Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
14 Февраль 2025, 05:15

Ял көндәренә һауа торошо билдәле

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса...

Ял көндәренә һауа торошо билдәлеЯл көндәренә һауа торошо билдәле
Ял көндәренә һауа торошо билдәле

Башҡортостанда алдағы ял көндәренә һауа торошо билдәле булды. Синоптиктары әйтеүенсә төбәктә йәшәүселәрҙе йылыта, әммә насар тәбиғәт күренештәре лә Башҡортостанды урап үтмәйәсәк. Шәмбе, 15 февралдә, боҙлауыҡ һәм көньяҡтан көслө ел иҫеүе көтөлә. Һауа температураһы төндә -9,-14, көндөҙ -3,-8 градус тәшкил итәсәк. Йәкшәмбе, 16 февралдә, яуым-төшөм көсәйәсәк, Ә Башҡортостандың ҡайһы бер райондарында буран сығасаҡ. Юлдарҙа боҙлауыҡ, ҡар һырынтылары барлыҡҡа килә, шулай уҡ төбәккә көслө ел ябырыласаҡ. Термометр бағанаһы төндә -7,-12° тиклем төшә, көндөҙ һауа температураһы -2,-7° тиклем күтәрелә, - тиелә фаразда.

Автор:
Читайте нас