Шоңҡар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Сентябрь , 17:36

Әллә яҙмыш, әллә яңылыш...

“Ниңә киленеңде улай ҡағаһың. Етем бала бит”, - тиһәләр, “Йүнле кешенең ата-әсәһе иртә үлмәй ул”, - тип яуаплаған ҡәйнәм.

Әллә яҙмыш, әллә яңылыш...
Әллә яҙмыш, әллә яңылыш...

Йәш ғүмеремдең заяға үткәненә үкенәм. Йәш саҡта артыҡ уйланмай, балаға әүрәп, эш менән мауығып үтә икән ул ваҡыт тигәнең.

Балаларым атайлы-әсәйле булып үҫһен тип, барыһына ла түҙҙем. Ул-ҡыҙҙарым һәйбәт – шуға һөйөнәм. Барыһының да тормоштары яҡшы. Күстәнәстәрен тейәп, яныма ҡайтып торалар. “Ҡартайған көндәрҙә яҙған икән күрергә бәхетте”, - тип уйлап берсә һөйөнәм, заяға уҙған йәш саҡтарҙы уйлап берсә көйөнәм... Нужа һурпаһын етерлек эстем.

Мин – алты, апайым һигеҙ йәштә булғанда әсәйебеҙ үлеп китте. Атайыбыҙ һуғышта хәбәрһеҙ юғалған ине. Беҙҙе, ике етемәкте, балалар йортона бирҙеләр. Рәхмәт Хөкүмәткә, урамда ҡалдырманы. Беҙҙе тәрбиәселәр бар эшкә лә өйрәтте: тегергә, сигергә, бәйләргә, аш-һыу әҙерләргә. Мин бик етеҙ, һәр эште тиҙ отоп ала торғайным, шуға ла яраттылар үҙемде.

Яҙмыш мине үҙемдән 13 йәшкә оло кеше менән бәйләне. Башта төрлө эштә, унан быҙау ҡараусы булып эшләнем. Ҡәйнәм уҫал да, һаран да ине. Иртәнсәк таңғы дүрттә сәй ҙә эсмәйенсә эшкә китәм, 11-ҙә ҡайтам. Самауырҙы ҡағып, түңкәреп һалып ҡуйыр ине, шәкәрҙе гел бикләп тотто. Кискелеккә бер тәрилкә һөтлө ыумас. Тәүге балама йөклөмөн, тамағым туймай. “Их, тағы бер тәрилкә генә аш ашарға ине”, - тип уйлайым, тик ҡайҙа ул улайтып һорау?!

Беренсе балабыҙ – ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Хәҙерге шикелле йыллап өйҙә ултырыу юҡ ул заманда. Ҡәйнәм баланы алып ҡалмай. Сабыйымды юрғанға төрөп, санаға һалам да фермаға алып барам, ул шул санаһында йоҡлай.

Ҡәйнәнең теле бигерәк яман булды, иттең һөйәген бирә лә: “Тешең бар, кимерерһең” тиһә, ғәрлегемдән илап ебәрерҙәй булам. Тик уларҙың алдында тешемде ҡыҫып түҙәм, уның ҡарауы төндә мендәргә ҡапланып илайым...

Ҡыҙыма өс йәш тигәндә, тағы ауырға ҡалдым. Ашауҙың рәте лә, ял да, йоҡо ла юҡ. Кейәүгә сыҡҡанда 60 килограмм инем, 40-ҡа ҡалдым. Бер мәл шулай фермала башым әйләнеп, иҫһеҙ ҡолағанмын. Бригадир дауаханаға алып китте. Ике аҙнанан ашыу яттым. Ҡәйнәм күршеләргә быума сире менән ауырыған булған икән, шуға ҡолаған, тип һөйләгән. Күрше әбейҙәр мине йәлләй ине. “Ниңә киленеңде улай ҡағаһың. Етем бала бит”, - тиһәләр, “Йүнле кешенең ата-әсәһе иртә үлмәй ул”, - тип яуаплаған.

Яңы тыуған йәш балаһы бар тип тормағандар, ике гектар сөгөлдөр яҙғандар. Сабыйымды артмаҡлап аҫып, шул сөгөлдөрҙө утауымды хәтерләһәм, әле лә ҡыйын булып китә. Көҙгөһөн биш айлыҡ бала менән бер баҡса картуфты бер үҙем тигәндәй алып бөттөм, ҡәйнәм ҡыҙында ҡунаҡта ятты.

Ҡәйнәм ҡыйырһытҡанда ирем яҡлап, исмаһам, бер һүҙ әйтһәсе! Ул биш саҡрымдағы күрше ауылға йөрөп эшләне. Балаларҙы нисек үҫтергәнде күрмәне лә тиерлек. Бер ыңғай яғы булды: бер ҡасан тауыш күтәрмәне, һуҡманы, ҡаҡманы. Эштән ҡайтып инер ҙә, ашап, ятып йоҡлар ине, ә мин зарланманым.

Шулай ғүмер үтә торҙо, ҡәйнә һаман талай, көн күрһәтмәй. Бер көн ныҡ итеп ирештек. Миңә әйтмәгән һүҙе ҡалманы. Түҙмәнем, балаларҙы алдым да, Хәбирә тигән инәй янына сығып киттем. Ул нисек йәшәүемде, ыҙалауымды белә ине. Ирем эҙләп килһә, башҡаса улай йәшәй алмаҫымды аңлатырмын, берәй сара күреүен һорармын, тип уйланым. Тик ул килмәне. Йөрөгән ҡатыны булған икән. Ҡышты Хәбирә инәй янында сығып, яҙғыһын көндәр йылынһа, ҡалаға китермен, эшкә төшөрмөн, тип уйланым.

Көндәр йылыныуға иптәшем йышлай башланы. “Ҡайт, картуф сәсергә кәрәк”, - ти. Ике бала менән ҡайҙа барам, ҡалала әллә урынлашып, йәшәп китә алам, әллә юҡ тип, ҡайтырға булдым. Хәбирә инәй нығыраҡ, уҫалыраҡ булырға өйрәткәйне. Ул әйткәнсә, өйҙә булған ризыҡты теләгән ваҡытымда ултырып ашай башланым. Ҡәйнә бер-ике тапҡыр ҡысҡырып ҡараны ла, туҡтаны.

Өсөнсө балабыҙ тыуҙы. Тағы теге ике гектар сөгөлдөр баҫыуы. Дүрт йәшлек уртансы ҡыҙымды бала ҡарарға алып барам. Түҙеп торғоһоҙ эҫе. Балаларым икәүләп илай, эшләп булмай. Эргәмдәге ҡатындар: “Нишләп улай ыҙалайһың, балаларыңды тилмертәһең? Ҡалдыр ҡәйнәңә, ҡарамай ҡайҙа барһын”, - тигәс, икенсе көнөнә бәләкәсен имеҙеп, сәңгелдәгенә һалдым да сығырға йүнәлдем. “Ҡалдыраһыңмы ни?” – ти ҡәйнә аптырап. “Эйе, ул һинең дә балаңдың балаһы. Ҡарамайынса үлтерһәң, яуап бирерһең”, - тинем дә эшкә сығып киттем. Ҡайтһам, иҫем китте. Баланың аҫтын көнө буйына бер тапҡыр ҙа алмаштырмаған. Ете йәшлек өлкән ҡыҙым көнө буйы урамда арбала этеп алып йөрөгән.

Шулай ғүмер үтте. Ҡәйнә лә ҡартайҙы, аҡылы алмашына, үҙенең ни эшләгәнен дә белмәй башланы. Хоҙайым, уның сирен дошманыма ла күрһәтмәһен. Аллаға шөкөр, ҡараным, бер ауыр һүҙ әйтмәнем. Ниндәй эштәр ҡылып ултырһа ла, һис тә сикәнмәнем.

Ирҙән дә, ҡәйнәнән дә ҡәҙер күрмәй, йылы һүҙ ишетмәй үтте инде йәш ғүмер... 40 йылға яҡын йәшәп, ирем беренсе төркөм инвалиды булып, был донъянан китте. Ул да әсәһенең сире менән ауырыны. Хоҙай барыһын да тигеҙләне.

Әле балаларымдың бәхетен күреп, ейән-ейәнсәрҙәр шатлығына ҡыуанып, аҡ сәсле әбей булып йәшәп ятыуым. Бөгөнгө көнөмә шөкөр итәм. Әммә үткәндәр иҫкә төшһә, йөрәк һулҡылдап китә. Белмәйем, дөрөҫ булдымы улайтып йәшәүем, булманымы. Үкенестәр ҡайһы саҡ үҙәкте өтә генә... Әллә яҙмыш, әллә яңылыш булды бул ғүмер...

(81 йәшлек Гөлсөм инәйҙең һөйләгәндәренән яҙып алынды).

Фото: yandex.com

Автор:
Читайте нас: