Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
18 Февраль 2025, 10:08

Кәрзиндәр батшалығында

Туҡтауһыҙ эҙләнергә яратҡан Илүзә ярты юлда туҡталып ҡалырға теләмәй. Яңы шөғөлө менән күп нәмә эшләп булғанлығын белә ул.

Кәрзиндәр батшалығындаКәрзиндәр батшалығында
Кәрзиндәр батшалығында

Яңы һөнәргә өйрәнер өсөн бер ваҡытта ла һуң түгел. Белорет ҡалаһында йәшәгән Илүзә БАЯЗИТОВА был һүҙҙәрҙең хаҡ икәнлеген үҙендә бер нисә тапҡыр һынап ҡараған.

Бәләкәй Ҡыпсаҡ тип аталған ун ете генә өйлөк төпкөлдә, ҡырыҫ тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан ауылда донъяға килә. Ике генә уҡытыусы уҡытҡан дүрт класты үҙҙәрендә тамамлай. Мәктәптә белем биргән әсәһе Гүзәл ханым шул ваҡытта уҡ ҡыҙын кәнфит ҡағыҙынан кәрзиндәр үрергә өйрәтә. Һәр осорҙа ла үҙ эшенең оҫталары булып танылған уҡытыусылары менән дан тотҡан Әбделмәмбәт мәктәбендә урта белемде ала. Хеҙмәт дәресе уҡытыусыһы Рәйфә Рысйән ҡыҙы гүзәл заттар өсөн донъя көткәндә кәрәкле күп серҙәргә төшөндөрә. Кистәрен интернаттағы ҡыҙҙар менән сигеү сигәләр, бер-береһенән ҡул эштәренә өйрәнәләр. Бәләкәйҙән ярҙамсыл, кешелекле булып үҫкән Илүзә ғүмерен медицина менән бәйләй. – Белорет медицина колледжында дүрт йыл уҡып, фельдшерлыҡҡа диплом ала.
Хеҙмәт юлын Белорет ҡалаһында башлай ул. Һуңынан Иҫке Собханғолдағы район дауаханаһында эшләй. Оло ҡыҙы Асия менән декрет ялында ултырғанда ҡамыр аштарын бешерергә әүәҫләнеп китә. Өфөгә килеп Миңзиә Каспранованан оҫталыҡ дәрестәре лә ала. Төрлө ғаилә байрамдарына сәк-сәк, бауырһаҡ бешерә, туҡмас, һалма ҡырҡып та һата. Әлеге мәлдә улы Динар менән өйҙә. Ваҡытын бушҡа уҙғарырға өйрәнмәгән кеше был юлы ла тик кенә ултыра алмай. Ротанг менән кәрзиндәр, көршәктәр үрергә әүәҫләнеп ала. Бер шөғөлдән бөтөнләй икенсе йүнәлешкә күсеүенең үҙенә күрә сәбәбе бар.
– Һәр бала үҙенсә холоҡло, ҡылыҡлы була икән. Асия бәләкәс сағында тыныс, күп ваҡыт үҙ алдына уйнап, үҙ-үҙен әүрәтеп ултыра ине. Шуға ла ҡамыр аштары бер ауырлыҡһыҙ бешерелде. Динар иһә апаһының киреһе. Иғтибарҙы үҙенә нығыраҡ талап итә, бергәләп уйнау оҡшай. Тынғыһыҙ бала менән плитә янында тороуы ла уңайһыҙ. Сәк-сәк, бауырһаҡ бешергәндә әҙ генә ваҡытҡа иғтибарҙы ситкә йүнәлтһәң, йә ҡатып китә, йә май һеңә. Эҙләнә торғас, күңелемә оҡшаған эш таптым. Интернеттан төрлө видео-дәрестәр һатып алып, оҫталыҡ дәрестәренә йөрөп ротанг менән үрергә өйрәндем. Аҡмай торһа һыу ҙа ҡәҙимге сафлығын юғалта. Кеше лә яңылыҡҡа ынтылмаһа, битараф, ғәмһеҙ була башлай. Күп йәш әсәйҙәр өйҙә ултырған мәлдә, кеше менән аралашыу етмәй, тип зарлана һәм ҡабаттан эшкә сыҡҡас, нисектер юғалып ҡалалар. Нимә менәндер булышһаң, кеше менән дә тығыҙ аралашаһың, иң мөһиме – йәмғиәттә үҙ урыныңды табаһың. Кәрзин үрә башлағас та күп гүзәл заттар менән таныштым, үҙем өсөн ниндәйҙер тәжрибә лә алдым, – ти Илүзә, был шөғөлгә тотоноуының сәбәбен аңлатып.
Ысынлап та, башҡорт халҡы элек талдан ситән үреп, йорт-тирәһен ҡош-ҡорттан, ят күҙҙәрҙән һаҡлаған. Йәнә ҡош-ҡорт себеш сығарғанда ултыртыр өсөн оя, көнкүрештә ҡулайлы кәрзин кеүек нәмәләр ҙә тап йылға-күл буйҙарында үҫкән, нәҙек, һығылмалы ошо ағасты ҡулланған. Тик хәҙерге заманда ҡул эше өсөн тотонорға талды еткереп булмаҫ ине. Йәнә ағас кипкән һайын ҡәҙимге һығылмалығын, матурлығын да юғалта, төҫө лә тора-бара уңа. Ротанг – оҙаҡ йылдар матурлығын юғалтмаған, үҙ хәлендә ҡалған материал. Илүзә уларҙы Өфө ҡалаһынан, Ростов өлкәһенән күмәртәләп почта аша ала. Был өлкәлә белемен артабан да камиллаштырырға теләп, төрлө түләүле төркөмдәрҙән дәрестәр алыуын дауам итә. Үҙе лә был шөғөл менән ҡыҙыҡһынғандарҙы өйрәтә башлаған. Илүзәнең уҡыусылары араһында ун дүрт – ун биш йәшлек үҫмер ҡыҙҙарҙан алып оло йәштәге апайҙарға тиклем бар.
Ғаиләһе менән әлеге ваҡытта Белорет ҡалаһында йәшәһәләр ҙә, Иҫке Собханғолдағы йорттарына ла эҙҙе һыуытмайҙар. Ялдарҙа, бигерәк тә йәйгеһен, унда йыш ҡайталар. Үткән йәй дауаханала бергә эшләгән хеҙмәттәштәре, өйөнә килеп, йәш әсә үҙләштергән яңы һөнәренең нескәлектәренә өйрәнеп ҡайтҡандар. Илүзә әле был башланғыс эштәре менән йәрминкә, күргәҙмәләрҙә ҡатнашып өлгөрмәһә лә, өйрәнсектәре араһында халыҡ араһына сығыусылар ҙа барлыҡҡа килгән. Яңыраҡ Нефтеюганск ҡалаһында йәшәүсе бер башҡорт апайы: “Кәрзиндәрем менән “Оҫта ҡулдар” конкурсында ҡатнашырға баҙнат иттем”, – тип Илүзәгә хат ебәреп, үҙен был эшкә өйрәтеүенә рәхмәт әйткән.
Был шөғөлдө башҡарыр өсөн ҡул көсө ныҡ кәрәк икән. Башлап киткәнсе ҡара тирҙәрең сыға. Бирсәткәләр кейеп эшләһәң дә тырнаҡтарҙың боҙолоуын иҫәпкә алырға кәрәк. Шулай булһа ла, Илүзә яңы кәсебенән ҡәнәғәт. Күңеле төшкәндә бер нисә кәрзинде бер юлы үрә икән. Арып китһә, йорт эштәре менән булыша. Бер нисә эште аралаштырып башҡарыуҙың ыңғай һөҙөмтә биргәнен психологтар ҙа раҫлай. Кеше бер нимәгә генә бәйләнһә, уныһын да күп ваҡыт еренә еткереп башҡара алмай. Ә былай иғтибар икенсе нәмәгә йүнәлтелһә, илһам үҙенән-үҙе килә башлай. Илүзә лә быны күптән һынаған.
Балаларын тәрбиәләүгә лә ҙур иғтибар бүлә. Ҡыҙҙарҙы иртә йәштән үҙ өлгөңдә тәрбиәләү бурысы һәр әсәнең иңендә тора. Асия ла, әсәһенә эйәреп, төрлө тәмлекәстәр бешерергә өйрәнә. Ғәзиз кешеһенең яңы шөғөлөн дә ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтә, ярҙам итә.
Ғөмүмән, Илүзәнең нәҫелендә төрлө яҡлап булдыҡлы оҫталар күп. Бер туған һеңлеһе Гөлүзә Исҡужина ла декрет ялында, апаһы кеүек, тик ултырып түҙмәгән һәм үҙенең күңеленә ятҡан эште лә тапҡан. Ялы тамамланғас та яңы шөғөлөнән арына алмай. Тәрбиәсе булып ҡабаттан балалар баҡсаһына барып тормай ул. Әлеге мәлдә уны Бөрйәндә бәлештәр, торттар бешереүсе итеп беләләр. Әсәһенең бер туған һеңлеһе Роза Вәлит ҡыҙы оҫта тегенсе, зауыҡлы итеп байрам өҫтәлдәрен биҙәүсе булараҡ билдәле.
Башланғыс осорҙа реклама ла кәрәк. Һәр көршәгендә бәләкәс кенә ялтыр тимер киҫәгендә “Д и Ас” тигән исем менән Илүзәнең телефон номеры ла яҙылған. Быны ул махсус рәүештә эшләтеп алған. Реклама өсөн иң яҡшы ысул. Кеше күҙ ҡыҙыҡтырғыс был матур әйберҙәрҙе тотоп ҡараған ваҡытта уҡ телефон һандарын йыйып заказ бирә ала.
Туҡтауһыҙ эҙләнергә яратҡан Илүзә ярты юлда туҡталып ҡалырға теләмәй. Яңы шөғөлө менән күп нәмә эшләп булғанлығын белә ул. Көнкүрештә кәрәкле төрлө ҙурлыҡтағы һауыт-кәрзиндәр эшләү менән бергә йорт йыһаздарын үрергә лә ниәтләй. Әлеге мәлдә кресло, шкафтарҙың каркастарын алырға уйлай. Егәрленең ҡулы етәү, тип юҡҡа әйтмәгәндәр бит. Илүзәнең был юлы ла маҡсаттарына ирешеренә шик юҡ.
Күҙ ҡурҡа – ҡул эшләй. Нимәлер эшләргә теләк-ниәт бар икән, тимерҙе ҡыҙыуында һуғырға кәрәк. Шул ваҡытта ғына үҙең өсөн яңылыҡ асырға мөмкин. Үҫеш-үҙгәреш тә үҙен көттөрмәйәсәк. Һәр оҫта ҡуллы, алдынғы ҡарашлы замандашыбыҙ менән танышҡан һайын, быға нығыраҡ инанаһың. Бөрйән ҡыҙы Илүзә лә – быға асыҡ миҫал.

Рәзинә УРМАНШИНА.

Автор:
Читайте нас