Рәсәйҙә ғаиләләргә «балалар аҡсаһы» 25 декабрҙә күсә
Атә-әсәләргә декабрь өсөн балалар аҡсаһы 25 декабрҙә күсерелә. Был хаҡта Рәсәйҙең Социаль фондынан хәбәр иттеләр. Бына ул пособиелар:
— 17 йәшкә тиклемге балаларға һәм йөклөлөк буйынса берҙәм пособие,
— эшләмәгән ата-әсәгә баланы йәш ярымға тиклем тәрбиәләгән өсөн айлыҡ пособие,
— 3 йәшкә тиклемге беренсе балаға айлыҡ пособие,
— саҡырылыш буйынса хәрби хеҙмәткәрҙең балаһына айлыҡ пособие,
— баланы йәш ярымға тиклем тәрбиәләгән өсөн айлыҡ пособие (декретта ултырған ата-әсә йәки эшләп йөрөгән ата-әсә исеменә юлланған).
«Аҡса көн дауамында күсә. Әгәр иртән пособие килмәһә, кискә тиклем көтөргә кәрәк.
Почта аша иһә түләү ғинуарҙа башҡарыла һәм Рәсәй почтаһы бүлексәләренең эш графигы буйынса 25-енә тиклем дауам итә.
Шулай уҡ ғаиләләргә әсәлек капиталынан 3 йәшкәсә балаларға айлыҡ түләүҙе 25 декабргә тиклем күсерелә», — тип хәбәр иттеләр Рәсәй Социаль фондының матбуғат хеҙмәтенән.
Ғинуар өсөн пособие ғәҙәти график буйынса февралдә күсә. Ғәҙәттә берҙәм пособие айҙың — 3-сө, ә әсәлек капиталынан аҡса 5-се көнөндә түләнә. Түләү көндәре байрамдарға һәм ял көндәренә тура килгән осраҡта, фонд аҡсаны ваҡытынан алда күсерә.