Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Август , 19:11

Ысын өләсәйҙәр һәм олатайҙар хәҙер бармы?

Яҡшы өләсәйҙәр һәр заманда ла кәрәк. Бөгөн айырыуса һәйбәт өләсәйҙәр юҡлығынан ыҙа сигәбеҙ. Ә ялҡауҙары, интернеттан сыҡмағандары, буш хәбәр һөйләргә яратыусылары күпме?..

Ысын өләсәйҙәр һәм олатайҙар хәҙер бармы?
Ысын өләсәйҙәр һәм олатайҙар хәҙер бармы?

Яҡшы өләсәйҙәр һәр заманда ла кәрәк. Бөгөн айырыуса һәйбәт өләсәйҙәр юҡлығынан ыҙа сигәбеҙ. Ә ялҡауҙары, интернеттан сыҡмағандары, буш хәбәр һөйләргә яратыусылары күпме?.. Беҙ Арина Радионовна кеүек эшкә өйрәткән, әкиәт һөйләгән, йомаҡ ҡойған, мәҡәлдәр менән һөйләшкән, бешергән-ашатҡан өләсәйҙәргә ҡытлыҡ кисерәбеҙ.

Өләсәй – бик кәрәкле кеше! Һәм ул һәйбәт әсәйҙән тыуа. Шулай булмаһа, башын химия менән бөҙрәләгән, тәмәке тартҡан, "мине борсомағыҙ – минең үҙем өсөн йәшәйһем килә” тип ултырған, дүртенсегә кейәүгә йыйынған өләсәй барлыҡҡа киләсәк. Шулай булғас, һәйбәт әсәй булығыҙ һәм, балаларығыҙ үҫкәс, һеҙ уларға өләсәй булараҡ кәрәк буласаҡһығыҙ.

Олатайҙар ҙа әллә ҡайҙа булды. Олатай – өләсәйҙең ире генә түгел бит. Ул – йөҙөн сал баҫҡан, ҡулдары эштән ҡатҡан, донъяға аҡыллы күҙҙәре менән баҡҡан ҡарт. Олатай тубығына ултырта, алыҫ йондоҙҙар, бөйөк батырҙар тураһында риүәйәттәр һөйләй. Унан тәмәке, тир һәм ҡояш еҫе аңҡый. Ул өләсәйҙе “әсәһе”, ә әсәйҙе “ҡыҙым” тип атай. Ә ейәне менән уны ысын дуҫлыҡ бәйләй. Уларҙың уртаҡ серҙәре күп. Шуға өҫтәл артында бер-береһенә хәйләкәр йылмайып күҙ ҡыҫышалар. Шунан бергә тороп сығып китәләр. Йә балыҡҡа, йә велосипед йүнәтергә...

Беҙҙә күптән һуғыштар ҙа, эпидемиялар ҙа булғаны юҡ, олатайҙарҙы бер нәмә лә ҡырмаған, әммә улар юҡ булған. Йә өләсәйҙәрен ташлап башҡаға киткәндәр, йә ғүмерҙе бушҡа сарыф итеп ейәндәргә тиклем йәшәй алмағандар, йә буйҙаҡ тормошта нәҫелһеҙ ҡалғандар.

Ҡыҫҡаһы, донъя урынынан шылған, күсәре ҡыйшайған... Шуға ла бөгөн донъяла холоҡһоҙ, ҡыҙыу ҡанлы балалар күп.

Андрей Ткачев.
Рәхимә Мусина тәржемәһе.

***Зөһрә Йондоҙ*** төркөмө.

Автор:
Читайте нас: