+22 °С
Дождь
Кисә М-5 “Урал” трассаһында ҡурҡыныс авария булған. Ул юлдың Һамар өлкәһе Красноярск районында Кривое озеро ауылы янындағы өлөшөндә була. Шуныһы аяныслы, машинала Башҡортостан кешеләре китеп барған.
Асыҡланыуынса, “Киа Рио” автомобилендә Туймазы районы кешеләре ултырған. Юлда машина “КамАЗ” менән бәрелешә. Еңел автомобилдә ултырған 36 йәшлек ҡатын менән 38 йәшлек ир ваҡиға урынында һәләк була.
Был ваҡытта машинала улар менән 11 йәшлек улдары ла китеп барған. Малай иҫән ҡалған. Шулай уҡ машинаға идара иткән кеше лә тере. Хәбәр ителеүенсә, водитель юлда йоҡлап киткән һәм ҡаршы һыҙатҡа барып сығып ҙур йөк машинаһына бәрелгән.