Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
4 Ғинуар 2025, 06:22

Айырылышыу хаҡы 5 мең һум

1 ғинуарҙан ЗАГС хеҙмәттәренә "госпошлина" артты...

Айырылышыу хаҡы 5 мең һумАйырылышыу хаҡы 5 мең һум
Айырылышыу хаҡы 5 мең һум

2025 йылда айырылыу өсөн 5 мең һум түләргә тура киләсәк. Бары никах тарҡатыуға ғаилә парының береһе иркенән мәхрүм ителһә (3 йылдан артыҡ ваҡытҡа), хәбәрһеҙ юғалһа, йәки эшкә яраҡһыҙ тип табылған осраҡта ғына дәүләт пошлинаһы элеккесә - 350 һум буласаҡ.

Никахҡа инеү ҙә элеккесә "хаҡта" ҡалды - 350 һум. Исем (фамилия, атайыңдың исеме) алыштырыуҙы теркәү 1600 һумдан 5 мең һумға тиклем күтәрелде. ЗАГС органдары архивынан справка алыу - 350, икенсел таныҡлыҡ биреү 500 һум тәшкил итә.

 

 

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас