Шоңҡар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Ноябрь , 20:40

Апаһының бәхетен урлағанмы, әллә үҙ бәхетен тапҡанмы?

- Гөлдәр, апайыңдың яратҡан егетен үҙеңә ҡаратып алырға нисек ҡыйыулығың етте. Һин атайыңа оҡшап эгоистһың, берәй нимә теләһәң, барыбер үҙеңдекен эшләйһең, - тип әсәһе лә Гөлдәргә ташлана.

Апаһының бәхетен урлағанмы, әллә үҙ бәхетен тапҡанмы?
Апаһының бәхетен урлағанмы, әллә үҙ бәхетен тапҡанмы?

Был тормошта ҡайһы бер кешеләрҙең яҙмышы шундай боролоштар ала, хатта ҡайһы яҡта дөрөҫлөк икәненә лә аптырап ҡалырһың.

Гөлдәр ғаиләлә икенсе бала булып үҫте. Унан олораҡ апаһы бар. Дилбәр менән Гөлдәрҙе әсәһе бәләкәй саҡтан яңғыҙы тәрбиәләне. Оло ҡыҙ ныҡ итеп әсәһенә оҡшаһа, бәләкәйе һуйған да ҡаплаған, атаһы. Әммә ҡыҙҙар аталарын бөтөнләй хәтерләмәй, сөнки әсәләре менән аталары айырылышҡанда ҡыҙҙарҙың береһенә – дүрт, икенсеһенә өс кенә йәш була. Әсәләре аталары уның менән ни өсөн юлдары айырылыуы хаҡында һөйләргә яратмай, әммә уға асыуы ныҡ икәне һиҙелә. Шулай ҙа үҫә төшкәс, өләсәләре уларҙың айырылышыу сәбәбен ҡыҙҙарға сер генә итеп систе. Баҡтиһәң, аталары йәш бер ҡыҙға ғашиҡ булып, ҡатынын һәм ике балаһын ҡалдырып, сит ҡалаға сығып киткән. Ҡыҙҙар атаһының бер ваҡытта ла килеп хәлдәрен белешеүен, аралашырға теләк белдереүен хәтерләмәй. Әсәләренә ике баланы аяҡҡа баҫтырыу еңел булмай, ашарына ла, кейем-һалымына ла кәрәк, ә килем сығанағы берәү – тик әсәләренең хеҙмәт хаҡы. Гөлдәр әсәһенә еңел түгеллеген аңлап, артыҡ әйбер һорамай, ҡайһы берҙә апаһының да әйберҙәрен кейеп, барына риза булып үҫә. Ә бына апаһы, киреһенсә, гел генә мода артынан ҡыуып, яңынан-яңы кейем таптыра. Гөлдәргә әсәһе апаһын нығыраҡ ярата кеүек тойолдо. Эш бында яңы әйбер һатып алыуҙа ла түгел, ә ысынлап та ғәзиз кешеһенең Дилдәргә күберәк иғтибар бүлеүе, уның менән күберәк серләшеүе, ә Гөлдәрҙе нисегерәктер ситкәрәк тибеүе һуҡыр күҙгә лә күренеп тора ине. Тик Гөлдәр һис ҡасан үпкәләмәне, ә иң яҡын кешеһенең һөйөүен яулау өсөн тырышып уҡыны, тырышып эшләне.
- Гөлдәр, һин әсәйеңә үпкәләмә. Ул бит һинең атайыңды ғәфү итә алмай, уны бик ныҡ ярата ине. Атайың ғаиләнән киткәс, ярты йыл буйына илап йәшәне, - ти торғайны өләсәһе.
- Ә мине бөтөнләй яратмаймы ни һуң? - тип һораған Гөлдәргә:
- Ярата, әлбиттә, тик һин ныҡ итеп атайыңа оҡшағанһың, һиңә ҡарау менән атайың иҫенә төшә, күрәһең. Әгәр әсәйең яңынан кейәүгә сыҡһа, бәлки, уны онотор ине. Әммә ул ғүмерен башҡа кеше менән бәйләгеһе килмәне, - тип йыуатты ейәнсәрен өләсәһе.
