Ибрай ауылы һылыуы Гөлфинә менән Саҙалы егете Фидандың ғүмер юлдары бергә ҡушылыуына быйыл 15 йыл. Ике ҡыҙ һәм бер ул үҫтергән ғаилә 2020 йылда “Ауыл территорияларын комплекслы үҫтереү” программаһы буйынса дәүләттән ярҙам алып, ҙур йорт һалып ингән.
– Шатлығыбыҙҙың сиге булманы, – ти Үҙәк район китапханаһында 11 йыл методист булып эшләүсе Гөлфинә Факил ҡыҙы. – Сиратта ете йыл торғайныҡ, социаль өлкәлә эшләүемдең файҙаһын күрҙем, Аллаға шөкөр!
Ғаилә башлығы – Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының 77-се янғын часында бүлек командиры. Бында алты йыл эшләү дәүерендә ул үҙен маҡтаулы хеҙмәткәр итеп танытҡан. Намыҫлы хеҙмәте өсөн етәкселектең Почет грамотаһы менән билдәләнгән. Ә ғаиләһендә ул балалары өсөн өҙөлөп торған хәстәрлекле атай.
Балалар ҙа ата-әсәйҙәрен уңыштары менән һөйөндөрөп кенә тора. Ҙур ҡыҙҙары Гөлнур Иҫәнғолдоң 2-се мәктәбенең 9-сы класына уҡырға барасаҡ. Ул – оҫта рәссам. 2022 йылда С. Абдуллин исемендәге балалар сәнғәт мәктәбенең һынлы сәнғәт бүлеген тамамлаған. Республика олимпиадаһында икенсе урын яулап, 2023 йылда район хакимиәте башлығы стипендияһына лайыҡ булған. Яулаған уңыштары өсөн мәктәп уны “Артек”ка ял итергә ебәргән. Гөлнур ялда ла буш ятмаған, “Фотовидение” йүнәлеше буйынса уҡып, сертификат алып ҡайтҡан.
Зөлфиә 7-се класҡа бара. Ул сәнғәт мәктәбенең хореография бүлеген тамамлаған. Бейеүҙән тыш, ул баскетбол менән шөғөлләнә. Уларҙың командаһы – район буйынса еңеүсе.
Көтөп алынған улдары Вилнур иһә быйыл мәктәпкә барасаҡ. Ул спортты үҙ итә – кикбоксинг секцияһына йөрөй.
– Ҡыҙҙарыбыҙ шәп, Аллаға шөкөр. Икеһе лә 1-се кластан алып тик бишлегә генә уҡый. Улыбыҙға ла ҙур өмөттәр бағлап торабыҙ, – ти әсәй.
Ғаиләлә күркәм традициялар күп. Мәҫәлән, балаларҙың тыуған көнөнә мотлаҡ өләсәй, ҡәрсәй һәм ике ҡартайҙы саҡырыу. Шулай уҡ ғаилә менән республикабыҙҙың матур ерҙәре менән танышыу, ҡалаға алып барып төрлө ҡыҙыҡлы урындарҙы күреү күптән матур йолаға, ғәҙәткә әүерелгән.
Юлдашбаевтарҙың өлгөлө ғаилә усағы бер ҡасан да һүрелмәһен, килеһенсә, яҡтыраҡ янһын. Мөхәббәт емештәре – балалары артабан да ҡыуандырып ҡына торһон.
Айнә Иманғолова.
Фото ғаилә архивынан.
"Ейәнсура таңдары" гәзите сайтынан.