Иркутск – Ҡурған – Ленинград маршруты буйынса осоусы “ТУ-154” самолетына ултырғас, пассажирҙар кискелеккә план ҡора: кемдер өйөнә ашыға, кемдер ҡунаҡҡа бара, кемдер эш буйынса юлланған. Нинель Овечкина һәм уның балаларының планы иһә хәтәр – самолетта Советтар Союзынан ҡасыу. Өлгөлө ғаилә быға ярты йыл буйы әҙерләнә.
“Меҫкендәр”
1988 йылдың 8 мартына – самолетты баҫып алырға йыйынған көнгә – «Герой-әсә» Н. Овечкинаның ғаиләһе ете улдан һәм дүрт ҡыҙҙан тора: Василийға – 26 йәш, Дмитрийға – 24, Олегка – 21, Александрға – 19, Игорға – 17, Михаилға – 13, Сергейға – 9 йәш, Людмилаға – 32, Ольгаға – 28, Татьянаға – 14, Ульянаға – 10 йәш. Ғаиләлә Людмила артынан тағы ла бер бала тыуа, ләкин Лариса алты айлыҡ сағында үлә.
Овечкиндарҙың барыһы ла 66-сы мәктәптә уҡый, әммә йәмәғәт эштәрендә бер ваҡытта ла ҡатнашмайҙар, сөнки өй мәшәҡәттәренән бушамайҙар. Улар мал-тыуар аҫрай, баҡса үҫтерә, музыка ҡоралдарында оҫталыҡтарын арттыра. 1980 йылдарҙа Василий, Дмитрий һәм Олег сиратлап Иркутскиҙың “Ҡыҙыл казармалары”нда хеҙмәт итә.
Нинель Сергеевна Овечкина 1942 йылда биш йәшендә әсәһен юғалта, уны баҫыуҙан картуф урлағанда иҫерек ҡарауылсы үлтерә. Атаһы фронтта. Ул бер талай ҡәрҙәштәрендә йәшәй, шунан балалар йортона эләгә. Сергей Ершов, һуғыштан ҡайтҡас, яңынан өйләнә, ҡыҙын үҙенә алырға теләй, ләкин Нинель үгәй әсәһе менән килешә алмай, яңынан балалар йортона китә. Унан уны 15 йәшендә ағаһы килеп ала. 18 йәшендә 25 йәшлек шофер Дмитрий Дмитриевич Овечкинға кейәүгә сыға, 12 бала таба. Башҡарма комитет уларға шәхси йорт һәм һигеҙ сутый ер бирә.
Нинель шарап-араҡы магазинында һатыусы булып эшләй, аҙаҡ баҙарҙа һатыу итә. 1985 йылда, СССР-ҙа эскелеккә ҡаршы сираттағы кампания башланғас, йәшереп арзан араҡы һата. Үҙҙәре меҫкенләнһә лә, ғаилә бигүк фәҡир көн итмәй. Нинель өйҙә ҡаты тәртип урынлаштыра, балаларына йомшаҡ күңелле була, уларға бер ваҡытта ла тауышын күтәрмәй. Бер бала ла урамда тырай типмәй, бөтә проблемаларҙы ла бергәләп хәл итәләр.
Аталары Дмитрий эскесе була, ғауға ҡуптарғанда йыш ҡына ҡулына мылтыҡ ала, балалары иһә пуля теймәһен өсөн шунда уҡ иҙәнгә йәки ергә һуҙылып ята. 1982 йылда уны фалиж һуға, әммә был да ҡотороуҙан туҡтатмай. Ике йылдан улдары Дмитрий һәм Василий туҡмағандан һуң үлә. Тикшереү улдарының был эш-ҡылығын мәжбүри һаҡланыу тип таба, уларға бер ниндәй ҙә ғәйеп яғылмай.
Музыка менән мауығыу пионер отрядтарында Василийҙы – барабансы, ә Дмитрийҙы борғосо итеп ҡуйғас башлана. Улар Пионерҙар һарайындағы музыка түңәрәгенә йөрөй, ошонда уҡ Олег саксофонда уйнарға өйрәнә. Күпмелер ваҡыттан һуң Нинель уларҙы Иркутск өлкә музыка училищеһының тынлы ҡоралдар бүлегенә яҙҙыра, аҙағыраҡ уларға Александр, Игорь, Михаил һәм Сергей ҡушыла. Шунда уҡ 1983 йылдың аҙағында бүлек етәксеһе Вдадимир Романенко булышлығында «Ете Симеон» – «Семь Симеонов» ансамбле ойошторола. Уға рус халыҡ әкиәте исемен ҡушалар. Василий – һуҡма ҡоралдарҙа, Дмитрий – торбала, Олег – саксофонда, Александр – контрабаста, Игорь – пианинола, Михаил – тромбонда, Сергей банджола уйнай. Ҡыҙҙар ансамблдә уйнамай, костюмер була, грим һала.
Беренсе сығыш 1984 йылда Гнесиндар училищеһы сәхнәһендә ойошторола. Тиҙҙән “Ете Симеон” СССР-ҙың төрлө ҡалаларында конкурстарҙа еңеү артынан еңеү яулай һәм киң таныла. Ансамбль 1985 йылда Мәскәүҙә Йәштәр һәм студенттарҙың халыҡ-ара фестивалендә Иркутск өлкәһе исеменән сығыш яһай. Ғәҙәти булмаған ғаилә хаҡында матбуғатта яҙалар, документаль фильм төшөрөлә. Нинель Сергеевнаны таҫма ҡәнәғәтләндермәй, ул балаларының баҡсала эшләүенә күп иғтибар бирелеүенә дәғүә белдерә.
Шулай ҙа, училище завучы Борис Крюков һәм шул уҡ Владимир Романенконың һүҙҙәренә ҡарағанда, ете малай араһынан Игорь һәм Михаил ғына талантлы музыкант була, ағайҙары әллә ни алдыра алмай. Ансамбль ағзалары рәсми рәүештә “Ял” ҡала парктары берекмәһендә музыкант булып иҫәпләнә.
Ансамблдең популярлығы күпмелер ваҡытҡа Овечкиндарҙың финанс хәлен яҡшырта. Үҙ йорттарынан тыш, улар 1986 йылда өсәр бүлмәле ике фатир ала. Шул уҡ йылда Василий, Дмитрий һәм Игорь Гнесиндар училищеһына конкурстан тыш уҡырға инә, дәүләт уларға тулы стипендия бүлә. Василий менән Дмитрийҙы өсөнсө курсҡа алалар. Ләкин 1987 йылдың мартында өсөһө лә ғаилә хәлдәре буйынса уҡыуҙарын ташлау хаҡында ғариза яҙа, сөнки улар, әлеге программа беҙҙең өсөн артыҡ, тип иҫәпләй. Педагогтарҙың хәтирәләре буйынса, улар уҡыуға бигүк күңел һалмай. Нинель балаларын Иркутскиға алып ҡайта.
1985 йылда Овечкиндар Борис Крюков һәм Владимир Романенко менән низағлаша. Хеҙмәттәшлек өҙөлә. Бынан һуң ансамблдең ауыр көндәре башлана – уҡытыусылар булышлығынан тыш солистарҙың сығыш яһау кимәле төшә. “Ете Симеон”ды етди концерттарға саҡырмай башлайҙар, һөҙөмтәлә сығыштары өсөн гонорар алмайҙар, йыш ҡына бушҡа сығыш яһайҙар.
1987 йылда “Ете Симеон” Японияның Канадзава ҡалаһында гастролдә була, унда уларға Англияның тауыш яҙҙырыу компанияһы менән һәйбәт контракт, сит илдә ҡалырға тәҡдим итәләр. Туғандар шул саҡта уҡ “эйе” тип әйтергә әҙер була, ләкин ҡайһы бер сәбәптәр арҡаһында Японияла ҡала алмайҙар. Үҙ ваҡытында АҠШ илселегенә барып етә алманыҡ, тип һөйләй улар судта. Бер үк ваҡытта әсәләрен һәм һеңлеләрен башҡаса күрә алмаясаҡтар, уларҙы Советтар Союзынан бер ваҡытта ла сығармаясаҡтар. Шулай ҙа КГБ Иркутск бүлексәһенең элекке хеҙмәткәре Вениамин Рогалев 2020 йылда былай тип һөйләй: “Овечкиндар АҠШ илселегендә булған, сәйәси һыйыныу урыны һораған. Илселектә шарттарҙы һәм сәбәптәрҙе асыҡлағас, уларға һыйыныу урыны биреүҙән баш тартҡандар”.
СССР-ға ҡайтҡас, Овечкиндар “сираттар һәм дефицит илендә” башҡаса йәшәргә теләмәй. Әйберҙәрен, шул иҫәптән Япониянан алып ҡайтҡандарын да, һатырға керешәләр. Аҡсаға ҡорал һәм ҡулдан яһалған шартлатҡыстар һатып алына. Дмитрий уларҙың береһен шартлатып ҡарай, һөҙөмтә ысын гранатанан ҡалышмай.
Ғаилә самолетты 1988 йылдың февралендә ҡыуырға йыйына. Ошо уҡ айҙа Овечкиндар Мәскәүгә тиклем осоп, самолет бортына ҡоралды нисегерәк алып инеү уңайлыраҡ икәнен өйрәнә.
Өлкән ҡыҙҙары Людмила был мәлгә кейәүгә сығып айырым йәшәй, шуға күрә ғаиләнең ҡасырға йыйыныуын белмәй ҡала.
