Башҡортостанда алдағы өс көндә ҡарлы һауа торошо һаҡланасаҡ, тип хәбәр итте төбәк синоптиктары. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 27 декабрҙә республикала бер аҙ ҡар яуасаҡ. Ҡайһы бер райондарҙа боҙлауыҡ, юлдарҙа ҡар һырынтылары. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ -1, -6 градус.
Шәмбе, 28 декабрҙә урыны менән йәнә бер аҙ ҡар яуа, көньяҡта уртаса, айырым райондарҙа боҙлауыҡ. Ел көнбайыш сирегенән талғын. Һауа температураһы төндә -4, -9, көндөҙ 0, -5 градус.
Йәкшәмбе, 29 декабрҙә урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Ел көнбайыш сирегенән талғын. Һауа температураһы төндә -7, -12 градус, көндөҙ -3, -8 градус.
Фото: "Башинформ".