“Мин бәхетле. Балаларыма, тормош иптәшемә кәрәк булыуымды тойоп йәшәү - иң ҙур бәхет ул”, - ти, Бишбүләк ауылында йәшәүсе өс бала әсәһе Әлфиә Дәүләтбирҙе ҡыҙы. Уның бар тормош мәғәнәһе, уй-кисерәштәре ошо ябай ғына, әммә ҙур ихласлыҡ менән әйтелгән һүҙҙәрҙә асыҡ сағылыш таба һымаҡ...
Әлфиә Уканиева-Сабитова Ҡаныҡай ауылында донъяға килгән. Урындағы мәктәпте тамамлағас, Бәләбәй педагогия училищеһында белем ала. Хеҙмәт юлын Өфө ҡалаһындағы “Вектор” Йәштәр үҙәгендә башлай. Ошо йылдарҙа буласаҡ йәрен осрата.
- Беҙ тәүҙә ирем Артур менән ете йыл Айытта йәшәнек, шунан Бишбүләктә ер алып, йорт һала башланыҡ. 2017 йылда өйҙөң башын ябып ҡуйҙыҡ, уны тулыһынса төҙөп бөтөү өсөн дәүләт ярҙамынан файҙаландыҡ - «Ауылды социаль үҫтереү» федераль маҡсатлы программаһы беҙгә бик тә ярап ҡалды, - ти, иркен һәм яҡты йорт хужабикәһе.
Йәш ғаилә яңы урында ошо өйҙө төҙөп бөтөп, 2021 йылды үҙ йорттарында ҡаршылай. Бөгөнгө көндә ике ҡыҙға һәм бер малайға бәхетле атай-әсәй улар. Өлкәндәре Бишбүләк ауылының 3-cө урта мәктәбендә белем ала. Юлиә 6-сы класта – “Шайморатовсы” класында уҡый, 3-cө кластағы Илнур ҙа, апаһынан ҡалышмай, тик “яҡшы” билдәләренә өлгәшә. Ғаиләлә өс йәшлек шуҡ, тиктормаҫ Алия “Умка” балалар баҡсаһына йөрөй.
- Бәләкәй ҡыҙымды тапҡан мәл берсә һөйөнөслө, берсә көйөнөслө йыл булараҡ хәтерҙә ҡалды. Йөрәк аҫтында сабыйым тибеүенә шатланһам да, барыһы ла шыма ғына булманы, йөклө килеш, сир йоҡтороп, ковид-госпиталдә ятып сыҡтым. Шул осорҙа әсәйем (Зөлхизә) ҡаты ауырып баҡыйлыҡҡа күсте, ул ҡыҙ буласағын белеп китте, - тип үткәндәрҙе иҫкә ала ул.
Бала – ата-әсәнең көҙгөһө, тиҙәр. Ысынлап та, ата-әсәнең булмышы көҙгөләгеләй балаларында сағыла. Әлфиә һәм Артур Уканиевтар иң тәү сиратта ул-ҡыҙҙарына хеҙмәт тәрбиәһе биреп үҫтерә.
- Балаларыбыҙ ҡул араһына керә инде, ҡыҙыбыҙ үҙаллы бешеренә -беҙҙе төрлө тәмлекәстәр менән һыйлай, улыбыҙға күбеһенсә тышта булыу оҡшай. Икеһе лә спорт менән шөғөлләнергә ярата. Ни тиһәң дә, район үҙәгендә балаларҙың һәләттәрен үҫтереү өсөн мөмкинлектәр күп: Азалия ҡыҙым “Елкән” спорт-һауыҡтырыу комплексында еңел атлетика менән шөғөлләнә, унан алдараҡ ул Балалар сәнғәт мәктәбенең художество бүлеген “5”-кә генә тамамланы. Ҡыҙым - икенсе йыл, ә улым өсөнсө йыл инде Азамат Хәбетдинов алып барған милли көрәш түңәрәгенә йөрөй. Һөҙөмтәләр ҙә юҡ түгел, Илнур улым быйыл һабантуйҙа көрәшеп, электр менән сәс алыу машинкаһы алды, ә күптән түгел Миәкәлә уҙған бәйгелә, үҙ ауырлыҡ категорияһындағылар менән көрәшеп, ун мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде, - тип балаларының уңыштары тураһында бәйән итә әсәй кеше.
