Шоңҡар
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Ноябрь , 10:01

Йәшәү йәме – татыулыҡ һәм мөхәббәттә

Күптән түгел Хәйбулла районының ЗАГС бүлегендә күркәм ғаилә байрамдарын билдәләүселәрҙе тәбрикләнеләр.

Йәшәү йәме – татыулыҡ һәм мөхәббәттә
Йәшәү йәме – татыулыҡ һәм мөхәббәттә

Тирә-яғыбыҙға күҙ һалайыҡ әле! Ауылдарыбыҙҙа хәләл ефетенә тоғро булып, ҡулға-ҡул тотоношоп йәшәгән ғаиләләр бихисап. Матур донъя көтөү, татыу ғаилә ҡороу, тәүфиҡле балалар үҫтереү – был бит мөхәббәт емеше. Күптән түгел район ЗАГС бүлегендә күркәм ғаилә байрамдарын билдәләүселәрҙе тәбрикләнеләр. Аҡъяр ауылында пар ҡанатлы, һикәлтәле ғүмер юлдарынан бергә атлаусы, бер-береһен яратышып, күгәрсендәр кеүек гөрләшеп йәшәүсе ғаиләләр күп. Улар араһында Дамир һәм Рәйсә Ҡолбаевтар 60 йыл бергә татыу ғүмер итеп, гәүһәр туйҙарын билдәләй. Нәзиф һәм Хәтирә Ишемғоловтар, Салауат һәм Фая Юлдашбаевтар, Рәжәп һәм Вәлимә Ҡаҙаҡбаевтар, Хәлим һәм Вәлимә Ҡоҙабаевтар 50 йыл бергә донъя көтөп, алтын туйҙарын ҡаршы алыусы парҙар.
Юбилярҙарҙы ҡотларға район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Роза Рәсембәтова, Аҡъяр ауыл биләмәһе башлығы Азамат Баҡтыбаев, район ветерандар советы рәйесе Ырыҫбикә Аллағолова ихлас күңелдән ҡотлап, республика Башлығы Радий Хәбиров һәм урындағы ауыл биләмәһе хакимиәте исеменән ҡотлау хаттары һәм бүләктәр тапшырҙылар. Уларҙың ғүмере–йәш быуынға лайыҡлы үрнәк, тип билдәләне улар һәм ныҡлы сәләмәтлек, күңел күтәренкелеге, яҡындарының һөйөүендә йәшәүҙәрен теләне. Ҡотлауҙарға юбилярҙарҙың балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, туғандары ла ҡушылды. Район мәҙәниәт йорто үҙешмәкәр артистары уларға музыкаль бүләк яһаны.
Бер-береһен ихтирам иткән, һөйгән, ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡҡан, бер-береһенә терәк булып йәшәгән, ғаилә усағын һүндермәйенсә, быуындар ебен тигеҙ тотоп, матур ғаилә ҡороп балалар үҫтереүсе, үҙҙәренең гәүһәр, алтын юбилейҙарын билдәләүсе ғаиләләргә ныҡлы һаулыҡ, балаларының ихтирамына, иғтибарына төрөнөп, оҙаҡ йылдар йәшәүҙәрен теләйбеҙ.

Ильнара Аптикова

"Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзите сайтынан.

Йәшәү йәме – татыулыҡ һәм мөхәббәттә
Йәшәү йәме – татыулыҡ һәм мөхәббәттә
Йәшәү йәме – татыулыҡ һәм мөхәббәттә
Йәшәү йәме – татыулыҡ һәм мөхәббәттә
Йәшәү йәме – татыулыҡ һәм мөхәббәттә
Йәшәү йәме – татыулыҡ һәм мөхәббәттә
Йәшәү йәме – татыулыҡ һәм мөхәббәттә
Автор:
Читайте нас: