Һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙең Ҡытай менән мөнәсәбәте, дуҫлыҡ бәйләнештәре, иҡтисади элемтәләр күҙгә күренеп нығына. Төрлө өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек буйынса тиҫтәләгән килешеүҙәргә ҡул ҡуйылған. Көндән-көн ике илдә лә иркен аралашып, эшлекле һөйләшеүҙәр алып барырлыҡ сәнәғәт һәм мәҙәниәт өлкәһендәге белгестәргә һорау арта.
Башҡортостаныбыҙҙы ла Ҡытай менән күптәнге дуҫлыҡ ептәре бәйләй. Шуларҙың береһе — ике ил араһында юғары уҡыу йорттары студенттары менән алмашыу йолаһы.
Ҡытай туризм буйынса ла йылдам үҫешә: ундағы тәбиғәт ҡомартҡыларын, иҫтәлекле урындарҙы, заманса төҙөлгән биналарҙы күрергә, милли ризыҡты тәмләргә, мәҙәниәт менән танышырға донъяның төрлө төбәктәренән, шул иҫәптән Рәсәйҙән дә халыҡ ағыла. Унда барыу артыҡ ҡиммәт тә түгел: уртаса эш хаҡы алған һәр кемдең үҙ кеҫәһенә яраҡлы тур һатып алырға мөмкинлеге бар.
Быларҙың барыһы ла ҡытай теленә булған ҡыҙыҡһыныуҙы арттырҙы. Уны бигерәк тә балалар һәм йәштәр бик теләп өйрәнә. Әлбиттә, заман технологияһы ярҙамында хәҙер телде белмәйенсә лә сәйәхәт итеп була: онлайн һүҙлектәр, фототәржемәләр беҙҙең тормошто еңеләйтә. Әммә “икмәк-тоҙлоҡ” булһа ла тел белеү бер кемгә лә ҡамасауламай.
Ҡытай теленең, яҙмаһының ҡатмарлы булыуы бер кемгә лә сер түгел. Уның башланғыс кимәлен өйрәнеү өсөн генә лә байтаҡ ваҡыт талап ителә. Аралашыу, белем алыу, эшлекле һөйләшеүҙәр алып барыу, техник терминология кимәле тураһында һүҙ алып барыу ҙа ҡурҡыныс кеүек. Шуғалыр, байтаҡ таныштарым, шул иҫәптән мин дә, ҡытай телен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу булыуына ҡарамаҫтан, быға тиклем ниәтебеҙҙән баш тартып ҡала килдек. Әммә осраҡлы ғына рәүештә ҡулыма “Русско-китайский словарь-справочник туристических терминов Китая” тигән белешмә килеп эләкте. Ул тап беҙҙең кеүек телде тәрән өйрәнергә теләмәгән, сәйәхәт итергә яратҡан ябай халыҡ өсөн тәғәйенләнгән булыуы менән айырылып тора. Шулай уҡ, китапта Ҡытай һәм унда йәшәүсе халыҡтарҙың йолалары тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәттәр, ҡыҙыҡлы факттар ҙа тупланған. Таблица формаһында бирелгән һүҙлектә айырым терминдарҙың яҙылышын, яңғырашын һәм тәржемәләрен табырға була. Һүҙҙәрҙең һәм һөйләмдәрҙең тема буйынса төркөмләштерелеүе лә белешмә менән ҡулланыуҙы еңеләйтә.
Белешмә-һүҙлектең төҙөүсеһе – быйыл ғына Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетын ҡыҙыл дипломға тамамлаусы Асия Әхмәтова. Фәнни-популяр баҫмаға Әхәт Сәлихов, Флүр Сибәғәтов кеүек ғалимдар ыңғай рецензиялар яҙған.
Башҡортостанда ҡытай телен өйрәнеү буйынса әҙәбиәт юҡ, тип әйтерлек. Китап магазиндарында булғандары ла ауыр һәм ҡатмарлы, үҙ аллы аңларлыҡ түгел. Шуға ла Асия Азамат ҡыҙы үҙенең был баҫмаһын балаларға һәм йәштәргә ярҙам итеү маҡсатында сығарған.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, финанс мөмкинлеге самалы булған кисәге студент һүҙлекте һатыуға ҡуйыу өсөн ҙур тираж менән сығара алмаған. Шулай ҙа башланғыс бар. Ул үҙенең был баҫмаһы менән әлеге ваҡытта “Студенческий стартап” конкурсында ҡатнаша. Унда еңеүсе мең студент үҙенең проектын тормошҡа ашырыу өсөн дәүләт тарафынан миллион һумлыҡ ярҙам ала. Ә Асияның идеялары күп, киләсәктә тормошҡа ашырыр маҡсаттары ла байтаҡ. Уларҙың иң ҙуры, әлбиттә, көнсығыш телдәрен өйрәтеү буйынса үҙ мәктәбен асыу. Тик уңышҡа өлгәшә алмаған осраҡта бурысҡа батып ултырмаҫ өсөн кредит алып үҙ эшеңде асыу ярамай, ти ул.
Асия үҙе 12 йәштән ҡытай телен өйрәнә, аралыҡтар менән 2,5 йыл тирәһе ул илдең төрлө ҡалаларында йәшәп тә ҡараған. Өс йыл дауамында теләүселәргә ҡытай теленән дәрестәр биреп, телде еңелерәк үҙләштереү буйынса үҙенең методикаһын да булдырған.
– Бала саҡта төрлө һөнәр тураһында хыялланаһың бит инде. Әммә үҙемде бер ваҡытта ла уҡытыусы итеп күҙ алдына килтермәнем. Әсәйем – уҡытыусылар династияһының 6-сы быуын вәкиле. Был һөнәрҙең барлыҡ ауырлығын күреп, белеп үҫтем. Уҡырға ингән ваҡытта ла, тәржемәсе булырмын, тип уйлай инем. Студенттарға һәр ваҡыт аҡса етмәй. Атай-әсәйҙе мәшәҡәтләмәҫ өсөн, Өфөгә килгәс, интернет селтәрендәге махсус сайтҡа: “Теләүселәргә ҡытай теленән дәрестәр бирәм”, – тип бер генә тапҡыр иғлан бирҙем. Башҡаса реклама ла, иғлан да биргән юҡ. Тәүге уҡыусыларымдың тәҡдиме, яҙған баһаламаһы буйынса икенселәре килә башланы. Маҡтанып әйтмәйем: уҡыусыларым – мине, мин уларҙы яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ. Хатта тыңлауһыҙ йәки тормошта үҙ йүнәлешен тапмаған балалар ҙа минең дәрестәргә йөрөй башлағас, яҡшы яҡҡа үҙгәрә башлай. “Асия Азамат ҡыҙы, минең улымды бер кем дә тыңлата алмай ине. Һеҙ нисек уның күңеленә асҡыс ярата алдығыҙ?” – тип аптыраған атай-әсәйҙәр ҙә булды. Бының сере ябай: эшемде яратып башҡарам. Ғөмүмән, үҙ күҙәтеүҙәремдән сығып шуны әйтә алам – ҡытай телен өйрәнеү кешегә ыңғай йоғонто яһай. Хәтер яҡшыра, фекерләү ҡеүәһе арта, ҡыҙыҡһыныуҙар барлыҡҡа килә. Шуға ла уҡыусыларым араһында балалар ғына түгел, ә төрлө йәштәге кешеләр булыуына ҡыуанам. Быйыл БДУ янындағы Эшкә урынлаштырыу үҙәгендә эшләй башлағас, дәрестәрҙе ҡыҫҡартырға теләгәйнем. Тик бер кем дә минең дәрестәрҙән баш тартырға теләмәне. Шуға күрә ял көндәрендә лә эшләргә тура килә. Шулай итеп мин уҡытыусылар династияһының 7-се быуын вәкиле булып киттем. Хатта махсус курстар тамамлап, “Ҡытай теле уҡытыусыһы” тигән диплом да алдым, – ти Асия Азамат ҡыҙы.
Әҙәм тамырҙары шул тиклем тәрән, уны барлай башлаһаң бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәргә юлығаһың икән. Асияның Иркутск ҡалаһында тыуып үҫеүен белгәс, аптырап ҡалдым: Өфөнән 3,5 мең саҡрымда ятҡан ҡалала ниндәй башҡорт ғаиләһе йәшәй һуң? Баҡһаң, Әхмәтовтарҙың шәжәрәһе Салауат районының Күҫәләр ауылына барып тоташа икән. 1937 йылда эшкә тырышлығы һәм белемле булыуы арҡаһында хәлле йәшәгән 30 йәшлек кенә Һиҙиәт Ғиниәт улы Әхмәтов репрессияға эләгеп, Иркутск тарафтарына һөргөнгә ебәрелә, шахтер булып эшкә тәғәйенләнә. Ул сит тарафтарҙа ла һынатмай: тырыш хеҙмәте өсөн “Почетлы шахтер” исеменә, Ленин һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл байрағы орденына лайыҡ була. Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы Никольское ауылында тыуып үҫкән Ғәзипкамал Сабир ҡыҙы Шафиева (уларҙың ғаиләһе лә һөргөнгә ебәрелгән була) менән ғаилә ҡороп, дүрт малай һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Атай кеше буй еткергән дүрт балаһын тыуған яҡтарына ҡайтарып ебәрә. Ә иң кесеһен, 16 йәшлек Әсҡәт улын янында ҡалдыра. Ул яҙмышын тамырҙары Пермь крайынан булған, Иркутск өлкәһенең Черемхово ауылында тыуып үҫкән Сәғиҙә менән бәйләй. Уларҙың ике балаһы Азамат менән Изида тыуа. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Азамат улына биш кенә йәш булғанда атай кеше вафат була. Сәғиҙә таныш булмаған яҡҡа күсеп китергә батырсылыҡ итмәй, етмәһә йәш килен иренең туғандары менән ныҡлап танышып та өлгөрмәгән була. Азамат ағай – МЧС хеҙмәткәре, ҡыҙғанысҡа ҡаршы башҡорт телен белмәй. Шулай ҙа туғанлыҡ ептәрен өҙмәй: һирәк булһа ла Башҡортостанға ҡайтып йөрөй, балаларын да тарихи тыуған яҡтары менән таныштыра, туғандары менән аралаштыра. Ҡыҙҙары мәктәпте тамамлағас та, уларға артабанғы белемде Башҡортостанда йәки уға яҡын булған төбәктә алырға кәңәш итә. Әйткәндәй, Һиҙиәт Әхмәтовтың Башҡортостанға кире ҡайтҡан балалары ла тормошта үҙ урынын тапҡан: араларында уҡытыусылар, табиптар, хәрбиҙәр, хоҡуҡ хеҙмәткәрҙәре, иҡдисат белгестәре бар. Юғары белем ала алмағандары ла тырыш хеҙмәте менән лайыҡлы донъя көтә. Ә Асияның әсәһе Галина Александровнала рус һәм поляк ҡаны аға. Уның нәҫелендәге поляктар һөргөнгә ебәрелеп, Иркутск ҡалаһы янында тотош ҡасаба булып төпләнгән.
Асия тәүге тапҡыр Башҡортостанға өс йәшендә килә. Ҡайҙа барыуҙарын, кем менән осрашыуҙарын иҫләмәй. Ә бына Өфө ҡалаһындағы Ағиҙел күперен һәм мәсеттә уға мосолман йолалары буйынса исем ҡуштырыуҙарын хәтерендә ҡалдырған. Исем тигәндәй, уға тәүҙә Ася тип ҡушырға уйлайҙар. Шул саҡта Азамат ағайҙың иҫенә ҡайҙалыр ишеткән Асия исеме төшә һәм ҡатынына тәҡдим итә. Шулай итеп ҡыҙ балаға башҡорт исеме ҡушыла. “Күптәр мине Ася, тип йөрөттө. Ә миңә һәр ваҡыт мосолман исемдәре оҡшай ине. Хатта сабый саҡта ҡурсаҡтарыма ла Маша, Наташа, Катя тигән исемдәр ҡушҡанымды хәтерләмәйем. Һәр ваҡыт үҙенсәлекле мосолман исемдәре менән атаным. Әйткәндәй, Ҡазанда ла, Өфөлә лә үҙемдең аҙаштарымды осратырға тура килгәне юҡ. Асия – бик һирәк осраған боронғо исемдер, моғайын”, – ти ул. 9-сы класты тамамлағас, ул тағы ла Башҡортостанға килә. Был юлы инде ул туғандары менән яҡындан таныша. Ике, өс туғандар барыһы ла бер тиҫтер булыуы дуҫлыҡҡа нигеҙ һала.
Галина һәм Азамат Әхмәтовтар ғаиләһендә тәрбиәгә, белем алыуға ҙур иғтибар бүленә. Асияның бер туған һеңлеһе Аринаға 14 йәш, ул немец телендә белем биргән махсус мәктәптә уҡый. Музыка менән шөғөлләнә, матур йырлай. Киләсәктә Германияға барып, стажировка үтергә хыяллана. Тик киләсәк һөнәре буйынса ҡарар ҡабул итмәгән әле: күңеленә йыр сәнғәте лә, күлинария йүнәлеше лә яҡын. Әммә ул шуны теүәл белә: апаһы кеүек юғары белемде мотлаҡ Өфө ҡалаһында аласаҡ. Асия Азамат ҡыҙы ла бала саҡтан уҡыуға тырыш була. Ун йәштән үк үҙ ҡалаһындағы юғары уҡыу йорттарының мәктәптәрҙә эшләгән әҙерлек курстарына йөрөй. Ә ҡытай теленә һөйөү осраҡлы ғына барлыҡҡа килә: 12 йәшлек ҡыҙын әсәһе Ҡытайҙағы курорт ҡала Далянға йәйге лагерға ялға ебәрә. Тәүге тапҡыр был телдә һөйләшеүҙәрен ишеткәс тә уны өйрәнергә теләй. Ә инде ҡатмарлы иероглифтарҙы күргәс, уларҙың серенә төшөнгөһө килә. Етмәһә, лагерь университет ҡаласығында урынлашҡан була. Теләүселәргә ҡытай теле буйынса дәрестәр инә башлай. Ә өйгә ҡайтыу менән ҡыҙ барлыҡ мөмкинлектәрҙе ҡулланып, тел өйрәнергә тотона. Хатта мәктәп программаһына ла ҡул һелтәгән ваҡыттары була. Аттестат алғас, уҡыуын Ҡытайҙа дауам итергә теләй. Әммә хәл иткес мәлдә ғаиләнең финанс мөмкинлеге булмай. Лингвистика факультеты булған уҡыу йорттарын барлап ҡарағас, ҡыҙ Ҡазан федераль университетына документтарын тапшыра. Ә бер йылдан ул Башҡорт дәүләт университетының Шәрҡиәт һәм африканистика йүнәлеше буйынса уҡырға күсә. Өфөнө яулау еңелдән булмай: ике уйыу йорто һәм факультеттар араһындағы айырмаларҙы – һигеҙ имтихан һәм 18 зачетты өс ай араһында тапшырырға тейеш була. Шул уҡ ваҡытта уҡырға йөрөргә, көндәлек дәрестәрҙе әҙерләргә, эштәрҙе башҡарырға кәрәк. Тырыш ҡыҙ һынатмай: дипломда бары тик бишле билдәләре генә теҙелгән.
Асия сәйәхәт итергә ярата. Ҡытайҙан тыш күп кенә Европа һәм көнсығыш илдәрҙә булған, Рәсәй ҡалалары буйлап та йөрөгән. Күп телдәрҙе белеүе уға төрлө илдәрҙән, ҡалаларҙан дуҫтар табырға ярҙам иткән. Ул ҡытай һәм рус телдәренән тыш инглиз, төрөк телдәрен яҡшы белә, ғәрәп һәм башҡорт телдәрен уҡыу программаһы буйынса өйрәнгән.
– Телде белеү сәйәхәтте күпкә ҡыҙыҡлы итә, ул ил кешеләренең дә һиңә ҡарата ихтирамы арта. Һәр телдең байлығы сикһеҙ. Уны йылдар буйы өйрәнеп тә белеп бөтөп булмай. Ә Ҡытайҙа мәҙәниәткә, йолаларға, холоҡтарға ҙур иғтибар бүленә. Эшлекле һөйләшеүҙәр ваҡытында үҙеңде дөрөҫ тотмаһаң да, уйламайса әйтелгән һүҙ ҙә барлыҡ тырышлыҡты юҡҡа сығарыуы бар. Күп илдәрҙә булһам да, күңелемә Ҡытай оҡшай. Боронғолоҡ менән яңы заман осраша бында: бер илдә тәүге таштарҙан алып 600 ҡатлы йорттарҙы осратыу ҡыҙыҡлы. Ҙур ҡалалар янында бәләкәй генә ауылдарының булыуы оҡшай. Бер осор йәшәргә шунда китергә, тип тә хыялланып йөрөнөм. Әммә минең өсөн ғаилә ҡиммәттәре яҡыныраҡ. Уҡып бөткәс, кейәүгә сығып, балалар үҫтерергә, йортло булырға хыялланам. Ә Ҡытайға ғаиләм менән сәйәхәт итермен, үҙемдең мәктәбемдә ҡыҙыҡһыныусыларға телдәрен өйрәтермен, тип уйлайым. Әлеге ваҡытта университеттың магистратураһына документтар тапшырҙым. Конкурстан үтһәм, белемемде камиллаштырып, артабан да уҡыясаҡмын. Телде өйрәнеү буйынса махсус әҙәбиәт, ҡулланмалар, һүҙлектәр сығарыуымды дауам итәсәкмен, – ти Асия Әхмәтова.
Маҡсатлы, тырыш, белемле ҡыҙҙың ниәттәре тормошҡа ашыр, тип уйлайым. Сөнки ул тырышлығы менән уй-хыялдарына табан ышаныслы аҙымдар яһай.
Гөлнур ҠЫУАТОВА.