Таянысы булған ире Айыт ауылынан, ул “Калинин” исемендәге яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең директор урынбаҫары. Артур Вадим улы үҙе лә район исеменән спорт ярыштарында сығыш яһай. Улы менән бергәләп волейбол уйнарға йөрөйҙәр, ял көндәрендә бар ғаилә менән саңғы шыуырға сығалар.
- Иремдән уңдым, ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырыша, өйҙә барлыҡ уңайлыҡтар булдырылған, балаларҙың һәр ҡайһының үҙ бүлмәһе бар. Эш, аш һәм шундай көслө терәгең булғанда, балаларҙы үҫтереүе ауыр түгел, - ти, бәхетле әсәй.
Ғаилә усағын һаҡлаусы Әлфиә өсөн өй йылыһы айырыуса мөһим. Таҙалыҡты, бөхтәлекте яратҡан хужабикә тәмлекәстәр бешереп яҡындарын һыйларға ла, туғандары менән аралашырға ла, күңеленә яҡын эш менән шөғөлләнергә һәм йәмәғәт эштәрендә ҡатнашырға ла өлгөрә.
- Айытта үҙебеҙҙең умарталыбыҙ бар, бала менән дектет ялында ултырғанда уҡ, балауыҙан фигуралар яһау менән мауығып киттем. Әлбиттә, ныҡлап өйрәнгәнсе, Интернеттан махсус курстар үттем. Хәҙер яһаған әйберҙәрем менән йыш ҡына мәктәптәге, район мәҙәниәт һарайында уҙғарылған йәрминкәләрҙә ҡатнашам, унда һатылған әйберҙәрҙең аҡсаһын ярҙам йөҙөнән махсус хәрби операциялағыларға күсерәм. Бишбүләк районы символы булған байбаҡты һабантуйҙа һатып алғайным, балауыҙҙан шуны яһаным, әйтергә кәрәк, уны һораусылар күп. Бынан тыш, Шыршы һәм Яңы йыл символдары яһайым. Төрлө формалағы балауыҙ шәмдәргә лә заказ биреүседәр бар. Быйыл балалар һәм күршеләр менән балауыҙҙан окоп шәмдәре әҙерләп, ике тапҡыр посылка ебәрҙек. Өҫтәп, яугирҙәргә күстәнәскә бал да һалдыҡ, - тип, үҙенең мауығыуҙары тураһында һөйләй ул.
Ғаиләлә татыулыҡ, бер-береңә ышаныс һәм тыныс мөхит булғанда, әллә ниндәй маҡсаттарға өлгәшергә мөмкин. Быға Уканиевтар ғаиләһе менән танышҡандан һуң, тағы бер тапҡыр инандыҡ. Балаларының ошондай матур тормош ҡороуына өләсәй-олатайҙар – Лилиә менән Вадим Уканиевтар сикһеҙ шат.
- Иремдең 85 йәшлек өләсәһе Бишбүләктә йәшәй һәм ул беҙҙе һәм ейән-ейәнсәрҙәрен тыуған көндәре менән ҡотларға килә. Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, яҡындарыбыҙҙы Әсәйҙәр көнө, Яңы йыл һ.б. байрамдарҙа ҡотларға ҡайтабыҙ. Әсәйҙәргә теләгем шул: балаларыбыҙҙың изгелеген күреп, бәхетле тормошта йәшәйек. Донъяны бары тик асыҡ төҫтәрҙә генә күрергә ғәҙәтләнәйек.
Тәү ҡарауға Уканиевтар ғаиләһе башҡаларҙан бер нәмәһе менән дә айырылмай кеүек. Шулай ҙа уларҙа атай абруйы, әсәй наҙы, балалар ҡәҙере, өлкәндәр аҡылы сағыла. Ошондай ғаиләләр күберәк булһын ине!
Ләйлә ҒҮМӘРОВА,
Автор фотоһы.
"Дим буйҙары" гәзите сайтынан.