҙәсе, йә сихырсы - улар ҡулындағы ҡорал ғына.

Үрҙәгеләрҙән кемдер шайтандар алдамайҙар икән, тип аңлап ултыралыр. Алдайҙар. Күрәләтә. Махсус рәүештә күрәҙәсегә кешенең үткәне тураһында алдаҡ мәғлүмәт бирергә мөмкиндәр. Ни өсөн? Күрәҙәсе улар ярҙам итһен өсөн ҙурыраҡ көфөрлөк эшләһен өсөн.

Кемдер сихыр юҡ, тип яҙҙы. Бар. Хәҙистәрҙә әйтелә һәм унан нисек ҡотолорға өйрәтелә. Тик беҙҙә унан ҡотолор өсөн сихырсыға баралар. Һәм яңылышалар. Сөнки бер сихыр икенсе сихыр менән дауаланмай. Киреһенсә, беренсегә сихырланыуҙары дөрөҫ була ҡалһа ла, дауаланам, тип, икенсегә үҙ теләктәре менән сихырланалар. Сихыр тик Ҡөрьән һәм Сөннәттән килгән доғалар ярҙамында алына. Был юл менән дауалаусы кем икәнлегегеҙҙе лә һорамай, кем сихырлағанын да әйтмәй (сөнки белмәй), шәхси әйберҙәрегеҙ һәм башҡаһы ла уға кәрәкмәй.

Киләсәк тураһында. Ҡөрьәндә киләсәкте бер Аллаһ ҡына белә, тиелә. Тик нисек итеп күрәҙәселәр ҡай бер нәмәләрҙе дөрөҫ әйтеп бирә? Хәҙис кенә килтерәм:

Пророк (да благословит его Аллах и приветствует) говорил: «Когда Аллах решает какое-нибудь дело на небесах, то ангелы складывают крылья над своими головами, подчиняясь Его слову, как бы испугавшись грохота удара цепи о камни, который поражает их, как гром. А когда страх оставляет их сердца, они говорят: «Что сказал Господь ваш?» Им отвечают: «Истину, и Он – Всевышний, Великий». Шайтаны же, расположившись один над другим, с украдкой слушают слова Аллаха. Услышав слово, каждый передаёт его тому, что ниже его, и так далее сверху вниз, пока в конце концов это слово не произносит колдун или предсказатель. Его носителя может сбить падающая звезда до того, как он передаст его колдуну, а может и не успеть сбить его, и тогда он добавляет к этой правде сто неправд. Люди же говорят: «Разве он не сказал нам в такой-то день то-то и то-то?», и правдивое слово, услышанное с небес, убеждает людей верить ему» (аль-Бухари).

Шуға күрәҙәсегә, сихырсыға бер үк мөрәжәғәт итә күрмәгеҙ, йөрөмәгеҙ шуларға, инәй-апайҙар, ышанмағыҙ. Аллаһтың ләғнәтенән ҡурҡығыҙ.

Фото: https://ru.freepik.com/free-photo

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: