Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
13 Сентябрь 2024, 05:35

13 сентябрь — Милли кейем көнө

Был матур байрам 2020 йылдан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡарары буйынса йыл һайын апрелдең өсөнсө һәм сентябрҙең икенсе йомаһында үткәрелә.

13 сентябрь — Милли кейем көнө13 сентябрь — Милли кейем көнө
13 сентябрь — Милли кейем көнө

Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының Милли кейем көнөн йылына ике тапҡыр — апрелдең өсөнсө йомаһында һәм сентябрҙең икенсе йомаһында билдәләйҙәр. Байрамға 2020 йылда нигеҙ һалынды.

Иң сағыу һәм матур байрамдарҙың береһе төбәктә йәшәгән халыҡтарҙың йолаларына һәм мәҙәниәтенә иғтибар итергә мөмкинлек бирә.

Ә Башҡортостанда 160-тан ашыу милләт вәкиле йәшәй. Һәр халыҡтың үҙенең тарихи, мәҙәни үҙенсәлеге бар, һәм улар милли кейемдә сағылыш тапҡан. Уны халыҡ йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре кеүек үк һаҡларға кәрәк.

Автор:
Читайте нас