Шоңҡар
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Август , 10:21

“Ҡоштар телле халҡым! Шуға микән Әйтер һүҙем, хисем ҡанатлы!“

Моң эйәһен уйландырған, ҡанатландырған, илһамландырған изге төйәк – Сәфәр ауылының тирә-яғындағы хозур тәбиғәт беҙҙе сәләмләгән кеүек тойолдо.

“Ҡоштар телле халҡым! Шуға микән Әйтер һүҙем, хисем ҡанатлы!“
“Ҡоштар телле халҡым! Шуға микән Әйтер һүҙем, хисем ҡанатлы!“

Үҙен ҡош телле халҡының бер ҡаурыйы итеп хис иткән Рәмзилә Хисаметдинованы ғүмере буйы һандуғас моңо илһамландырҙы.
“Ҡайҙан был моң, ни йырлата һине,
Ҡошсоҡҡайым, ерем йомғағы...”
Шағирәнең үҙен дә ҡәләмдәштәре һәр ваҡыт һандуғасҡа тиңләне. Уның шиғырҙары ла һандуғас моңолай саф, тәбиғи. Был юғары шиғриәт хистәр нурынан, аҡыл йомғағынан туҡылған һәм үҙенсәлеге, ихласлығы менән арбай.

Рәмзилә Хисаметдинованың тыуыуына 75 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһе уның тыуған яғы – Учалы районының Сәфәр ауылында ойошторолдо. Сарала минең менән бергә 1996 йылда Учалы районы хакимиәтенең Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге премияһы лауреаты булған Зөлфиә Ханнанова, ғалимә Зәйтүнә Шәрипова, яҙыусы Венер Исхаҡов ҡатнашты. Учалы, Әбйәлил, Белорет райондарында әлеге мәлдә йәшәп, ижад иткән әҙиптәр ҙә кисәлә сығыш яһап, Рәмзилә апай тураһында матур хәтирәләр менән уртаҡлашты, шиғырҙар һөйләне. Яҡташтары яҙыусы Әҡлимә Сафинаны шағирәнең исемен мәңгеләштереү буйынса күп эштәр башҡарыуын билдәләп үтте.
Хәтер кисәһенә Рәмзилә Хисаметдинованың өлкән ҡыҙы – Салауат районындағы Малаяҙ ауылы башҡорт гимназияһында инглиз теленән уҡытҡан Гөлшат Хужина уландары – Иҙел һәм Мирас менән килгәйне. Рәмзилә апай үҙе лә Малаяҙ урта мәктәбендә байтаҡ йылдар эшләп, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән балаларға күп яҡлы һәм төплө белем бирҙе. «Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Салауат районы мәғариф бүлегенең методик бүлексәһе етәксеһе Люция Ғабдрахманова үҙенең сығышында Рәмзилә Минғәле ҡыҙының талантлы, талапсан педагог булыуын иҫкә алды. Учалы районы хакимиәтенең Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге премияһы был юлы шағирә Дилара Мәхмүтдинова-Мутиковаға тапшырылды.
Шағирәне иҫкә алырға килгән ҡунаҡтар уның бала сағы үткән йортто күрҙе, ул уҡыған мәктәпкә барҙы. Моң эйәһен уйландырған, ҡанатландырған, илһамландырған изге төйәк – Сәфәр ауылының тирә-яғындағы хозур тәбиғәт беҙҙе сәләмләгән кеүек тойолдо. Рәмзилә апай уйнап үҫкән иркен урамдар, еләк йыйған гөл-сәскәле аҡландар, ата йорто баҡсаһындағы ағастар етемһерәп, әле лә уны көтә һымаҡ...
46 йәшендә генә баҡыйлыҡҡа күскән Рәмзилә Хисаметдинованың шиғри мираҫы – алтынға бәрәбәр. Ҡыҫҡа ғына ғүмерендә ул тыуған илен, гүзәл тәбиғәтен, ғәзиз халҡын, аһәңле телен, балаларын сикһеҙ яратып, һоҡланғыс шиғырҙар яҙып ҡалдырҙы

“...Күперә муйыл күбеге,
Бешелгән ҡымыҙ кеүек,
Эргәһендә бал ҡорттары
Выжылдай ҡумыҙ кеүек.
Иҫертә муйыл күбеге –
Еҫе һыймай донъяға...
Үтә шым суфый еректең
Күҙҙәренән нур аға...”

