Шоңҡар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Август , 09:20

Атта елдерә Зөләйха!

Ун йәшлек ҡыҙ хатта  «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивалендә лә ҡатнашҡан...

Атта елдерә Зөләйха!
Атта елдерә Зөләйха!

Ун йәшлек Зөләйха «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашты!

Ошо көндәрҙә Урал аръяғының үҙәгендә, үҙенең ғәжәйеп тәбиғәте һәм киңлектәре менән дан тотҡан Башҡортостандың күркәм мөйөштәренең береһендә – Баймаҡ ерендә, ғәйәт ҙур ваҡиға булды. «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале Баймаҡ районында 11,5 мең ҡунаҡты йыйҙы.

Башҡорт тоҡомло аттарға арналған ҙур фәнни-ағартыу һәм мәҙәни-спорт сараһы республикала 2022 йылдан уҙғарылып килә. Өс йыл дауамында фестиваль республикабыҙҙың бренд саралары рәтендә ныҡлы урын биләне, халыҡ-ара статус алды, үҙенең байрағы аҫтына атлыларҙы һәм спортсыларҙы, ғалимдарҙы һәм бизнес вәкилдәрен, медиашәхестәрен һәм артистарҙы, урындағы халыҡты һәм туристарҙы берләштерҙе.

«Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивалендә Йылайыр район делегацияһы ла ҡатнашты һәм лайыҡлы сығыш яһаны. Һултантимер ауылынан ат тотоусы Нур Йомабаев ҡыҙы Зөләйха менән фестивалдең иң сағыу өлөшө – аттар парадында ҡатнашты.

Тамашасылар почетлы ҡунаҡтар менән бергә ҙур ат парадының шаһиты булды, унда 500-ҙән ашыу һыбайлы ҡатнашты. Төрлө төҫтәге байраҡтар, сағыу милли һәм тарихи костюмдар, грациоз атлап килгән аттарҙы ҡарап һоҡланмағандар ҡалмағандыр.

- Ҡыҙым быйыл тәүге тапҡыр ошондай ҙур һәм мәртәбәле сарала ҡатнашты. Парадҡа ул үҙенең яратҡан аты «Шаян»ды алып килде. Зөләйха ҡыҙым бәләкәй саҡтан аттар араһында үҫкәнгә уларҙы аңлай. Ат йәнле бала ул. Үҙенең аты менән ул көн дә һыбай йөрөй. Беҙҙең ғаиләлә, ғөмүмән, ат яратмағандар юҡ, – тип һөйләй ҡыҙҙың атаһы Нур Нөғәмән улы.

 

Гөлгөнә ТАҺИРОВА

"Ауыл уттары"

 

Автор:
Читайте нас: