Йәйге матур көн. Юлдың ике яғында ла һап-һары сәскәләргә күмелгән икһеҙ-сикһеҙ баҫыуҙар кәйефте күтәрә. Бара торғас, юлдашым:
– Был нимә баҫыуы ул? – тип һорап ҡуйҙы.
– Рапс.
– Ә ул ни өсөн кәрәк?
Йәш егеттең былай тип һорауына ғәжәпләнәһе түгел һымаҡ. Һуңғы йылдарҙа ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре телендә был һүҙ йыш ҡулланылһа ла, уны белеп бөтмәгәндәр аҙ түгел. Сәбәбе лә бар – 1980 йылдарға тиклем республика баҫыуҙарында башлыса бойҙай, арыш һәм арпаға өҫтөнлөк бирелде. Көнбағыш, сөгөлдөр баҫыуҙары ла йәйрәп ятты...
Рәсәй халҡы бары көнбағышты ғына май биреүсе үҫемлек булараҡ ҡабул итеп өйрәнгән. Хатта ҡайһы бер мәғлүмәттәрҙә лә үҫемлек майын көнбағыш майы тип тә телгә алалар. Дөрөҫ, май алыу культураһы булараҡ, көнбағыш етештереү буйынса донъяла Рәсәй бишенсе урынды биләй. Эшкәртелгән 40 миллион тонна көнбағыш орлоғоноң 11 миллион тоннаһы Рәсәй өлөшөнә тура килә. Ә сәсеүлек майҙандары буйынса тағы ла күберәк, әммә беҙҙә уның уңдырышлылығы алға киткән илдәрҙән һиҙелерлек түбән.
Кешелек рапс менән борондан шөғөлләнгән. Ҡайһы бер илдәрҙә уны йорт ҡаралтыһы тирәһен яҡтыртыу өсөн файҙаланғандар, сөнки ул яҡты янған, ялҡыны төтөнһөҙ булған. Бер аҙҙан һабын етештереүҙә лә ҡуллана башлағандар. Урта быуаттарҙа Голландия караптарының аҫҡы өлөшөн, төрлө диңгеҙ моллюскылары йәбешмәһен өсөн, рапс майы менән майлағандар.
XX быуаттың икенсе яртыһында донъя кимәлендә рапсҡа иғтибар арта. Был осорҙа май культураһы орлоғон етештереү, соянан ғына ҡалышып, бишенсе урындан икенсе урынға күтәрелә.
Эйе, рапсты төрлө маҡсатта ҡулланырға мөмкин. Юғары сифатлы сеймал аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә лә, техник маҡсатта ла киң ҡулланыла. Ҡалдығы, төпрәһе мал-тыуарға ҡатнаш аҙыҡ әҙерләгәндә уны байытыу өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Ҡыҫҡаһы, рапс донъя ауыл хужалығында юғары культура булараҡ баһалана. Уның тупраҡта фитосанитар ролен дә баһалап бөткөһөҙ. Мәҫәлән, көнбағышты үҙенең урынына 8 – 9 йылдан һуң ғына сәсергә яраһа, рапс, киреһенсә, ерҙең уңдырышлылығын арттыра. Мәҫәлән, 1990 йылдарҙа Рәсәйҙең Европа өлөшөндә көнбағыш менән саманан тыш мауығып, шаҡтай майҙандар яраҡһыҙ хәлгә килтерелде. Артабан ерҙең сифатын кире ҡайтарыу өсөн шаҡтай сығымдар түгергә тура килде.
Үткән быуаттың 80-се йылдар баштарында илдә, республикала рапс үҫтереү юғары даирәләрҙә махсус ҡарар ҡабул ителгәндән һуң башланы. Дәүләт ихтыяжы өсөн үҫемлек майы һәм даими үҫешкән малсылыҡ тармағы өсөн орлоҡто эшкәрткәндән һуң ҡалған төпрә етешмәй ине. Ҡатнаш аҙыҡҡа бындай ҡушылманы сит илдәрҙән, башлыса АҠШ-тан алдыҡ. Райондарҙа мал аҙығы етештереү өсөн “Аҡһым” программаһы ҡабул ителде. Башҡортостанда Ауыл хужалығы министрлығында “Рапс” ғилми-етештереү берекмәһе төҙөлдө. Тәүге киң сәсеүлектәр Илеш районында барлыҡҡа килһә, башҡаларҙа 1987 йылдарҙа башланды. Үкенескә ҡаршы, ҡайһы бер хужалыҡтарҙа бығаса ят аҙыҡҡа өйрәнмәгән малдарҙың ағыуланып үлеүенә юл ҡуйылды. Сәбәбе – рапс аҡһымға бай, мал-тыуарҙы уға аҡрынлап өйрәтергә кәрәк. Әлбиттә, быны ауыр ҡабул иткән хужалыҡтар был культуранан ситләшә башланы.
Бөгөн иһә Башҡортостанда ла шулай уҡ рапсты орлоҡҡа етештереү буйынса бай тәжрибә тупланған. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ районы Калинин исемендәге ауыл хужалығы кооперативы, “Илеш” МТС-ы, “Центральный” МТС-тары, башҡа ойошмалар был йәһәттән өлгө булып тора. Белгестәр республиканың төньяҡ урман-ялан һәм төньяҡ-көнсығыш райондарында ла рапс менән шөғөлләнеү кәрәклеген билдәләй. Бының өсөн, әлбиттә, иртә өлгөрә торған Себер сорттарына өҫтөнлөк биреү мөһим.
Рапстың ҡиммәтле мал аҙығы булыуын оноторға ярамай. Уның һаламы, башҡа иген культуралары менән сағыштырғанда, туҡлыҡлыраҡ, уны ваҡлап кукуруз, көнбағыш йәки бер йыллыҡ, күп йыллыҡ культуралар силосына ҡушырға мөмкин. Ә төпрәһе иген фуражын, ҡошсолоҡ һәм малсылыҡ өсөн ҡатнаш аҙыҡтарҙы байыҡтырыу өсөн әһәмиәтле.
Шуныһы үҙенсәлекле, рапс майынан алынған органик яғыулыҡ йылдан-йыл бөтә донъяла билдәлелек яулай. Шишмә май заводы бер нисә йыл рәттән ошондай яғыулыҡ етештерә. Үкенескә ҡаршы, ул Рәсәй автомобилдәре өсөн түгел – продукт тулыһынса сит илдәргә экспортҡа оҙатыла. “Был экология һәм энергия сығанағы барлыҡҡа килтереүсе булараҡ әһәмиәтле. Сөнки нефттең ҡасан да булһа бөтөүе ихтимал, ә рапс һәм биодизелде кеше үҙ ҡулы булдыра ала. Әйткәндәй, биодизель өсөн башҡа үҫемлек майҙарын да файҙаланырға мөмкин. XIX быуат аҙағында төҙөлгән дизель двигателе арахис майында эшләгән. Пальма майынан алынған яғыулыҡ иһә түбән температурала тиҙ туңа. Ә рапстыҡы пальма майынан бер аҙ ҡалышһа ла, һалҡындарҙы яҡшы кисерә.
Ниндәй май биреүсе үҫемлек иң ныҡ таралғаны? Кемдер шунда уҡ көнбағыш тип яуаплар һәм ул төптө хаталана. Дөрөҫ яуап – рапс. Рапс орлоғоноң составында май күләме иң күбе – 50 процентҡа етә. Шулай уҡ унда 30 процент аҡһым, 25 процент күҙәнәклек, 25 процент азотһыҙ матдәләр бар. Эйе, рапсты күп осраҡта май алыу өсөн үҫтерәләр. Әйткәндәй, аҙыҡ-түлек өсөн генә түгел, сәнәғәттә ҡулланыу маҡсатында ла. Донъяла уны үҫтереү буйынса Ҡытайға, Канадаға етеүсе юҡ. Европала, БДБ илдәрендә лә уны хөрмәт итәләр. Бының сере нимәлә? Ауыл хужалығы өсөн табышлы булыуы, ҡалдыҡһыҙ һәм файҙалы матдәләре күп булыуы йәлеп итә.
Әлбиттә, һуңғы йылдарҙа республикала рапс үҫтереүгә, майын һығыуға етди иғтибар бирелә. Йылдан-йыл Шишмә май экстракцияһы заводы продукцияһы – рапс майын Ҡытайға оҙата. Бында рапс майына ихтыяж ҙур, уны аҙыҡ-түлек өсөн ҡулланалар. Былтыр Асҡын районында рапс эшкәртеү заводының тәүге этабы тамамланды. “Был завод майлы культуралар (рапс, етен, гәрсис) сәсеүлектәрен арттырыу мөмкинлеген бирәсәк. Рапс – юғары маржиналь культура, ул талымһыҙ һәм беҙҙең шарттарҙа яҡшы үҫә. Аграрийҙар һәм фермерҙар өсөн был бик уңайлы. Рапс үҫтереү файҙалы. Донъя баҙарында уға ихтыяж ҙур, эшкәртеүҙән һуң ҡалған рапс төпрәһе һөт малсылығында бик кәрәк”, – тип билдәләне республика Башлығы Радий Хәбиров.
Рапстан нимә эшләйҙәр?
Орлоғонан май етештерәләр. Ул кулинарияла, косметологияла, медицинала, һабын етештереүҙә, шулай уҡ майлау материалдары һәм биояғыулыҡ, туҡыма сәнәғәтендә киң ҡулланыла.
Майҙы һыҡҡандан һуң барлыҡҡа килгән төпрәһе мал аҙығы өсөн файҙаланыла. Унда һыйыр малдарының һәм шулай уҡ башҡа хайуандарҙың тиҙ үҫеүенә булышлыҡ иткән барлыҡ микроэлементтар һәм витаминдар бар. Әйткәндәй, иртә яҙҙан ҡулланылған йәшел масса шулай уҡ файҙалы. Шул уҡ ваҡытта үҫемлекте сабыу уның шәп үҫеүенә һәм ҙур уңыш алыуға мөмкинлек бирә. Был май культуралары араһында рапстың ғәжәп үҙенсәлеге.
Йәнә шуныһы, рапсты майға эшкәрткәндә уның һөҙөмтәһе лә шәп – ҡалдығы булмай. Бөгөнгө заман технологиялары уны тулыһынса ҡулланырға мөмкинлек бирә. Был үҙ сиратында бөтә донъялағы ер эшсәндәренә рапсты сәнәғәт киңлектәрендә үҫтерергә, ә ғалимдарға йылдан-йыл яңы гибрид һәм булған сорттарҙы яҡшыртыу йүнәлешендә эш итергә кәрәклеге хаҡында аңғарта.
Рапс майының өҫтөнлөгө нимәлә?
Элек рапс орлоғо майын бары техник маҡсатта ғына ҡулланалар ине. Бының сәбәбе – унда эрук кислотаһының һәм көкөртлө матдәләрҙең юғары булыуы. Шул сәбәпле майҙа, кеше өсөн хәүефһеҙ булһа ла, үҙенсәлекле еҫ бар. Ләкин даими рәүештә рапстың кулинарияла ҡулланырҙай яңы сорттары барлыҡҡа килде. Хәҙер был май үҙенең составы буйынса күпселек зәйтүн майын хәтерләтә: үтә күренмәле таҙа, олеин кислотаһы бар. Ундағы Е витамины холестерин булдырмай, оҙаҡ ваҡыт боҙолмай һаҡлана. Өҫтәүенә, башҡа культуралар менән сағыштырғанда, унан май ҙа күберәк сыға. Тап шуға ла хәҙер рапсты ҡырыҫ климатлы төньяҡ илдәрҙә лә күпләп үҫтерәләр. Мәҫәлән, Канадала, Данияла...
Рапс майын тағы ҡайҙа ҡулланалар?
Әлбиттә, аҙыҡ сәнәғәте рапс майы файҙаланылған берҙән-бер өлкә түгел. Уға башҡа тармаҡтарҙа ла ихтыяж ҙур.
Медицинала, косметологияла уны кремдарға, лосьондарға, сәсте тәрбиәләү өсөн эшләнгән махсус әйберҙәргә, шулай уҡ косметик һабындарға ҡушалар. Был май тирене матурлау өсөн иң һөҙөмтәле майҙарҙан иҫәпләнә.
Рапс майынан бик яҡшы техник май эшләйҙәр. Уны материалдарҙы майлау өсөн файҙаланалар. Ғәҙәти техник майҙарҙан арзан, бөтә кәрәкле үҙенсәлектәргә эйә булыуы менән өҫтөн.
Рапс майы таҙа һәм экологик яғыулыҡ – биодизель өсөн нигеҙ булып тора. Был яғыулыҡ үҙенең ҡәрҙәштәренән күпкә арзан, уны етештереү ҙә артыҡ сығымлы түгел. Һуңғы йылдарҙа биодизель баҙарҙы яулай барыуы ҡыуандыра.
Венер ИСХАҠОВ.