Әсәгә, башҡорт ҡатын-ҡыҙының рух көсөнә, сабырлығына дан йырлай.
“Юл ситендә әсә һуҡырайған,
Улын көтөп алыҫ ерҙәрҙән.
Таянып килгән муйыл таяҡҡайы,
Тамырланып, япраҡ ебәргән”.
Мөхәббәтте бәндәләрҙең барлыҡ кәмселектәренән, донъя ваҡлыҡтарынан юғары ҡуя. Был бөйөк хисте күккә, йыһан киңлегенә сөйә, уға тоғролоҡ һаҡлай.
“Һүҙ әйтмәгеҙ һөйгәндәргә –
Уларға һуң кем етә:
Һөйгәндәрҙе яттар түгел,
Һөйгәне ғәфү итә!”
– тип күңеле саф, ихлас, эскерһеҙ, киң күңелле, изге йәнле кеше генә әйтә алалыр.
Ә Буранбай тураһында әйтелгән:
“Бындай йырҙар баҫып йырланыла,
Бындай йырҙар ултырып йырланмай”, – тигән онотолмаҫ һүҙҙәр!
Рәмзилә Хисаметдинованың әҫәрҙәре кешелә юғары зауыҡ тәрбиәләй. Интернетты иңләгән рифмаһыҙ, ритмһыҙ, кешегә өгөт-нәсихәт уҡып, мәҡәл йә әйтемдәрҙең фекерен ҡабатлаған арзан шиғриәткә ҡыҙығыусыларға: “Алығыҙ ҡулығыҙға ысын шиғриәт өлгөһөн – Рәмзилә Хисаметдинованың китабын!” – тип әйтке килә. Шағирәнең шиғри шәлкеме менән танышҡан журнал уҡыусыларыбыҙ, һүҙ тылсымына арбалып, үҙе өсөн гүзәл, мөғжизәле донъя асыр, тип ышанам.

Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары.

ғәфү итә!”

Буранбай

Аяғөҫтө баҫып,
Түбәтәйен һалып,
Бер ҡарт йыр башланы:
«Буранбай».
Бындай йырҙар баҫып йырланыла,
Бындай йырҙар ултырып йырланмай.
Халыҡ ҡайғыһылай оҙон көй был,
Себер юлы төҫлө оҙон көй.
Әй, оҙон көй, оҙон Уралдай, «Буранбай».
Әй, Буранбай, һинең яҙмышҡайың
Ҡайһы төбәктәрҙә буранлай?
Мин — оялсан башҡорт ҡыҙыҡайы,
Һөйөүемдән әммә тартынмам.
Нәҡ декабрист ҡатындары төҫлө,
Мин китермен һинең артыңдан.
Сынйырҙарың сыңын баҫыр ине
Күңелдәрең яҙған ысын йыр,
Ҡулыбыҙҙы беректерһә әгәр
һөйөү тигән иң ныҡ бер сынйыр.
Әй, Буранбай, һинең менән бергә
Башҡорт иле өсөн янайым.
Илкәйемә, ҡарттар илатырлыҡ,
Табаҡ-табаҡ хаттар яҙайым.
Талдай нескә ҡулдарыма баҡма –
һинең кеүек мин ныҡ кешемен,
Ҡыштың селләһендә һинең өсөн
Мүк еләге төҫлө бешермен.
Себер бурандары оҙон, оҙон...
Оҙон көйҙәй, оҙон бурандай.
Буранды ла һинең менән кисәм,
Мин дә буран ҡошо, Буранбай!
Йыр өҙөлдө.
Йырҙан килде лә ул,
Йырға кире китте Буранбай...
Йөрәгемдә оло мөхәббәттең
Оҙон хәсрәттәре буранлай.

Туған тел

Туған телем!
Кейек ҡаҙҙар моңо,
Ҡыйғаҡ-ҡыйғаҡ ҡаҙҙар телеме?!
Шуға микән зәңгәр бейеклеккә
Әйҙәй мине болот теҙеме!
Зәңгәр күлле, аҡ ҡайынлы яҡтың
Ҡоштар телле халҡым күңеле –
Тап зәңгәр күк төҫлө бейек, бөйөк,
Тап ҡайындай ап-аҡ түгелме?!
Ҡоштар телле халҡым!
Шуға микән
Әйтер һүҙем, хисем ҡанатлы!
Рәхмәтлемен, донъя!
Шул ҡоштарҙың
Бер ҡаурыйы итеп яраттың!

Төнгө күк

Йондоҙҙар шундай тәпәшәк, –
Тотоп алырмын кеүек,
Тотоп алып, мәрйен итеп,
Тағып алырмын кеүек...

Ай шундай яҡын йылмая:
– Мине лә ал! – ти һымаҡ, –
Йә төймә итеп тағырһың,
Кеҫәңә һал! – ти һымаҡ...

Ниндәй көс күктең көмбәҙен
Шул тиклем түбән эйгән?!
... Юҡ, эймәгән,
Бөгөн минең
Үҙ түбәм күккә тейгән!

Ямғырҙан һуң

Дымлы урман. Йәшкәҙәгән шырлыҡ.
Моңһоулыҡ һәм тынлыҡ урталай.
Асыҡлыҡҡа тиҙерәк етер өсөн,
Алдыбыҙҙан һуҡмаҡ юрғалай.

Аяҡ тауышына һиҫкәнешеп,
Ҡыр өйрәге осто бер теҙем.
Тик бер теҙем, тик бер теҙем генә
Минең дә бит һиңә бар һүҙем.

Яҡты һүҙҙәр осто. Ҡурҡты улар
Беҙҙең аралағы тынлыҡтан.
Нәҡ айыуҙай сығыр төҫлө кинәт
Шомло һүҙҙәр бынау шырлыҡтан.

Өндәшмәйһең. Мин дә өнһөҙ ҡалам.
Ах, ҡайҙа һеҙ, аяҙ сәхрәләр?!
Һыйынышып, йылынырға теләй
Юл тирәләй дымлы сәскәләр.

Өндәшмәйем. Бәлки, һин өшөрһөң
Бына ошо һалҡын аранан.
Күтәрелеп үҙең ҡарамайса,
Мин дә һиңә боролоп ҡарамам.

Шуға күрә еүеш ағастарҙы
Һелкетеп тә үтәм мин һаҡһыҙ.
Өшө лә той – мөмкин түгеллеген
Усаҡһыҙ һәм минең ҡосаҡһыҙ.

***

Изгелекле тыуған ерем минең!
“Был юлаусым яраһына баҫһын “, –
тиеп,
Юл япрағын биргән.
Һыуҙарҙың да –
“Һыуһындарын баҫһын!” – тиеп,
Сафырағын биргән.

“Ҡара төндә яҙа баҫмаһын!” – тип,
Йондоҙҙарын һипкән.
Бурандарын – йылы,
Ҡыуандарын
Еләҫерәк иткән...

... Мәрхәмәтле тәбиғәтем минең!
Ҡағылышың – сихәт.
“Ауыр саҡта йөрәгеңә баҫсы!” – тиеп,
Һөйөү бирҙең – рәхәт.
Рәхмәт!

Мин – ҡатын-ҡыҙ

Һыныр, тип тә мине көткәндәр бар,
Һынмағанмын әле, һынмағанмын.
Тыныр, тип тә мине көткәндәр бар,
Тынмағанмын, әлдә тынмағанмын.

Тоҡандырам усаҡ – утты тотам,
Гөлдәргә һыу һибәм – дымды тотам.
Хәләл икмәгемде ҡайырып теләм,
Тыуыр балаҡайға бишек эләм.

Мин – ҡатын-ҡыҙ. Абынһам да,
Үҙ-үҙемә тотоноп тура ҡалам.
Мине һайламайҙар – мин һайлайым,
Һайлағанға йәнә тоғро ҡалам.

Эйәләштерәмен ҡырағайҙы –
Һалҡын ҡараш, ҡырыҫ холоҡтарҙы,
Ары ташлап, бары ирҙәр өсөн
Ҡулай булған беше ҡороҡтарҙы.

Мин – ҡатын-ҡыҙ. Күптәр түгел, –
Берәү һынар минең атҡарғанды.
Күңел күҙе менән күреп таныр,
Тыштан түгел, эстән яҡтырғанды.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: