Ауылды үҙ итеп, уның тормошо менән ҡайнап йәшәгән ғаиләләрҙе күреү бигерәк ҡыуаныслы.
Иҫке Бәпес ауылында йәшәүсе Айгөл менән Ришат Мифтаховтар шундай ғаиләләрҙең береһе.
Йәштәр 2007 йылдың 7 декабрендә сәстәрен сәскә бәйләп, матур тормош ҡоралар. Ҡарлыманбаш ауылы ҡыҙы Айгөл килен булып төшкәс, төп йортта ҡайны-ҡәйнә менән татыу ғүмер итәләр. Ғаилә ҡорғас үҙҙәренә оҡшағанса матур, күркәм йорт һалып сығып, ҙур хужалыҡ булдыралар. Бөгөнгө тормоштоң матурлығын күрә белеп, донъя ауыр тип тормай, тырышып, гөрләтеп донъя көтә улар. Мифтаховтар ауылдаштары араһында абруй менән файҙалана, бар яҡтан башҡаларға өлгө булып тора.
Йорт хужаһы Ришат Рафаил улы тыуған ауылында төпләнеп, тыуған иленә тоғро хеҙмәт итә. Ябай ғаиләлә тыуған егет ата-әсәһенән өлгө алып, бәләкәйҙән ҡара эшкә, хеҙмәткә өйрәнә. Атаһы Рафаил Нәсибулла улы менән крәҫтиән-фермер хужалығында ер эшкәртә, уңыш үҫтерә. Бөгөнгө көндә Рафаил ағайҙың эшен улы Ришат дауам итә. Мифтаховтарҙың киң баҫыуында ҡарабойҙай, көнбағыш, арпа, бойҙай үҫә. Иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем улар баҫыуҙарҙы иңләп, һәр йыл һайын мул уңыш йыйып алалар. Илшат Йосопов, Илшат Ғөбәйҙуллин, бер туған ағалары Руслан һәм Рөстәм Мифтаховтар, ҡайныһы Миңлейәр Сәйетҡолов Ришат Рафаил улының һәр эштә иң оло ярҙамсылары. Быйыл һауа торошо ауыл эшсәндәренә ҙур һынау ҡуйҙы, әлбиттә. Шуға күрә уңыш та башҡа йылдар менән сағыштырғанда бик һөйөндөрмәне, ти хужалар. Ләкин улар төшөнкөлөккә бирелмәй, киләсәктә һауа торошо ҡыуандырып, мул уңыш йылмайыр, тип өмөт итәләр. Йыйылған уңыш хужалыҡтың иген келәтендә һаҡлана. Сәсеү, урып йыйыу ваҡытында Айгөл Миңлейәр ҡыҙы эшселәргә төшкө һәм киске йылы аштарҙы әҙерләп, баҫыуға үҙе “Нива” машинаһында алып килә.
Әлеге ваҡытта Ришат Рафаил улы хеҙмәткәрҙәре менән фермала ең һыҙғанып тир түгә. Фермала һимертеү өсөн 150 баш эре мал аҫрала. Хужалыҡ ҡышҡылыҡҡа малдарға етерлек аҙыҡ әҙерләп, һәр саҡ тейешле хәстәрлек күрә.
- Ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙерләү буйынса ла өлгөрөргә тырыштыҡ. Көндәр матур торғанда бесән әҙерләнеп, төргәктәр тулыһынса ферма майҙансығына килтереп ҡуйылды, - ти Ришат.
Эштәре тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, балаларға ла тейешле иғтибар бүлә Мифтаховтар. Өс балаға атай-әсәй булып, уларҙы бәләкәйҙән кешелекле, кеселекле итеп үҫтереүгә ҙур көс һалалар. Ҡыҙҙары ла үҙҙәренә оҡшап, тырыш, маҡсатлы. Өлкәндәре Ивилина Иҫке Бәпес ауылында 9-сы класты тамамлап, Өфө ҡалаһындағы финанс-иҡтисад колледжының 2-се курсында белем ала. Ял һайын ата-әсәһе янына ҡайтып, өй эштәре менән булыша. Регина - 8-се класта, Эльвина 2-се класта уҡыйҙар. Барыһы ла тырыштар, уҡыуҙа тик «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә генә өлгәшәләр. Китап уҡырға яраталар, йырлап-бейеп, шиғыр һөйләп төрлө сараларҙа ҡатнашалар, аш-һыу бүлмәһендә әсәләренең төп ярҙамсылары ла.
- Ҡыҙҙарыбыҙ ярҙамсылдар, хәстәрлеклеләр, эшкә бик әрһеҙҙәр, аш-һыуға, ҡамыр ризыҡтарына ла оҫталар, - ти Айгөл.
Бөтә ерҙә таҙалыҡ хөкөм һөрөүе, һәр нәмәнең үҙ урынында булыуы хужабикәнең уңғанлығы хаҡында һөйләй. Уңған ҡатындың йорт-ихата тирәһендә лә эше етерлек. Баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтереп, ҡышҡылыҡҡа төрләндереп салаттар эшләп, ҡыяр-помидорын, кәбеҫтәһен тоҙлап, ҡайнатмалар ҡайнатып ҡуя. Күмәртәләп бройлер себештәре, ҡаҙ бәпкәләре алып ҡарай. Ҡышҡы оҙон кистәрҙә күңел йылыһы биреп бәйләм бәйләй.
Көндәлек тормош мәшәҡәттәренә ҡарамаҫтан, ғаиләлә тыныслыҡ хөкөм һөрә. Киләсәктә лә берҙәм, бер-береһенә терәк булып, ҡыуаныстарын уртаҡлашып, уртаҡ маҡсат-хыялдар менән именлектә йәшәүҙәрен теләйбеҙ уңған ғаиләгә.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
"Даирә" гәзите сайтынан.