Шулай итеп, Гөлдәр өсөн өләсәһе берҙән-бер йыуатыу-сыһына, хәстәрләүсеһенә әүе-релә.
Йылдар артынан йылдар үтә, Дилбәр менән Гөлдәр береһенән-береһе һылыуыраҡ булып буй етә. Дилбәр пе-дагогия училищеһында уҡып йөрөгәндә ғашиҡ була. Дилбәр үҙенең мөхәббәт уттарында яныуы хаҡында туғаны менән түгел, күберәк әсәһе менән серләшә. Ә Гөлдәр инде апаһының матур-матур кейемдәрен кейеп, биҙәнеп көн дә осрашыуға барыуынан һәм түбәһе күккә тейерҙәй булып осоп йөрөүенән быны һиҙә. Һуңыраҡ Дилбәр һеңлеһенә лә сере менән бүлешә. Ул егетенең бик матур һәм Руслан исемле булыуын һөйләй. Гөлдәр иһә апаһының мөхәббәтенә һис тә көнләшмәй, уның бәхете-нә ҡыуанып ҡына ҡуя. Ә оҙаҡ-ламай Гөлдәрҙең үҙенең дә был матур хистәр ялмап ала.
Яҙ айының матур бер кисендә ул паркка йөрөргә сыға. Яй ғына аҙымдар менән уның буйын иңләгәндән һуң, ял итергә эскәмйәгә ултыра һәм үҙ уйҙарына сума. Шул саҡ ҡыҙҙың янына берәү килеп һүҙ ҡуша:
- Һылыу, нимә хыҡында хыялланаһығыҙ? – ти ул.
- Бер нимә хаҡында ла түгел. - Гөлдәрҙең ҡаушауҙан тауышы саҡ-саҡ сыға. Шунан егеткә ҡарап, уны әллә ҡасандан белгән кеүек тойоп, үҙ-үҙен ҡулға ала ла, - Туңдырма ашағы килә лә ул, тик бөгөн нишләптер паркта һатмайҙар, - ти.
- Проблема юҡ, мин хәҙер магазиндан алып киләм, - ти ҙә егет парктан йыраҡ булмаған магазинға йүгерә.
Гөлдәр бер яҡтан, бөтөнләй таныш булмаған кешегә шулай асылып китеп, уны туңдырма артынан ебәреүенә уңайһыҙланһа ла, икенсе яҡтан, егет уның күңеленә яҡын тойола.
Ике минут та үтеп өлгөрмәй, егет уның янында туңдырма менән килеп баҫа. Һүҙ артынан һүҙ ҡушылып, улар күптәнге таныштар кеүек йәнле итеп аралаша, хатта ваҡыттың үткәнен дә һиҙмәй. Гөлдәр бығаса тоймаған хистәр кисереп, аяҡтары ергә теймәй осоп тигәндәй ҡайтып инә өйөнә.
Икенсе көндө ҡыҙ паркка килеүгә егет уны тағы ла туңдырма менән ҡаршы ала. Оҙатҡанда инде егет ҡыҙҙы ҡосағына алып ирендәренән ипләп кенә үбә. Ҡыҙ өсөн был тәүге үбешеүе һәм беренсе мөхәббәте була. Гөлдәр үҙенең мөхәббәт серен өләсәһенә генә һөйләй. Яҡын кешеһе уның өсөн бик шат булыуын әйтә. Бер-береһенә ғашиҡ булған йәштәр шулай йәй буйына осраша. Ҡыҙындағы үҙгәрештәрҙе әсәһе лә һиҙмәй ҡалмай. Ул һораша башлағас, Гөлдәр күптән күңел түрендә һаҡлап йөрөткән серен ғәзиз кешеһенә һөйләмәйенсә булдыра алмай. Әсәһе бер яҡтан уның өсөн шат булыуын әйтһә лә, борсолоуын да белдерә:
