"Ирҙе ир иткән дә ҡатын, хур иткән дә ҡатын". Ошо ерҙә мәҡәл тамам. Уның аҙағын - "Ҡатынды мунса ташы иткән дә ир, йөҙөк ҡашы иткән дә ир" тигән өлөшөн инде замана ҡатындары үҙҙәре уйлап сығарғандыр тием. Ҡайҙа күргәнегеҙ бар ҡатындың ир һүҙенә ҡолаҡ һалғанын хәҙер? Теләй икән, ирҙең елкәһенә кредитын һалып, машинаһын да ала, ҡиммәтле тунын да ала. Бер ғибәрәт хәлде бәйән итмәйенсә булдыра алмайым. Бәлки, ҡайһы бер ҡатындар уҡып, үҙҙәрен таныр, хаталарын аңлар. Ял һайын гипермаркетҡа барып аҙналыҡ кәрәк-яраҡ алыу ғәҙәткә ингән. Минең алдан ике балалы бер ғаилә килеп инде. Ҡатынҡай иҫ китмәле һауалы күренә. Өҫтөндә йылҡылдап торған тун, башында шундай уҡ бүрек. Бейек үксәле итектәре менән тыҡ-тыҡ баҫып алдан бара. Артынан шулай уҡ "ҡуҡ" итеп кейенгән ике бәләкәй ҡыҙ бала эйәргән. Икәүләшеп тәгәрмәсле кәрзинде этәләр, аҙым һайын туҡтап, уныһын һорайҙар, быныһын һорайҙар. Әсәй кеше бер ҙә йәлләмәй аҡсаһын, бик байҙыр бының ире, берәй түрәлер йә, тип уйлап ҡуйҙым. Алдымдан бара бирәләр. Кәрзинде тултырҙылар. "Бар ана, атағыҙҙы саҡырығыҙ, үҙе этһен арбаны", тип һөрәнләй был ҡатын бөтөн магазинды яңғыратып. Был бай бисәнең ирен бер түрә тип күҙ алдына килтерә инем. Йыбырлап йүгереп килеүсе ҡаҡса ғына башҡортҡа әйләнеп ҡарамайынса булдыра алманым. Эй, бахыр ир! Өҫтөндә йоҡа ғына осһоҙло куртка. "Мин ҡара халыҡтың магазинынан", тип ҡысҡырып тора кейеме. Тышта ҡыш бит әле. Башында 300 тәңкәлек ауылда ирҙәр кәртәгә генә кейә торған кәпәс. Аяғында таушалып бөткән ботинка. " Нимә иҫең китеп тороп ҡалдың? Беҙ һөйрәргә тейешме ауыр нәмәне? ", тип екеренә был ҡатын иренә. Ир, эш боҙған кескәй бала шикелле башын түбән эйеп, арба этеп, батшабикәнең артынан эйәрҙе. Инде мин арттарынан ҡалманым. Был ир шундай йәл ине. Ҡатын йүгереп йөрөп үҙенә крем, маска, буянғыстар һайланы. Иргә кемдер шылтыратты. Күрәһең, был меҫкен тотҡон хәлендә көн күрә. Телефонын кеҫәһенән сығарыуы булды, теге албаҫтыһы үкереп тә ебәрҙе: "Һал шул телефоныңды. Берәй уйнаш бисә шылтыраталыр, кем булһын!" "Әсәй шылтырата", ти был быҙау. Мин сәс буяуы ҡараған булып, тыңлап торам. Ҡабаланаһы ерем юҡ әле. "Ул ҡарсыҡҡа нимә кәрәк тағы? " тип ризаһыҙлыҡ белдерә уҫал бисә. Их, һин, башҡорт ире, ошо көнгә нисек төштөң? Ни сәбәп менән иҙән сепрәгенә әйләндең? Ни өсөн түҙәһең һин ундай ҡыйырһытыуҙарға? Эскән кешегә бер ҙә генә лә оҡшамағанһың үҙең. Баш барып төртөр ерең юҡмы? Әсенеп күҙәттем мин был хәлде. Кассала ир меңәрлектәрен бер арба юҡ-барға түләп, ауыр пакеттар йөкмәп, "принцессалар"ының артынан эйәрҙе. Әсәйеңә берәй тапҡыр берәй әсмүхә сәй менән осһоҙло яулыҡ булһа ла бүләк иткәнең бармы икән, тотҡондағы меҫкен ир? Һине көсөк хәленә төшөргән ҡатындың аяҡтарын үберҙәй булып, артынан йүгерәһең? Ә шул ирҙең бәҫен төшөргән ҡатын үҙен кем тип хис иткән була икән?