Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
22 Октябрь 2024, 08:45

"Әҙерәк кенә түҙ инде, инвалидтар оҙаҡ йәшәмәй ул"

Мин үҙемде артыҡ тоям. Еңгәм минең менән бөтөнләй һөйләшмәй. Әсәйем менән бергә ашарға бешереп, бергә ашай инек. Ағайым менән еңгәм минән айырым ашай, мине саҡырмай ҙа, үҙем барып ултырырға ҡурҡам. 

"Әҙерәк кенә түҙ инде, инвалидтар оҙаҡ йәшәмәй ул""Әҙерәк кенә түҙ инде, инвалидтар оҙаҡ йәшәмәй ул"
"Әҙерәк кенә түҙ инде, инвалидтар оҙаҡ йәшәмәй ул"

Әсәйем үлеп ҡалғас ағайым һәм еңгәйем менән тороп ҡалдым. Улар айырым йәшәй ине. Әсәйем менән икәүләп кенә йәшәгән ваҡыттарҙы һағынам. Юҡ, мин ағайымды бик яратам. Тик үҙемде артыҡ тоям. Эш шунда - мин тыумыштан инвалидмын. Үҙемде хеҙмәтләндерәм, өй эштәрен дә башҡара алам, тик яй хәрәкәт итәм, кәмселегем арҡаһында. Ағайым өйләнгәс ҡалаға сығып киткәйнеләр. Тик йәшәй алманылар ҙур ерҙә, ҡиммәт тип ҡайттылар. 

Әсәйем ауырый башлағас, ағайыма ныҡлап әйтте. Һеңлеңде ҡарайһың, ә мин һиңә өйҙө ҡалдырам тип. Бына шулай хәҙер бергәбеҙ. Тик мин үҙемде артыҡ тоям. Еңгәм минең менән бөтөнләй һөйләшмәй. Әсәйем менән бергә ашарға бешереп, бергә ашай инек. Ағайым менән еңгәм минән айырым ашай, мине саҡырмай ҙа, үҙем барып ултырырға ҡурҡам. 

Ә бер көн ағайымдың еңгәмә: "Әҙерәк кенә түҙ инде, инвалидтар оҙаҡ йәшәмәй ул",-тигәнен ишетеп, минең өсөн бар донъя емерелде. Мин ағайымды яратам, ул да мине ярата тип уйлай инем. Ә улар минең үлемде көтөп йөрөй. Ағайым үҙенең эш хаҡын, мин дә (өйҙән эшләйем) эш хаҡын һәм инвалидлыҡ аҡсаһын еңгәйгә биреп барабыҙ. Ә ул барыбер: "Бар нәмә ҡиммәт! Аҡса етмәй! Аҙыҡҡа күп китә"-тип әрләшә. 

Нисек йәшәрмен улар менән артабан. Тамаҡтан аш та үтмәй башланы...

В.  

Автор:
Читайте нас