Шоңҡар
+22 °С
Дождь
Йәмғиәт
17 Февраля 2025, 05:04

Һыуыҡ көндәр килә

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн республикала бер аҙ ҡар яуасаҡ, ҡайһы бер райондарҙа буран сығасаҡ...

Һыуыҡ көндәр киләҺыуыҡ көндәр килә
Һыуыҡ көндәр килә

Алдағы өс көндә Башҡортостанда урыны менән -32 градусҡаса һыуыта, тип иҫкәртте төбәк синоптиктары. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн республикала бер аҙ ҡар яуасаҡ, ҡайһы бер райондарҙа буран сығасаҡ, юлдарҙа ҡар һырынтылары. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ -8, -13 градус.

Шишәмбе, 18 февралдә, урыны менән йәнә бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә-18, -23, аяҙытҡанда -28, көндөҙ -10, -15 градус.

Шаршамбы, 19 февралдә, яуым-төшөмһөҙ. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын. Һауа температураһы төндә-19, -24 градус, урыны менән -27, -32, көндөҙ -10, -15 градус.

Автор:
Читайте нас