Тормошобоҙҙа ауыр минуттарҙа ярҙамға килгән һәм беҙҙе, яҡындарыбыҙҙы аяҡҡа баҫтырған, иртәгәһе көнгә өмөт уятҡан табиптарһыҙ үҙ ғүмеребеҙҙе күҙ алдына килтереүе ауыр. “Эшем еңел түгел, әммә кешеләргә кәрәкле булыуым ғорурландыра. Һинең күҙеңә оло ышаныс менән баҡҡан һәр пациентты ҡарағандан һуң уларҙың йөҙҙәрендә нур йүгереүен, бер аҙ тынысланып, шәбәйеп китеүен күреү һәм тойоуҙан да бәхетлерәк мәл юҡтыр,” – ти үҙ эшенең белгесе Рәмилә Вәхитова.
Рәмилә Рәфҡәт ҡыҙы – Йылайыр районы Йомағужа ауылынан, Ғилмиә һәм Рәфҡәт Вәхитовтарҙың татыу ғаиләһендә тәүге шатлыҡтары булып донъяға килгән. Ғаиләлә беренсе бала булараҡ ата-әсәһенең ярҙамсыһы, терәк-таянысы булһа, һеңле-ҡустыһына яратҡан ғына апайҙары була.
- Бала саҡтан табип булырға хыялландым, миндә һәр ваҡыт кешеләргә ярҙам итеү теләге көслө булды, – тип хәтирәләре менән бүлешә Рәмилә.
Ата-әсәһенең лайыҡлы өлгөһөндә тәрбиәләнгән ҡыҙ мәктәптә лә һынатмай. Бала саҡтан күңеленә һалып ҡуйған хыялына тоғро ҡалып, тырышып уҡый, айырыуса биология, химия фәндәрен төплө өйрәнә. Унан тыш мәктәптә үткәрелгән барлыҡ әҙәби-мәҙәни сараларҙа ҡатнаша, спорт яғынан да ҡалышмай, олимпиадаларҙа призлы урындар яулай.
Үҙенең яратҡан уҡытыусылары Роза Аллабирҙе ҡыҙы Мортаева менән Илнур Салауат улын Шаһиевты яҡты иҫтәлектәр менән хәтергә ала Рәмилә:
- Уларҙың алгебра һәм геометрия фәндәрен уҡыусыларға нисек итеп еткереүе, ентекле итеп аңлатыуҙары, тырышып белем биреүҙәре миңә ныҡ оҡшай ине, һәм шунлыҡтан мин был фәндәрҙе лә үҙ итә инем. Уларҙың дәрестәренән мин уҡыуға көс-дәрт алып сыға инем...
Табип һөнәрен һайлауҙа класс етәксем Зөһрә Мөҡим ҡыҙы Ғәниеваның да бик ҙур өлөшө бар. Уҡыу барышында ул миндә бар яҡлап буласаҡ һөнәремә һөйөү тәрбиәләне, һәр ваҡыт өгөт-нәсихәтен биреп торҙо – ти табибә.
11 класты уңышлы тамамлап, Берҙәм дәүләт имтихандарын да яҡшы һөҙөмтәләргә биреп, Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау факультетына уҡырға инә ул. Үҙ һөнәреңде, эшеңде яҡшы белеү өсөн ныҡлы нигеҙ кәрәк, айырыуса кеше һаулығы, уларҙың ғүмерҙәре өсөн яуаплы булған белгестәргә. Рәмилә Рәфҡәт ҡыҙы һайлаған һөнәренең барлыҡ нескәлектәрен төптән аңлау өсөн ҙур тырышлыҡ һала.
Юғары белемле йәш белгес артабан һөнәре буйынса эшләү урыны итеп Бөрйән районы Иҫке Собханғол үҙәк район дауаханаһын һайлай. Участка терапевы булып хеҙмәт юлын башлай. Бөрйән халҡы, үҙенекеләй күреп, бик йылы ҡабул итә уны. Баҫалҡы, ипле, компетентлы йәш белгес һәр пациентты йылы ҡабул итеүе, дөрөҫ дауалауы, төплө кәңәш биреүе менән лайыҡлы ихтирам ҡаҙана.
- Кешеләр менән эшләүе бер аҙ ауыр булһа ла, яуаплы эште башҡарыу миңә баһалап бөткөһөҙ профессиональ тәжрибә бирҙе, – ти ул.
Иҫке Собханғолда 4 йыл эшләгәндән һуң, белемен тағыл ла камиллаштырыу ниәте менән баш ҡалабыҙ Өфөгә күсә яҡташыбыҙ. Әлеге ваҡытта буласаҡ табип-кардиолог ординатураның 2-се курсында белем ала. Ғүмер – уҡыу тигәндәй, тынғы белмәҫ Рәмилә массаж эшләү техникаһына, һөлөк менән дауалау, хиджама эшләү буйынса уҡып, күп кешегә ярҙам иткән дә инде. Үҙе табип булараҡ, үҙ белдегең менән халыҡ медицинаһы менән дауаланырға кәңәш итмәй. Белгестәр менән кәңәшләшкәндән һуң ғына, төп дауаға өҫтәмә рәүешендә ҡулланылыуы тураһында киҫәтә.
Эшләп, уҡып ҡына йөрөй икән тип уйламағыҙ, буш ваҡытында ул яҡындарын тәмле-татлы ризыҡтар менән һыйлай, күңел йылыһын һалып ҡул эштәре менән булыша. Хәҙерге йәштәрҙең күпселеге ауыл тормошон, ауылдағы хеҙмәтте бик үҙһенмәй, ә беҙҙең геройыбыҙ, киреһенсә, ауылда үҫкән ҡыҙ булараҡ, баҡса үҫтерергә, ҡош-ҡорт көтөргә, мал ҡарарға ярата.
Киләсәккә ниндәй пландар, уй-хыялдар менән йәшәйһең тигән һорауға Рәмилә: “ уҡыуымды уңышлы тамамлап, алған белемдәремде практикала ҡулланып, халыҡ мәнфәғәтендә эшләргә, – ти. – Әммә минең өсөн иң мөһиме, күңел биргән эшеңдән тыш, яратҡан кешеңдең – һине ярты һүҙҙән аңлаған ишеңдең булыуы, уның менән донъя ҡороп, балалар үҫтереүе...
Әңгәмә һуңында Рәмилә Рәфҡәт ҡыҙы барлыҡ уңыштары өсөн ата-әсәһенә сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәрен еткерә:
- Минең ата-әсәйем – тормошомдағы яҡты маяғым. Мине илһамландырыусы, минең турала һәр ваҡыт хәстәрләүсе, яҡты йөҙ менән ҡаршы алып, изге доғалары менән оҙатып ҡалыусылар – тап минең ҡәҙерлеләрем. Бер туғандарыма ла ихлас һөйөүемде, рәхмәтемде белдерәм, улар миңә кәрәк саҡта терәк, кәңәшсе һәм ярҙамсы – ти ул.
Үҙ сиратымда Рәмиләнең артабанғы изге эшендә, уҡыуында уңыштар теләп, бар хыялдарының тормошҡа ашыуын теләйем.
Айһылыу Түләбаева.
"Ауыл уттары"
Фото: "Ауыл уттары"