Шоңҡар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Август , 16:18

Сүпме, дарыумы?

Беҙ сүп үләндәре тип күнеккән, хатта өҙөп өлгөрмәҫтән үк килеп сығып, теңкәгә тейгән үҫемлектәрҙең үҙең өсөн генә түгел, мал, ҡош-ҡортҡа ла файҙаһы ҙур икәнлеген баһалап бөтмәйбеҙ.

Сүпме, дарыумы?
Сүпме, дарыумы?

Беҙ сүп үләндәре тип күнеккән, хатта өҙөп өлгөрмәҫтән үк килеп сығып, теңкәгә тейгән үҫемлектәрҙең үҙең өсөн генә түгел, мал, ҡош-ҡортҡа ла файҙаһы ҙур икәнлеген баһалап бөтмәйбеҙ. Бер-бер хәл килеп сыҡһа, тура дарыуханаға йәки ветеринар хеҙмәтенә йүгерәбеҙ. Ә бит бар ауырыуҙар ҙа организмдың иммун системаһы ҡаҡшауынан, витаминдар етмәүҙән барлыҡҡа килә. Шуға ла был үләндәргә “ҡый” итеп кенә түгел, дарыу булараҡ та ҡараһаҡ ине.

Ирәүән

Андыҙ барҙа ат үлмәҫ, ирәүән барҙа ир үлмәҫ, ти башҡорт мәҡәле. Дегәнәккә оҡшаған был әрһеҙ үҫемлек иртә яҙҙа баш ҡалҡыта. Ҡырҙа сүп үләне булараҡ үҫһә, баҡсала культуралы йәшелсә урынына ултырталар. Күп йыллыҡ үҫемлек ҙур ҡыуаҡ һымаҡ булып китә. Шуның өсөн ирәүәнде хатта газондарҙы биҙәүсе ҡыуаҡ урынында ла күрергә мөмкин, сөнки япраҡтары үҫә килә ҡыҙғылт төҫкә инә. Уны, ғәҙәттә, тамырын ҡаҙып алып, күсереп ултыр­тып үрсетәләр, орлоғон сәсергә лә мөмкин.
Тәме яғынан ҡуҙғалаҡҡа оҡшаш япраҡтарынан төрлө салат яһарға була, ашҡа ла һалырға ярай. Һабаҡтарын ҡымыҙлыҡ һәм ҡаҡы һымаҡ ашарға, бәлеш бешерергә лә мөмкин. Тамырын киптереп, ваҡлап, сәй урынына эсәләр. Ул медицинала ҡулланыла. Үҫә килә ирәүәндең япраҡтары, һабағы ҡата һәм ныҡ әсегә әйләнә.

Кесерткән

Иртә яҙҙан уҡ, ҡар иреп бөтөү менән, кәртә ситтәрендә кесерткәндең нескә һабаҡтары күренә башлай. Тап ошо ваҡытта уның нәфис япраҡтарынан аш бешереү, салаттар яһау өсөн иң уңайлы мәл була ла инде. Әйткәндәй, йыл эсендә кеше кәмендә өс тапҡыр кесерткән ашынан ауыҙ итергә тейеш тигән ырым йәшәй халыҡта. Бер юлы баҡса тирәһен тиҙ арала ҡалҡып, күкрәп үҫеп китәсәк ҡарағуранан да таҙартып өлгөрәсәкһегеҙ. Бәләкәй саҡта кесерткәнде йыйыу әллә ни ҡыйын түгел ине — ҡалын резина бейәләй менән тотош үҫемлекте йолҡоп алаһың да, һәр япраҡты берәмләп ҡайсы менән табаҡҡа киҫеп төшөрәһең. Аҙаҡ шул һауытта йәшел массаны эҫе һыу менән бешекләһәң, уның өтөп сағыр зәһәре бөтә, кинәнеп турарға мөмкин.
Кесерткән ризыҡ ҡына түгел, дарыу үләне лә. Уны ҡауаҡлаған сәс тиреһен йыуыу өсөн файҙаланалар. Бының өсөн кесерткәнде күберәк күләмдә әҙерләргә кәрәк. Минең бер дуҫым ошондай ысул ҡуллана ине. Кесерткән күпләп үҫкән урынды һайлап, әҙерәк ҡалҡа биргәнен көтә лә салғы менән сабып ташлай. Аҙаҡ, эре һабаҡтарын айырып йыйып, уларҙы киң туҡыма өҫтөнә йәйеп, күләгәле еләҫ урында киптерә. Кипкән япраҡтарҙы шыбағас менән һуҡҡылап ҡойоп төшөрөп, һабаҡтан айырып ала ла һаҡлауға ҡуя. Әйткәндәй, кипкән кесерткән сағыу һәләтен юғалта. Уны бигерәк тә ҡартайған эре япраҡтарын, башҡа йәшелсәләр кеүек, ҡышҡылыҡҡа тоҙларға мөмкин, әммә был бик мәшәҡәтле эш, өҫтәүенә тоҙ уның “тауар сифатын” да боҙа.
Йәш кесерткән япрағы шул килеш тә бик тәмле һәм файҙалы. Ауыҙ-телде саҡмаһын өсөн, уны һаҡ ҡына өҙөп алып, бер нисәгә бөкләп, һутын сығарғансы иҙергә кәрәк. Кесерткән мал аҙығы булараҡ та киң ҡулланыла. Ҡош-ҡортҡа ашатыу өсөн уның орлоғон йыялар. Борон уны икмәк бешергәндә онға ла ҡушҡандар, әммә хәҙер мәшәҡәтләнеп тороусы юҡ. Ул беҙҙең өсөн иң тәүҙә витаминға бай аҙыҡ булараҡ ҡиммәт. Аш бешереп, салат яһап ҡына ҡалмай, бәлеш тә бешерергә, ашҡа һәм соустарға тәмләткес итеп ҡулланырға ла мөмкин.
Шулай уҡ кесерткәнде йәшел буяу алыу өсөн дә файҙаланалар. Халыҡта “кесерткән тоҡ” тигән төшөнсә әле лә йәшәй — был үҫемлектең һабаҡтарынан алынған сүс ептәр, киндер һәм етен һымаҡ уҡ, туҡыма эшләргә лә яраған.
Кесерткәндең ике төрө бар: һуҡыр кесерткән (двудомная) һәм әсе кесерткән (жгучая). Һуңғыһы – бер йыллыҡ үҫемлек, тәүгеһенән күпкә вағыраҡ, уның шикелле бөтә ерҙе лә баҫып үҫмәй. Әммә файҙаланыу йәһәтенән улар бер-береһенән айы­рылмай, шуға “кесерткән” тигән ваҡытта ике төрҙө лә күҙ уңында тоторға, бергә йыйырға мөмкин.
Дарыу өсөн тамырҙары ла файҙаланыла.

Дамир ШӘРӘФЕТДИНОВ.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: