Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
24 Ғинуар 2025, 06:49

Ял көндәре йылы булырмы?

Синоптиктар нимә вәғәҙә итә?

Ял көндәре йылы булырмы?Ял көндәре йылы булырмы?
Ял көндәре йылы булырмы?

Ял көндәрендә Башҡортостанда һыуыҡ булыуы фаразлана. Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 24 ғинуарҙа, әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй, төньяҡ райондарҙа бер аҙ ҡар яуыуы ихтимал. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көслө. Һауа температураһы көндөҙ -9,-14°.

Шәмбе, 25 ғинуарҙа, яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡтан талғын. Төндә -14,-19°, урыны менән -24°, көндөҙ 9-14°.

Йәкшәмбе, 26 ғинуарҙа, яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә -16,-21°, урыны менән -26°, көндөҙ -9,-14°.

 

Автор:
Читайте нас