Шоңҡар
+5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Ғинуар 2025, 02:41

Яңы йыл менән, дуҫтар!

Яңы йыл иҫке бәхеттән айырмаһын. Бары уға яңы шатлыҡ-ҡыуаныстар, һөйөнөстәр генә өҫтәлһен.

Яңы йыл менән, дуҫтар!
Яңы йыл менән, дуҫтар!
Ҡәҙерле милләттәштәр, тоғро дуҫтарыбыҙ!

Үткән йылда "Шоңҡар"ҙан айырылмағанығыҙ өсөн тәү сиратта барығыҙға ла ҙур рәхмәт!

Яңы йыл иҫке бәхеттән айырмаһын. Бары уға яңы шатлыҡ-ҡыуаныстар, һөйөнөстәр генә өҫтәлһен. Йорттарығыҙға бәрәкәт, ғаиләләрегеҙгә ҡот алып килһен, донъялар имен торһон. Һәр берегеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет юлдаш булһын. Иртәге көнгә ышаныс, өмөттәр һүнмәһен. Тыуасаҡ йылда бар изге хыялдарығыҙ, маҡсаттарығыҙ тормошҡа ашһын, һәр көнөгөҙ матур ваҡиғаларға бай булһын.

Яңы йылға яңы уйҙар менән,

Саф теләктәр менән инәйек.

Бәхет арбаһына шәп ат егеп,

Тормош үрҙәренә еләйек.
Автор:
Читайте нас