Шоңҡар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Август , 13:46

Ике ҡатыны менән дә эштә танышҡан

“Ғаилә – ул, иң мөһиме, тормош мәғәнәһе, ул беҙгә йәшәргә һәм эшләргә көс бирә”, - тигәйне Радий Хәбиров үҙенең бер сығышында. Был ысынлап та шулай икәнлегенә беҙ Кәлимуллиндар ғаиләһе менән яҡындан танышҡас нығыраҡ инандыҡ.

Ике ҡатыны менән дә эштә танышҡан
Ике ҡатыны менән дә эштә танышҡан

“Ғаилә – ул, иң мөһиме, тормош мәғәнәһе, ул беҙгә йәшәргә һәм эшләргә көс бирә”, -  тигәйне Радий Хәбиров үҙенең бер сығышында. Был ысынлап та шулай икәнлегенә беҙ Кәлимуллиндар ғаиләһе менән яҡындан танышҡас  нығыраҡ инандыҡ.

 

– Беҙҙең хеҙмәт династияһы дүрт быуын тәшкил итә. Олатайым Кәлимуллин Сәғит Сәйфулла улы Стәрлетамаҡтың “Каучук” заводына 1968 йылда транспорт цехына шофер булып килә, смена һәм дежур персоналды автобуста йөрөтә – пенсияға сыҡҡанға тиклем ошо предприятиела эшләй. Әсәйем Кәлимуллина Лидия Хәбибулла ҡыҙы училищенан һуң Р-20-2 цехында токарь булып эшләй. Бер үк ваҡытта Станоктар эшләү техникумына уҡырға бара, уны тамамлағандан һуң шул уҡ цехта әҙер продукция келәте хужаһы булып күсә. Ошо цехта атайым Кәлимуллин Минвәли Сәғит улы менән 1975 йылда таныша улар. Хеҙмәт эшмәкәрлеген конструкторҙар бюроһында дауам итә.  ИП -17 цехы тергеҙелгәндән һуң ул киптереү аппаратсыһы булып күсә, унда пенсияға сыҡҡансыға тиклем эшләй. Хәҙер  инде баҡсасылыҡ менән шөғөлләнә һәм ейәндәрен тәрбиәләй, – тип һөйләй үҙҙәренең ғаиләһенең хеҙмәт династияһы тураһында  Азамат Минвәли улы  Кәлимуллин.

 Ул үҙе  химия-технология техникумын тамамлағандан һуң, армияла хеҙмәт итә һәм ҡайтҡас та Стәрлетамаҡ  Каучук заводына газ бүлеү аппаратсыһы булып ИП-3-4-5 цехына 1998 йылда эшкә килә. Азамат  үҙ һөнәрен тиҙ үҙләштерә һәм ярата, ә 2019 йылда БДУ-ны “химия технологияһы” һөнәре буйынса тамамлай, ваҡ аҙымдар менән ИП - 7-10 цехы начальнигы урынбаҫарына тиклем барып етә. Уның ҡатыны Зәлиә Марат ҡыҙы ла был предприятиела 2000 йылдан алып ИП-3-4-5 цехында эшләй.  Бер цехта 10 йылдан ашыу эшләйҙәр, ә 2013 йылда ғына осраша башлайҙар, бер-береһен яҡшыраҡ белгәс өйләнешәләр, хәҙер кесе улдары Алмазды тәрбиәләйҙәр, уға 7 йәш һәм быйыл ул 1-се класҡа бара икән. Шулай уҡ Азаматтың  өлкән улы Сагит бар, уға  Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан олатаһы хөрмәтенә исем биргәндәр. Егет армиянан һуң  ИП-2-6 цехында аппаратсы булып эшләй һәм Өфө фән һәм технологиялар  унивеситетының “Химия технологияһы”  бүлегендә ситтән тороп уҡый.

– Сәғиттең әсәһе Гүзәл менән бер  цехта эшләгәндә танышып, өйләнешкәйнек, үкенескә ҡаршы, ул вафат булды. Ә әлеге ҡатыным Зәлиянең ата-әсәһе Рәмилә Мансур ҡыҙы Һәм Марат Миңлеғәле улы  Нурмөхәмәтовтар ҙа  беҙҙең предприятиела эшләне.  Рәмилә Мансур ҡыҙы 20 йылдан ашыу  СК заводының 63-сө балалар баҡсаһында, ә һуңынан ОТК цехында,  ә Марат Минлеғәле улы  ИП-6 цехында слесарь булып пенсияға сыҡҡансы эшләнеләр. Хәҙер улар лайыҡлы ялда, ейәндәрен һәм  ейәнсәрен тәрбиәләйҙәр. Бына шулай  ябай ҙа, тыйнаҡ та һәм эшсән дә беҙҙең ғаиләбеҙ, – тип тамамланы һүҙен Азамат Кәлимуллин. Яҙмыш һынауынан һынмаған, яңынан матур ғаилә ҡорған иргә ҡарап,  уның ғаиләһенә именлек, эштәрендә уңыштар, дауамлы бәхет-шатлыҡтар теләргә генә ҡала.

Ләйсән ЙОСОПОВА, Стәрлетамаҡ ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе:

- Ҡалабыҙҙа, Аллаға шөкөр, данлы ишле ғаиләләр күп. Улар төрлө өлкәлә эшләй, ҡаҙаныштар килтерә. Ниндәй генә өлкәне алма – һәммәһендә данлы ғаиләләр хеҙмәте ята.  Шул уҡ ваҡытта Радий Хәбиров, республика етәкселеге  тарафынан ошондай  ғаиләләр  иғтибар үҙәгендә. Быйыл, Рәсәйҙә ғаилә йылында бигерәк тә бындай ғаиләләрҙе сәхнә түрендә лә, хеҙмәт урындарында ла баһалап-тәбрикләп торалар.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Фотолар ғаилә альбомынан алынды.

"Ашҡаҙар" гәзите сайтынан.

Автор:
Читайте нас: