Шоңҡар
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Октябрь , 11:42

Тормош барыһын да иләктән иләй...

 Тупһала таяҡҡа таянған, ҙур сумка тотҡан ҡартлыҡҡа ныҡ бирешкән, аҙғын ирен күреп, ҡатын албырғап ҡалды. – Хәмиҙә, ҡыума мине. Минең башҡа барыр ерем юҡ, – тине ир.

Тормош барыһын да иләктән иләй...
Тормош барыһын да иләктән иләй...

Хәмиҙәгә был юлы кинйә улы шылтыратты: “Әсәй, атайым ҡаты ауырый, хәле бик ауыр. Яңғыҙ кешегә еңел түгел инде. Көн һайын мин уның янына барып йөрөй алмайым, эргәмә алыр инем, үҙең беләһең, бер бүлмәле фатирҙа дүрт кеше йәшәүе мөмкин түгел. Әсәй, бәлки атайҙы үҙеңә алырһың?”

Ҡатындың һарыуы ҡайнаны: ”Йәнемә теймәгеҙ! Кисә генә шул хәбәре менән Рәхимйән ҡаҡшатты, атайым ауырый, атайым яңғыҙ, имеш! Ә миңә ауыр булманымы ни һеҙҙең икегеҙҙе үҫтергән саҡта? Уның ҡарауы атайығыҙ егерме йыл беҙҙән башҡа, иркенләп, нисек рәхәт, шулай йәшәне. Минең дә сирҙәрем бөтмәгән, ҡан баҫымы күтәрелеп йонсота, ҡайһы саҡ башты ла күтәреп булмай. Мине инфарктҡа еткерергә уйлайһығыҙмы?” – тип Ғаяздың ауыҙын ҡапланы.

 Телефонды һүндереп, өҫтәлгә ырғытты ла ул, тик күңелде нисек тынысландырырға? Донъя мәшәҡәттәренән тамам ҡатҡан баштағы уйҙарҙы телефон төймәһенә баҫҡан кеүек һүндереп булһасы...

Хәмиҙә менән Байрас бер ауылда тыуып үҫһәләр ҙә, йәш айырмаһы байтаҡ булғас, үҫмер саҡтарында әллә ни аралашманылар. Армиянан һуң егет ауылға ҡайтып та тормайынса, ҙур төҙөлөштәрҙең береһендә эшкә ҡалды. Ата-әсәһенә һирәкләп булһа ла ҡайтып йөрөнө, оҙаҡ ҡунаҡ булып ятырға яратманы, уның ситтән тороп институтта уҡығанын да Хәмиҙә белә ине. Ә бына бер йыл егет тыуған ауылына оҙаҡҡа ҡайтты, тотош бер айға! Атай-әсәй бер һүҙле булып, форсаттан файҙаланып, Байрасты өйләндереп, башлы-күҙле итеп оҙатырға теләне.

– Иптәштәрең күптән өйләнеп, бала-сағалы булып бөттө бит инде, ҡартаймаҫ борон өйлән, әтеү ҡыҙҙар ҡарамаҫ үҙеңә, – тип мыжыны әсәһе.

– Миңә тигән кәләш тыумаған бит әле, – тип һүҙҙе шаяртыуға борорға теләһә лә был юлы килеп сыҡманы, әңгәмәгә атаһы ҡушылды:

– Ни эшләп тыумаһын ти? Күптән тыуып, зифа буй еткергән! Күршенең ҡыҙы Хәмиҙәне әйтәм, оҙаҡламай техникум тамамлай. Эргәһендә әллә күпме егет-елән өйөрөлһә лә, иҫе китмәй, ә бына һинең турала кисә һорашып торҙо...

Байрас ата-әсәһенең һүҙҙәренең йыҡманы, ҡаршы төшөп тә маташманы, тик әлегә уның өйләнергә һис уйы юҡ, буйҙаҡ тормош ялҡытмаған әле, ҡулына диплом алаһы, яңы вазифаны үҙләштерәһе бар... Кисен бер төркөм дуҫтары, үҙе кеүек ғаилә ҡорорға өлгөрмәгән тиҫтерҙәре менән клубҡа барырға йыйынды. Күңелле генә барҙы киске уйын. Ҡурсаҡтай кейенгән-яһанған ҡыҙҙар егеттәрҙе вальсҡа саҡыра башлағас, Байрас ситкәрәк китергә ынтылһа ла, ҡаршыһына ҡапыл килеп баҫҡан һылыу ҡыҙҙы күреп, туҡтап ҡалды. Егет уның күрше ҡыҙы Хәмиҙә икәнен тәүҙә таныманы, әлбиттә. Күршеләр клубтан көлөшә-көлөшә, ауылдағы ҡыҙыҡлы хәл-ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрә- төшөрә күптәнге дуҫ-иштәрсә һөйләшеп ҡайтты.

 Ике аҙнанан гөрләтеп туй үткәрҙеләр, ата-әсә йәштәрҙе оло юлға оҙатып, улдарын башлы-күҙле итеүҙәренән бик ҡәнәғәт ҡалды.

Йәш ғаилә тәүҙә ятаҡта йәшәһә лә, өс йыл үтеүгә бына тигән фатирлы булды. Бер йыл үтеүгә донъяны йәмләп тәүге улдары Рәхимйән тыуҙы. Икенсе улдары Ғаяз донъяға килгәс, атайҙың башы күккә тейгәндәй булды. Донъя мәшәҡәттәре, бала тәрбиәләп үҫтереү, көнкүреш мәсьәләләре уртаһында ҡайнаған әсә үҙен бәхетле тойһа ла, ҡайһы саҡ техникумды тамамламайынса, ашығып, бер һөнәрһеҙ кейәүгә сығыуынан ҡәнәғәтһеҙлек тойғоһо кисерҙе. ”Ниңә, кешеләр белемһеҙ ҙә, вуз тамамламайынса ла йәшәй бит, юҡҡа ҡайғыраһың, уның ҡарауы улдарың белемле, һөнәрле булып үҫһен”, – тип йыуатыр ине уның хәленә инергә тырышҡан ире.

Йортҡа бәлә көтмәгәндә килде. Йәмһеҙ, болоҡһоу көҙ көндәренең береһендә Байрас эштән ҡайтманы. Бер аҙнанан һуң ғына әйберҙәрен алырға килде. Баҡһаң, ул Карина исемле яңы мөхәббәтен осратҡан. Ашханала ашнаҡсы булып эшләгән көләкәс ҡатын бер нисә ай эсендә Байрастың күңеленә лә, йөрәгенә лә юл тапҡан. Байрасты 10 һәм 12 йәштә генә малайҙарының атайһыҙ ҡалыуы ла ниәтенән туҡтата алманы. Ул бәлиғ булмаған йәштәге улдары, ҡатыны Хәмиҙә менән осрашыуҙарҙан ҡурҡыпмы, кеше күҙенә эләкмәҫкә тырышыпмы, яңы һөйгәне менән башҡа ҡалаға бөтөнләй күсеп китергә ҡарар итте. Юҡ, ул балаларынан баш тартмай, әлбиттә, алиментын түләй, ваҡыт табып, улдары менән осрашҡылап, хәлдәрен белешкеләп тора. Хәмиҙә тәүге көндәрҙе һыҙланып, ҡайғырып үткәрһә лә, яйлап яңы торошона, яңғыҙ ҡатын тормошона күнде. Эсенән генә үҙен ғәйепләп, иренең яңы мөхәббәте эргәһендә үҙенең бөтә яҡлап та отолоуын, еңелеүен, артта ҡалыуын яҡшы аңлай ине.

 Ваҡыт аяуһыҙ. Кисә генә әсәй күҙенә ҡарап, ярҙам көтөп ултырған малайҙар хәҙер инде армия хеҙмәтендә булып, белем алып, яратҡан йәрҙәренә өйләнде. Ауырыуҙан йонсоп, ҡартая барған аталары менән дә бәйләнеште өҙмәнеләр, Хәмиҙә лә уларға ҡаршы төшөп, иренә яла яғып, яманлап ултырманы. Елбәҙәк Карина менән тормоштары барып сыҡмағас, Байрасҡа фатирҙарын һатып, бүлешергә тура килә. Улдары әйтеүенсә, аталары майҙаны 12 квадратлыҡ бәләкәй генә бүлмәлә көн күрә икән. Һүҙ сыҡҡан һайын Хәмиҙәне һорашып, бергә йәшәгән иҫтәлекле, күңелле көндәрҙе хәтерләп, кире ҡайтҡыһы килеүен белдергән, имеш. “Хәмиҙә кире ҡабул итмәҫме икән?” – ирҙе борсоған һорау шул. Шуға күрә ир ҡорона ингән уландар әсәләре күңеленә асҡыс таба алмай йонсой. “Ул бит шундай киң күңелле, йомарт, изгелекле әсәй, бәлки, йөрәгендәге туңған боҙҙо иретеп булыр?” – тип өмөт итә улдар.

... Ғаяз улы менән һуңғы тапҡыр һөйләшкәндән һуң ике аҙна ваҡыт уҙҙы. Телевизор ҡарап ултырған Хәмиҙә, һаҡ ҡына ишек туҡылдатҡандарын ишетеп, һағайҙы. Тупһала таяҡҡа таянған, ҙур сумка тотҡан ҡартлыҡҡа ныҡ бирешкән, аҙғын ирен күреп, ҡатын албырғап ҡалды.

– Хәмиҙә, ҡыума мине. Минең башҡа барыр ерем юҡ, – тине ир.

Хәмиҙә бер һүҙ ҙә әйтмәй, уны өйгә индерҙе. Улдары хаҡына атайҙарын ғәфү иткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Йәшлек хаталары өсөн ҡартлыҡта әсенеүҙең, ғазапланыуҙың кәрәкмәгән ыҙа икәнен белә ине ул. Тағы ла ете йыл буйына улар күгәрсендәр кеүек гөрләште, аҡрын ғына баҡсала мәш килде, ейәндәрен ҡарашты. Тик ауыр операцияны Байрас күтәрә алманы. Хәҙер Хәмиҙә йәнә яңғыҙы ҙур өйҙә. Ҡатын үтеп барған ғүмер тураһында яҡты иҫтәлектәр менән йәшәй, әйтерһең дә, ире менән йәшәлгән тормош ал да гөл булған, йорттары бәхет менән тулған. Күрәһең, ғүмер барыһын да иләктән иләй, насарҙарын оноттора, бары яҡшылыҡтарҙы ғына хәтерҙә ҡалдыра.

 

Автор:
Читайте нас: