Шоңҡар
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Декабрь , 20:14

Ҡайным менән ҡәйнәмде тыңламаныҡ шул...

Эйе, йәш ғаиләгә яңы урында ҡыуанып йәшәргә лә йәшәргә ине лә бит. Әммә йыл һайын тигәндәй бәлә ишек ҡаға башлаған. Тәүге йылда улдарын үгеҙ һөҙгән, ун йәшлек бала урам уртаһында йән биргән.

Ҡайным менән ҡәйнәмде тыңламаныҡ шул...
Ҡайным менән ҡәйнәмде тыңламаныҡ шул...

Еребеҙҙе, тирә-яҡ мөхитте бысратыуҙың, битарафлыҡтың ҙур ҡазаларға килтереүе ихтимал. Гәүһәр исемле танышымдың һөйләгәндәре ҡот осмалы...

 

– Стәрлетамаҡ ҡалаһына күсеп китеүебеҙгә етди сәбәптәр булды, – тине ул. – Тәүге йылдарҙа ауылда ҡайным-ҡәйнәм менән бергә йәшәнек, ләкин йыл һайын тигәндәй балалар тыуып торғас, йортобоҙ тар тойолдо. Иремдең был тәҡдимемә ҡаршы буласағын белһәм дә, башҡа сығыу тураһында һүҙ ҡуҙғаттым.

 

Ҡатын һүҙен һүҙ итә, күп тә үтмәй, йәштәр ауыл уртаһында буш ятҡан ергә нигеҙ ҡора. Дөрөҫөрәге, кешеләр ишек алдарына колонка эшләп ҡуйғас, элек бөтә ауылды һыулы иткән таштан бурап эшләнгән ҡоҙоҡҡа берәү ҙә йөрөмәй башлаған, һәм ул ҡороған. Аҙаҡтан инде халыҡ соҡорҙо ҡый менән тултырған.

 

«Ҡуй, ул нигеҙҙең ҡото булмаҫ ул. Башҡа урынды һайлайыҡ», - тиһә лә ҡайным менән ҡәйнәм, тыңламаныҡ шул, - тип үкенесле тауыш менән дауам итте Гәүһәр. - Үҙ һүҙебеҙҙе һүҙ итәбеҙ тип..."

 

Эйе, йәш ғаиләгә яңы урында ҡыуанып йәшәргә лә йәшәргә ине лә бит. Әммә йыл һайын тигәндәй бәлә ишек ҡаға башлаған. Тәүге йылда улдарын үгеҙ һөҙгән, ун йәшлек бала урам уртаһында йән биргән. Был ҡайғы онотолорға ла өлгөрмәй, ҡыҙҙары машинаға тапалып фажиғәле үлгән. Тоҡомдарында булғаны юҡ – өлкән улдары муйынын элмәккә тыҡҡан...

 

“Ниңә генә был урынды һайланыҡ икән!?” тип үкенә әңгәмәсем. Өс балаһын да юғалтҡан ғаилә ҡалаға күсеп китергә мәжбүр булған. Гәүһәр әйтеүенсә, ауылдаштары сүп-ҡый ташлаған урын ен-пәрейҙәр өйөнә – сихыр ояһына әйләнгән. Шунлыҡтан уларҙың ғаиләһенә зәхмәт ҡағылған...

Автор:
Читайте нас: