Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
5 Февраль 2025, 13:27

"Өйҙә, әлбиттә, яҡшыраҡ"

Өфөнөң Көрәш һарайында уҙғарылған Башҡортостан йәштәре фестивалендә республика Башлығы Радий Хәбиров сығыш яһаны.

"Өйҙә, әлбиттә, яҡшыраҡ""Өйҙә, әлбиттә, яҡшыраҡ"
"Өйҙә, әлбиттә, яҡшыраҡ"

Өфөнөң Көрәш һарайында уҙғарылған "Башҡортостан йәштәре" фестивалендә республика Башлығы Радий Хәбиров сығыш яһаны.

"Башҡортостан йәштәр һаны буйынса Волга буйы федераль округында беренсе урында бара, был беҙҙең өҫтөнлөктәребеҙҙең береһе. Республиканың юғары уҡыу йорттарында һәм колледждарында 200 мең студенттың уҡыуы ҡыуандыра. Туған республика уларҙы һәр ваҡыт көтөп ҡала. Бөгөн вакансиялар йәрминкәһе ойошторолдо, бөтә предприятиелар ҙа ҙур ҡәнәғәтлек менән килде, сөнки бындай йәш ағымға һәм йәш көскә мохтаж. Өйҙә, әлбиттә, яҡшыраҡ", - Тине Радий Хәбиров

Автор:
Читайте нас