Шоңҡар
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Декабрь , 10:50

Ҡатын - биҙәк, ир - терәк булғанда

ер ауылда тыуып үҫкән Айгөл Сөләймән ҡыҙы менән Хәйҙәр Хәбир улы бер-береһен бәләкәйҙән белеп, күреп үҫһәләр ҙә, үҙ сәғәттәре һуҡҡас ҡына тәү ҡараштан бер-береһенә ғашиҡ була. Эйе, Грузияла әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡан бөркөттәй егеттең Стәрлетамаҡ педагогия колледжында уҡып йөрөгән һыу һөлөгө кеүек ҡыҙға күҙе төшә һәм йәштәр күп тә үтмәй өйләнешәләр. Мөхәббәт емештәре булған биш балалары - иң ҙур ҡыуаныстары, һәр эштә ярҙамсылары.

Ҡатын - биҙәк, ир - терәк булғанда
Ҡатын - биҙәк, ир - терәк булғанда

Элек баҫыу булған ерҙәрҙе күҙ алдынан үткәреп, хәҙер матур-матур йорттар ҡалҡып сығыуына, ошо ауылдың хөрмәтле кешеләре - Үтәгәновтар исемен йөрөткән урам булыуына һөйөнөп килеп индем Шәйхоловтарҙың йортона. Бында бөтә урам-ихата тирәһендә эш ҡайнап, йәнлелек һиҙелеп тора. Йорт эсендә лә бар ерҙә тәртип күҙгә салына, динебеҙгә, телебеҙгә иғтибар ҙур булыуы һиҙелә.
Бер ауылда тыуып үҫкән Айгөл Сөләймән ҡыҙы менән Хәйҙәр Хәбир улы бер-береһен бәләкәйҙән белеп, күреп үҫһәләр ҙә, үҙ сәғәттәре һуҡҡас ҡына тәү ҡараштан бер-береһенә ғашиҡ була. Эйе, Грузияла әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡан бөркөттәй егеттең Стәрлетамаҡ педагогия колледжында уҡып йөрөгән һыу һөлөгө кеүек ҡыҙға күҙе төшә һәм йәштәр күп тә үтмәй өйләнешәләр. 2001 йылда ике яҡтың туғандарын йыйып, гөрләтеп туй үткәрәләр. Һигеҙ балалы ишле ғаиләлә өсөнсөһө булып үҫкән Айгөл дә, дүрт бала араһында иң өлкәне булып буй еткергән Хәйҙәр ҙә ауыл тормошонан, эшенән ҡурҡып тормай, үҙҙәренең тыуған ерҙәрендә төпләнергә ҡарар итәләр. 2010 йылдың 1 ноябрендә яңы урында ошо өйҙө төҙөп бөтөп, шунда күсенәләр. Йәштәр еңел эш көтөп, ҡул ҡаушырып, кемдәндер ярҙам өмөт итеп ултырмай, һәләттәрен, мөмкинлектәрен эшкә егеп, төрлө йүнәлештә үҙҙәренең булдыҡлылығын һынап ҡарайҙар. Йорт хужаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһында, Себер тарафтарында ла эшләп ала. Сит ерҙәрҙә йөрөп ялҡҡас, ауылда үҙ эшен булдырырға ҡарар итә. Пилорам һатып алып, уны эшләтеп ебәрә. Ул үҙе иретеп йәбештереүсе, бура оҫтаһы ла, бар эшкә маһир ир-ат. Бына әле шлакоблоктан мунса төҙөп бөтөп баралар, гараж төҙөргә лә йыйыналар.
Сәйетбаба мәктәбендә инглиз теленән уҡытҡан Айгөл Сөләймән ҡыҙы ситтән тороп Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте факультетын тамамлай. Матурлыҡты күрә белгән тырыш, уңған, фантазияға бай кешеләр ғәҙәттә үҙҙәрен төрлө яҡтан һынап ҡарарға ярата. Айгәл башта парикмахер – причёска эшләү, сәс киҫеү, ҡаштарҙы оҙайлы ваҡытҡа буяу, яһалма керпек үҫтереү, косметолог хеҙмәте эшенә тотонорға уйлап ҡарай, әммә был шөғөлдәр үҙенеке түгеллеген аңлай. Һораусыларға төрлө сәк-сәк, пирог һәм башҡа тәмлекәстәр бешереп ҡарай. Әле декрет ялында ултырғанда тырнаҡ буяу серҙәре менән ҡыҙыҡһына башлай һәм, күп уйлап тормай, ошо маҡсатын тормошҡа ашырыу йәһәтенән Стәрлетамаҡ ҡалаһына юллана. Дизайнын өйрән, ҡалала матурлыҡ салондарында тырнаҡ тәрбиәләү буйынса түләүле төрлө махсус курстар үтеп сертификаттар ала, был шөғөлдөң серҙәренә төшөнә.
- Һәр кемдең ниндәйҙер оҫталығы һәм күңеленә ятҡан шөғөлө булалыр инде. Миңә ошо шөғөл нығыраҡ оҡшаны. Иң тәүҙә тырнаҡтағы ауырыуҙар, уларҙы дауалау тураһында өйрәндем. Ундағы үҙгәрештәр кеше һаулығы тураһында күпте белдерә, организмдағы етди ауырыуҙар тураһында иҫкәртеүе ихтимал. Шуға ла кемделер анализ тапшырырға ебәрәм, табип менән берлектә алып барам был эште. Тырнаҡты буяның да бөттө түгел, ул һау, шыма һәм матур булырға тейеш бит. Ауыл ерендә тырнаҡтарға иғтибар бирмәйбеҙ, был эште асыуым да уларҙың ваҡытын, һаулығын күҙ уңында тотоп эшләнде. Эш өсөн махсус кресло, бар әйберҙе ҡуйырға тәғәйен өҫтәл алып, айырым бүлмәгә урынлаштырҙыҡ. Килеүселәргә уңайлы булһын өсөн ишекте айырым асырға ғына ҡалды. Үҙемдең шөғөлөм менән яҡындарымды, ауылдаштарымды ҡыуандырам, табыш та килтерә, ҡыҙҙарым да ҡыҙыҡһына. Инәйем менән ҡәйнәм бар яҡлап та төп терәк. Нимә булһа ла кәңәш һорап, уларҙың ярҙамына таянабыҙ, - тип үҙ шөғөлө һәм тормошо менән таныштырҙы Айгөл Сөләймән ҡыҙы.
Иң беренсе кеше һаулығына иғтибар биреү Айгөлгә инәһенән дә күскәндер. Сәйетбаба ауылында йәшәүсе инәһе Рисәлә Сәхи ҡыҙы ла быуын ултыртыу, мейе ҡағыу, эс төшөүҙән дауалау буйынса тәбиғәттән бирелгән һәләтле, ҡулы имле кеше.
Шәйхоловтарҙың иркен, күркәм йорттарында бар уңайлыҡтар булдырылған, газ, һыу үткән, бүлмәләргә бүленгән. Улар үҙ шөғөлдәренән тыш күпләп мал да тота. Мөхәббәт емештәре булған биш балалары - иң ҙур ҡыуаныстары, һәр эштә ярҙамсылары. Оло ҡыҙҙары Алһыу Салауат медицина училищеһын тамамлап, Өфө ҡалаһында эшләй һәм йәшәй. Былтыр Әбйәлил районы егете Әлинурға кейәүгә сығып, декабрҙә бар туғандарын йыйып никах туйы уҙғарғандар. Алтынай ҡыҙҙары ла Өфө ҡалаһында уңышлы эшләп йөрөй. 9-сы класта уҡып йөрөүсе Даян улдары атаһының уң ҡулы. Айсулпанға алты йәш, ул әле 9 айлыҡ ҡына Айдинә туғанына күҙ-ҡолаҡ булып тороусы ярҙамсылары, йорттоң биҙәге.
Маҡсатлы, алға ынтылып, булғанына шөкөр итеп, булмағанын бергәләп хәстәрләп, тыуған ерҙәренә йәм өҫтәп, хеҙмәттән, йәшәүҙән тәм табып ғүмер кисерә Шәйхоловтар. Матур итеп донъя көтөп, тәрбиәле балалар үҫтереп, яратҡан шөғөлдәренә башкөллө сумған Айгөл Сөләймән ҡыҙы менән Хәйҙәр Хәбир улына киләсәктә лә ауылдаштарының ышанысын аҡлап, һаулыҡта, йәштәргә өлгө булып йәшәүҙәрен теләп ҡалабыҙ.

Әлфиә Вәлиева.

"Табын" гәзитенән

Ғафури районы.

Автор:
Читайте нас: