Шоңҡар
-7 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Октябрь , 16:41

"Ыҙалап йәшәгәнсе, айырылһаң, айырыл да ҡуй."

– Һин нишләп минең кәләште насарлыҡҡа өйрәтеп, “айырыл” тип әйткәнһең. Һинән бындайҙы көтмәгәйнем, – тимәһенме!

"Ыҙалап йәшәгәнсе, айырылһаң, айырыл да ҡуй."
"Ыҙалап йәшәгәнсе, айырылһаң, айырыл да ҡуй."

Ир менән ҡатын араһына ингәнсе, ике ҡылыс араһына ин икән...

Яңыраҡ ҡына ғаиләле булып, ятаҡта йәшәп ятҡан мәл. Бер көн күҙҙәре йәшләнеп, аҙарынып Рәсилә тигән танышым килеп инде. Ул да бер йыл элек кейәүгә сыҡҡайны. Тиҙ генә сәй ҡуйып ебәрҙем.

– Берәй нәмә булдымы әллә? 

– Уф, йәшәп булмаҫ ул! Кисә тағы эсеп ҡайтҡан. Әйткәйнем – яратманы, өйҙә тауыш сыҡты. Теге саҡ үпкәләшкәндән һуң саҡ рәтле генә йәшәй башлағайныҡ, бына тағы... – тип ире хаҡында теҙеп һөйләп алып китте был. Бөтә насарлыҡтары, ҡырын эштәре, тауыш күтәреүе, юҡҡа-барға үпкәләүе, тағы әллә нимәләр хаҡында һөйләне лә һөйләне. Илап та алды.

– Юҡ, йәшәп булмаҫ ул былайтып эт менән бесәй кеүек, айырылырмын, моғайын, – тип һығымта яһап ҡуйҙы һүҙенең аҙағында.

Уны тыңлап, йәлләп, йыуатырға теләп:

– Әллә инде, улай ыҙалап йәшәгәнсе, айырылһаң, айырыл да ҡуй. Бәпәйегеҙ ҙә юҡ әле. Һиңә тиң кеше түгелдер ул, – тип кәңәш биргән булдым үҙемсә.

Оҙон-оҙаҡ һөйләшеп ултырып, бер нисә тапҡыр сәй яңыртып эсеп, күңелен бушатып, ҡәҙимге тынысланып ҡайтып китте был.

Бер нисә көндән һуң Рәсиләне ире менән урамда осраттым. Сөкөрләшеп һөйләшеп киләләр. Пар күгәрсендәр тиерһең. Сәләм бирешеп, бер-ике һүҙ менән алмаштыҡ та, китергә ашыҡтым. Ире һүҙгә ҡушылманы.

Дүрт-биш аҙым атлап та өлгөрмәнем, Рәсиләнең ире:

– Туҡтап тор әле, – тип өндәште.

“Ыста, быға мин нимәгә кәрәк булдым икән?” тигән уй йүгереп үтте баштан.

– Һин нишләп минең кәләште насарлыҡҡа өйрәтеп, “айырыл” тип әйткәнһең. Һинән бындайҙы көтмәгәйнем, – тимәһенме!

Мин дә бындайҙы көтмәгәйнем, әлбиттә. Аптырауымдан ултыра төшә яҙҙым, тип шундай саҡта әйтәләрҙер.

Ул саҡта Рәсиләгә лә, иренә лә бер аҙ үпкәләп йөрөһәм дә, был осраҡ минең өсөн бик ҙур һабаҡ булды. “Ир менән ҡатын араһына ингәнсе, ике ҡылыс араһына ин”, “Ир менән ҡатын иртән талашыр, кис ярашыр” тип бушҡа әйтмәгәндәрҙер инде.

Ә Рәсилә менән иренә килгәндә, ирешһәләр ҙә, талашһалар ҙа, көңгөр-ҡаңғыр килеп, бына инде сирек быуат самаһы йәшәп яталар...

 
Автор:
Читайте нас: