Өлкәндәр бәләкәйҙән “Ерҙә ятҡан әйберҙе алма” тип өйрәтеп үҫтерҙе. Уларҙы тыңлау ҡайҙа?! Нисек инде ялтырап ятҡан биш һумлыҡты алмаҫҡа? Ана, саҡ ҡына сатнаған сынаяҡты уйнатҡанда тотонорға була... Һыу буйында кемдеңдер онотоп ҡалған муйынсағын хет хәҙер тағып ал... Бынау помада берәй апайҙың кеҫәһенән төшөп ҡалғандыр... Бәләкәй бала сикәнә лә, ерәнә лә белмәй. Сихыр тураһында бөтөнләй уйлап бирмәй! Хәҙер генә ул нисек берәй сир эләктермәгәнбеҙҙер, нисек үҫеп еткәнбеҙҙер тип уйлайһың...
Өләсәйҙәр әйткәне ҡанға һеңгән инде. Ерҙә ятҡан әйберҙе, табышты ҡулыңа алыр алдынан мең тапҡыр уйлайһың. Һәр әйберҙең үҙ көсө, үҙ энергетикаһы була. Ә бит донъяла насар уйлылар ҙа, сихыр менән шөғөлләнеүселәр ҙә, ҡаты күҙлеләр ҙә бар. Ундай кешеләр әйберҙе нимә уйлап, нимә теләп ташлағандыр? Нәфсеңде тыйып, ҡыҙыҡһыныуыңды баҫып, хужаһыҙ ятҡан нәмәне — алтын булһынмы, баҡыр булһынмы – урап үтеү тик яҡшыға. Айырыуса түбәндәге әйберҙәрҙең энергетикаһы көслө.
Тәңкәләр
Тинлектәрҙе фонтандарға ташлауҙары, хәйер итеп зыярат эргәһенә ҡалдырыуҙары юҡҡа ғына түгел. Тимер тәңкәләр бөтә энергияны үҙенә һеңдереп бара. Ыңғай энергиялыны, әлбиттә, бөтәһе лә янсыҡ эсендә, уңышҡа тип һаҡлап ҡына йөрөтә. Ә бына инде сихыр һалынғанды кеше күҙенә күренгән ерҙә ҡалдыралар. Табып алынған аҡса йыш ҡына, байығыуға түгел, ә юғалтыуҙарға килтереүе килтерә.
Алтын биҙәүестәр
Кем өйрәткәндер, хәтерҙә ҡалмаған, әммә кеше балдағын кейер алдынан уға өрөргә күнеккәнмен. Шулай кешенең бәхетен дә, өлөшөнә төшкән ҡайғыһын да үҙемә алмайым төҫлө. Ҡиммәтле биҙәүестәр, айырыуса алтын, насарлыҡты үҙенә тартып алыусан. Ҡайһы бер кешеләрҙә, мәҫәлән, көмөш ҡап-ҡараға әйләнә. Бынан тыш, иғтибар иткән булһағыҙ, сихыр йә күҙ тейеү менән бәйле тарихтарҙа йыш ҡына тап балдаҡты, алҡаны ҡулланалар.
Ҡулдан эшләнелгән әйберҙәр
Ерҙә ятҡан ҡулдан эшләнелгән әйбер, мәҫәлән, уйынсыҡ күрһәгеҙ, урап үтегеҙ. Ундай нәмәне йыш ҡына негативты, бәхетле йәшәргә ҡамасаулаған энергияларҙы йорттан сығарыу өсөн ҡулланалар. Юғиһә, әйбер менән бергә өйөгөҙгә ауырыуҙар, финанс проблемалар, иреш-талаш алып ҡайтыуығыҙ бар.
Осло әйберҙәр
Ерҙә ятҡан энә, булавка, ҡаҙау кеүек осло әйберҙәрҙе урап үтеү хәйерлерәк. Әгәр быларҙы тупһағыҙҙа тапһағыҙ, сихырҙан һаҡланыу ысулдарын күрегеҙ. Осло әйберҙәр башҡаға ҡарағанда тиҙерәк, еңелерәк негативты үҙенә һеңдерә. Булавканы күҙ тейеүҙән һаҡланыр өсөн тағып йөрөйҙәр, әгәр ҡулығыҙға алһағыҙ, унда тупланған насарлыҡтар һеҙгә йоғоуы ихтимал.
Беләҙек
Ҡулдан үрелгән беләҙектәр хужаһының насар хистәрен генә түгел, тирә-яҡтан килгән негативты ла һеңдерә тип иҫәпләнә. Шомло уйҙарҙы, насарлыҡты һурып алғас, үҙенән-үҙе өҙөлөп төшә. Шуға ла ерҙә ятҡан беләҙеккә теймәгеҙ.
Асҡыс
Асҡыстарҙы ритуалдар өсөн ҡулланалар икән. Уның ярҙамында, имеш, бәхетһеҙлектәрҙе бикләйҙәр. Ритуал үткәргәндән һуң асҡысты алыҫҡараҡ ташлайҙар. Табып алған кеше ул асҡыс менән бәхетһеҙлектәр ишеген асыуы бик ихтимал.
Көҙгө
Электән көҙгөнө күрәҙәлек өсөн ҡулланғандар, уның көсөнән ҡурҡҡандар. Донъяны сағылдырғыс әйбер ғаиләлә нимәләр барғанын “күҙәтеп”, “һеңдереп” тора. Унда насар ҙа, һәйбәт тә мәғлүмәт һаҡлана. Шуға ла кешенән алынған, табылған көҙгөнө үҙегеҙгә алыу, уға көн дә ҡаранып йөрөү алдынан ике тапҡыр уйлау хәйерлерәк.
Сәғәт
Сәғәт бүләк итеү юҡҡа ғына тыйылмағандыр. Эзотериктар әйтеүенсә, сәғәт тиҙ генә кешенең энергетикаһын үҙенә һеңдерә. Табылған сәғәтте ҡулланып, элекке хужаһының ауырыуҙарын, ҡайғыларын ғүмергә индерергә мөмкин.
Тараҡ
Тараҡты ла йыш ҡына сихырлауҙа, күрәҙәлектә ҡулланалар. Беләҙек, көҙгө кеүек үк тараҡ та хужаһы менән тығыҙ бәйле. Әлбиттә, башҡа кеше ҡулланған тараҡ менән сәс тарау гигиена яғынан да насар. Шулай ҙа ундай табышҡа һаҡсыл ҡарау ҡамасауламаҫ.
Әминә, Баймаҡ районы:
“Дуҫ ҡыҙыҡай менән миңә ул ваҡытта алты-ете йәш ине, һеңлемә өс тирәһе булғандыр. Уйнарға сыҡһам, әсәй миңә уны гел эйәртеп ебәрә торғайны. Ҡайҙа бараһың инде, һеңлемде икәүләп ҡурсаҡ һымаҡ йылпылдатып алып йөрөйбөҙ. Ярай, мыжыҡ булманы, өй уйнаһаҡ, уны бала итә торғайныҡ, һыуға төшһәк, ярҙа көтөп ултыра, баҫтырышһаҡ, ҡуша йүгерә. Ни булһа ла беҙҙең ыңғайға йөрөнө.
Бер заман һеңлем тынысһыҙлана башланы. Илай, ҡысҡыра, еңмешләнә. Кис етһә, өйҙөң мөйөшөнә ҡарай ҙа: “Унда бапаҡ тора!” — тип үкереп илай. Төн йоҡоларҙан яҙҙыҡ. Әсәй менән атай аптырап уны күрше ауылдағы сыуаш әбейенә алып киттеләр. Ҡайтҡас та әсәй минән: “Һеңлеңә берәйһе бер нәмә лә бирмәнеме? Тәтәйме, тәмлекәсме, аҡсамы?..” — тип һораны. “Юҡ”, — тип яуап бирәм. “Үҙегеҙ урлашманығыҙмы?” — тип төпсөнә. Ыңғай яуап алмағас, башҡаса һорауҙар менән ҡаҡшатманы.
Бер аҙҙан әсәй мине саҡырып алды ла һеңлемдең кейемендәге брошканы күрһәтте: “Быны ҡайҙан алдығыҙ?” “Урамда таптыҡ”, — тием. Уны, ысынлап та, уйнағанда табып алдыҡ. Ташлап китеүе йәл: матур ғына, әллә сәскәле, әллә күбәләкле. Дуҫ ҡыҙ менән, һиңә лә, миңә лә булмаһын тип, һеңлемә тағып ебәргәйнек. Әсәй миңә бер нимә лә аңлатмай, куртканы тоҡсайға һалып алды, иртәгеһенә кире әбейгә барҙылар. Шул көндән алып һеңлем тыныслана башланы. Аҙаҡ ҡына, бер аҙ үҫкәс, эштең нимәлә икәнен белдем. Әбей: “Балағыҙҙа кеше әйбере бар, шуны табып алып килегеҙ. Ул нәмәкәйҙә сихыр тора”, — тигән. Матур ғына ялтырауыҡ һеңлемдең һаулығын алыр тип кем уйлаған?”
Ғәлиә, Ишембай районы:
“90-сы йылдар аҙағы, беҙ мәктәптә уҡыйбыҙ. Бер көндө 9-сы, 10-сы кластарҙы йылға буйын таҙаларға өмәгә алып сыҡтылар. Ҡулдарға тоҡ тотоп төрлөбөҙ төрлө яҡҡа таралды. Юлда, яр буйында ятҡан шешәләрҙе, быялаларҙы, ҡағыҙҙарҙы йыябыҙ ҙа, тоғобоҙ тулһа, ултыртып китәбеҙ, егеттәр артыбыҙса тракторға тейәп килә.
Әхирәтем бер заман йылғала башы күренеп ятҡан шешәне табып алды. Башы ҡаплы, асып ҡараны, көсө етмәй. Әхирәтемә киттек тиһәм дә, табышын ташларға ашыҡмай, аса ла ҡарай, аса ла ҡарай. Минең тоғом тулды, был һаман шул шешә менән булыша. Тоғомдо ярҙан юлға алып барып килһәм, әхирәтем теге шешәне барыбер асҡан да иҫерек кеше һымаҡ йылмайып тик тора. Хәбәр һөйләһәм, ишетмәй ҙә, ҡарамай ҙа. Әллә эсендәге берәй нәмәне эстеме икән тип, ҡотом осоп, уҡытыусыны алып килдем. Өйөнә тиклем ҡултыҡлап ҡына алып ҡайттыҡ. Шул хәлдән алып әхирәтемде алмаштырҙылармы ни! Өйрөлөп бейеп тик йөрөй, бөтөнләй кешеләр менән аралашмай, ашатмаһаң, һорамай ҙа, йоҡлатмаһаң, шулай тик йөрөүе бар... Мулла ен ҡағылған тине, табиптар шизофрения тип диагноз ҡуйҙы. Нимәһе аптырата, мин бит уны өс минут тирәһенә генә яңғыҙын ҡалдырғайным! Шул арала үҙгәрҙе лә ҡуйҙы!
...Аҙаҡ махсус клиникала ятып сыҡты, тик йүнәлә алманы. Егермеһе тулыр-тулмаҫтан мәрхүмә булып ҡалды”.
Әнисә ТОТМАНОВА әҙерләне.
Фото: https://ru.freepik.com/free-photo/sewing-safety-pin_4379550.htm#fromView=search&page=3&position=40&uuid=cbb20982-6c62-4280-af50-7d433055d674&query=мелочь%2C+ключи+на+земле