-5 °С
Болотло
Ирем башҡа ҡатынға киткәс, бер йыл туҡтамай иланым. Һуҡырая башлағас, туҡтаным. Табип, тағы шулай илаһаң, биллаһи, һуҡыр ҡалаһың, тине.
"Ир бирмәк - йән бирмәк" тигәнде мин шунда аңланым. Миңә ир менән торған тормош үлгән тип ҡәберен күҙ алдына килтерергә ҡушҡандар ине. Эшләп ҡарағыҙ әле шуны. Ир үлгән тип түгел, элекке тормош үлгән тип.
Үҙегеҙгә йыуаныс табырға тырышығыҙ, Аллаһтан һорағыҙ. Йылдар үткәс, еңеллек килә.
Минең был хәлдәргә туғыҙ йыл үтте инде. Аллаһҡа сикһеҙ шөкөр итеп йәшәйем хәҙер.
Гөлдәр БИРГӘНОВА-БҮЛӘКБАЕВА.