+24 °С
Ямғыр
1 ғинуар кисендә ҡаланың “Металург” стадионы биләмәһендә тюбингта шыуған бала бағанаға бәрелгән. Уны ауыр йәрәхәт менән Белорет дауаханаһына һалғандар. Аҙаҡ асыҡланыуынса, 11 йәшлек малай ата-әсәһе менән Өфө районынан ҡунаҡҡа килгән булған.
Стадион етәкселеге әйтеүенсә, биләмәлә тау шыуыу тыйылған, тейешле иғландар ҡуйылған булған.