Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
8 Октябрь 2024, 14:54

"Киләсәктә өйҙәренә аяғымды ла баҫмаясаҡмын."

Әсәһенең: “Мин күптән һиңә матур тормош ҡына кәрәк икәнен һиҙеп торам!. Улымдың елкәһенә ултырырға йөрөйһөңмө”,-тимәһенме.

"Киләсәктә өйҙәренә аяғымды ла баҫмаясаҡмын.""Киләсәктә өйҙәренә аяғымды ла баҫмаясаҡмын."
"Киләсәктә өйҙәренә аяғымды ла баҫмаясаҡмын."

Беҙ егетем менән 3 йыл осрашҡандан һуң, өйләнешергә булдыҡ. Атай-әсәйҙәребеҙ был ваҡиғаны күптән көтә ине. Тик бергә йыйылып туй тураһында һөйләшкәндә, мин бер ниндәй ҙә мәжлес булмаясағын әйттем. Өлкәндәр аптырап ҡалды. Мин: “Беҙҙең йыйып барған аҡсабыҙ бар. Һеҙ туй мәжлесенә тип уйлаған аҡсағыҙҙы ҡушһағыҙ, беҙ сит илгә ял итергә китәбеҙ”,-тинем.

Нимә башланды! Буласаҡ ҡайны-ҡәйнәм миңә нимә тип әйтеп бөтмәне! Туй үткәрмәй беҙ уларҙы оятҡа ҡалдырасаҡбыҙ икән.

Әсәһенең: “Мин күптән һиңә матур тормош ҡына кәрәк икәнен һиҙеп торам!. Улымдың елкәһенә ултырырға йөрөйһөңмө”,-тимәһенме.

Ә мин студент саҡта уҡ эшләп, үҙемде үҙем ҡарап йәшәйем. Ҡыҫҡаһы, барыбыҙ ҙа үҙ-ара талашып бөттөк. Хәҙер егетем менән шулай тип хәл иттек: өндәшмәй генә ЗАГС-ҡа барып яҙылышабыҙ ҙа, ял итергә китәбеҙ ҙә барабыҙ. Ҡәйнәләр үҙҙәре бында туй үткәрһендәр, ҡунаҡ саҡырһындар, һыйлаһындар әйҙә. Киләсәктә өйҙәренә аяғымды ла баҫмаясаҡмын! Һөйгәнем дә минең менән риза.

Л.

Автор:
Читайте нас