- Яҡшы әҙәм булһа ярар ҙа, юғиһә, ана апайың осрашҡан егет бер ниндәй аңлатыуһыҙ-ниһеҙ юҡҡа сыҡҡан. Шуның өсөн беҙгә саҡыр, яҡын-даныраҡ танышһаҡ һәйбәт булыр, - ти ул.
Ысынлап та Гөлдәр мөхәббәттән башы әйләнеп, апаһының күңелһеҙ йөрөүенә иғтибар ҙа итмәгән шул.
Гөлдәр егетенә әсәһенең уның менән танышырға теләүен белдергәс, уныһы шатланып риза була. Буласаҡ кейәү килеүгә өҫтәл әҙерләнә. Ишектә ҡыңғырау шылтыра-ғас, Гөлдәр барып ишекте аса. Ҡулына сәскә гөлләмәһе тотҡан йәш кеше тупһа аша үтә лә, ипләп кенә ҡыҙҙың битенән үбә. Шул саҡ төпкө бүлмәнән Гөлдәрҙең апаһы Дилбәр килеп сыға. Егетте күреү менән уның аяҡ аҫтынан ер убылып төшкәндәй сайҡалып ҡуя.
- Һин? - тип саҡ һорай ала ул.
- Дилбәр, был һинме, нисек? – тип һорай егет тә.
Бер аҙ тынлыҡтан һуң, барыһы ла эштең ниҙә икәненә төшөнә. Гөлдәр үлеп ғашиҡ булған егет уның апаһы менән осрашып эҙһеҙ юғалған Руслан булып сыға.
Бер аҙ һуштарын йыйғас Дилбәр бөтә асыуы менән Русланға һелтәнә.
- Ах, һин шулай мине Гөлдәргә алыштырҙыңмы ней, - тип бөтә асыуынан ҡысҡыра.
- Дилбәр, мин бит Гөлдәрҙең һинең һеңлең икәнен белмәнем, - тип аҡлана егет. – Һеҙ бит бөтөнләй бер-берегеҙгә оҡшамағанһығыҙ.
- Гөлдәр, апайыңдың яратҡан егетен үҙеңә ҡаратып алырға нисек ҡыйыулығың етте. Һин атайыңа оҡшап эгоистһың, берәй нимә теләһәң, барыбер үҙеңдекен эшләйһең, - тип әсәһе лә Гөлдәргә ташлана.
Өләсәй кеше генә ейәнсәреп яҡлап сыға.
- Улай тимә, Гөлдәр бит Руслан апаһының һөйгән егете булыуын бөтөнләй белмәгән. Һәм атаһының да бында ниндәй ҡыҫылышы бар, - ти ул.
Гөлдәрҙең бөтә был көтөлмәгән хәлдән, әйтелгән һүҙҙәрҙән күҙҙәренә йәш, тамағына төйөр тығыла. Ул бер ни өндәшә алмай, бүлмәһенә инеп бикләнә. Әммә уны йыуатырға теләүсе бер кеше лә табылмай. Тик бер аҙҙан һуң ғына өләсәһе ишекте шаҡый.
- Беләһеңме, Гөлдәр, миңә һинең егетең оҡшаны, - ти ул бүлмәгә ингәс. - Тағы ла шуны бел, был килеп сыҡҡан хәлдә һинең ғәйебең юҡ. Үҙеңде язалама. Әсәйең менән апайыңдың әйткәндәрен йөрәгеңә яҡын алма. Бәлә-кәсем минең, кешене бит көсләп яраттырып булмай, Руслан һине, һин уны яратаһың икән, һеҙ үҙ мөхәббәтегеҙҙе һаҡларға тейеш.
Ҡәҙерле өләсәһенең тап ошо кәрәкле ваҡытта аҡыллы һүҙҙәре менән йыуатыуы Гөлдәргә көс бирә. Ә өләсәһе бер Гөлдәр менән генә түгел, уның әсәһе һәм апаһы менән дә матур ғына итеп һөйләшә һәм улар ҙа Гөлдәргә ҡарата йомшара, уның ысынлап та кеше бәхетә үрелергә теләмәүен, ә үҙ бәхетен табыуын аңлай.

Фото: Гөлнур ҠЫУАТОВА

Автор:
Читайте нас: