Күҙәтеүсе-блогерҙар социаль селтәрҙәргә постар яҙа, законға ярашлы видеояҙмалар ҙа эшләргә хоҡуҡтары бар.
Ләйсән Рафаил ҡыҙы Бикташева “Башҡортостан Башлығын һайлау – 2024” Йәмәғәт мәғлүмәт үҙәге менән тура бәйләнешкә сығып, 23-сө һанлы һайлау участкаһындағы хәлдәр менән таныштырҙы:
– Бөгөнгө көнгә һайлаусыларҙың 50 процентҡа яҡыны тауыш бирҙе. Айырыуса оло йәштәгеләр араһында әүҙемлек һиҙелә. Тәүге тапҡыр һайлау компанияһында ҡатнашҡан йәш граждандарға һәм көн һайын тәүгеләрҙән булып үҙ бурысын үтәргә килеүселәргә бүләктәр әҙерләгәнбеҙ. Улар шатланып, рәхмәт һүҙҙәрен еткерәләр, - тине ул бәйләнешкә сыҡҡанда.
Ә баш ҡаланың 148-се һайлау участогындағы хәл-торошто башҡорт теле уҡытыусыһы Алина Хәбир ҡыҙы Юлдашбаева бәйән итте. Уның әйтеүенсә унда яҡшы кәйеф күҙәтелә. Оло йәштәгеләрҙе комиссия ағзалары өйҙәренә барып һайлаталар. Аңлашылмаусанлыҡтар, ҡытыршылыҡтар күҙәтелмәгән.