Самолетҡа ултырғас
Тикшереү барышында Игорь барыһын да уҡытыусы Владимир Романенкоға япһара, йәнәһе, ул, “Ете Симеон”ды тейешенсә сит илдә генә баһалаясаҡтар, һеҙгә СССР-ҙан китергә кирәк, тип әйткән. В. Романенко судта быны кире ҡаҡҡас, Игорь яла яғыуын тана. Ул шулай уҡ самолетты баҫып алыу идеяһы Олегтыҡы тип белдерә. Әсәләре Нинель идеяны һәр яҡлап хуплай һәм баҫып алыу операцияһына етәкселек итә.
Башта ғаилә 5 мартта осорға әҙерләнә, ләкин Ольга самолетты баҫып алыуҙан баш тарта һәм билдәләнгән көндә өйҙән сығып китә, шунлыҡтан билеттарҙы 8 марттағы рейсҡа алмаштыралар.
8 мартта Овечкиндар ғаиләһе – Нинель һәм уның ун балаһы – Иркутскиҙан Ленинградҡа оса. Самолетҡа ултыртҡанда ҡул йөгө ентекләп тикшерелмәй, был енәйәтселәргә йәшереп бортҡа ике обрез, 100 патрон һәм ҡулдан яһалған шартлатҡыстарҙы алып инергә булышлыҡ итә. Бының өсөн йүнсел Овечкиндар контрабас футлярының формаһын рентген аппаратына һыймаҫлыҡ итеп үҙгәртә. Футляр ике ҡатлы итеп эшләнә, контрабас аҫтына обрездар, шартлатҡыстар һәм патрондар беркетелә. Ләкин уларҙың тырышлығы юҡҡа була. Аэропорттың күпселек хеҙмәткәрҙәре ансамбль ағзаларын йөҙгә танып белә, улар менән ғорурлана, шуға багаждарын тикшереп тормайҙар. Ун бер кешенән торған ғаилә бер ниндәй тотҡарлыҡһыҙ “ТУ-154” бортына күтәрелә. Рәсми версия буйынса ансамбль Ленинградҡа гастролгә оса. Ысынында иһә Очевкиндар Лондонға йыйына.
Самолетта буш урындар күп булғанлыҡтан, Овечкиндар артҡа ултыра. Улар сюардессаларға “Ете Симеон” ансамбленең фотоһүрәтен күрһәтеп, үҙҙәренең артист булыуҙарына ышандыра.
Иркутск – Ҡурған – Ленинград маршруты буйынса рейс тыныс бара. Әммә һауа судноһы Ҡурғанға яғыулыҡ алырға төшкәс, самолеттың бөгөн Төньяҡ баш ҡалаға барып етмәйәсәге беленә. Овечкиндар алдан эшләнгән схема буйынса эш итергә тотона. Самолет Вологда районына ингәс, Василий менән Дмитрий аяҡтарына баҫа, обрез менән янап, пассажирҙарҙы урындарынан тороуҙы тыя. Василий стюардесса Ирина Васильева аша командир Валентин Куприяновҡа яҙыу тапшыра: “Англияға (Лондон) осорға. Түбәнәймәҫкә. Юҡһа, самолетты шартлатабыҙ. Һеҙ беҙҙең күҙәтеү аҫтында”. Башта летчиктар музыканттар шаярталыр тип уйлай. Ләкин өлкән Овечкиндар обрездарын алып пассажирҙарҙы ҡурҡыта башлағас, уларҙың шаяртмауы асыҡлана.
СССР Һауа кодексына ярашлы, самолет экипажының үҙаллы ҡарар ҡабул итергә хоҡуғы бар. Шулай ҙа лайнерҙағы яғыулыҡ запасы яҡындағы фин йәки швед аэродромына барып етергә етмәй. Ҡурғанда самолетҡа яғыулыҡ ҡоялар-ҡойоуын, тик Ленинградҡа етерлек кенә. Хәл тағы ла шуның менән ҡатмарлаша: “ТУ-154” экипажының тәжрибәһе юҡ, сит илдәргә осорға әҙерләнмәгән. Етмәһә, штурмандан башҡа, береһе лә инглизсә белмәй.
Бортинженер Иннокентий Ступаков салонға сығып, Бөйөк Британияға осоу өсөн яғыулыҡтың етерлек булмауын аңлата, террорсыларҙы Финляндия биләмәһендә самолетҡа яғыулыҡ ҡойоу зарурлығына ышандыра ала.
Самолет Финляндия сигендәге Вещево хәрби аэродромына төшә. Пассажирҙарға, самолет Финляндияның Котка ҡалаһына яғыулыҡ алырға төштө, тип иғлан итәләр.
Овечкиндар башта экипажға ышана, ләкин иллюминаторҙан совет һалдаттарын, бензовоздағы русса яҙыуҙарҙы күргәс, алданғандарын аңлайҙар. Террорсылар хәҙер үк осоп китеүҙе талап итә, пассажирҙарҙы үлтереү менән янай, хатта пилоттарҙың кабина ишеген ватырға тырышып ҡарайҙар. Асыуынан шартлай яҙған Дмитрий стюардесса Тамара Жаркаяны атып үлтерә. Милиция майоры И. Власовтың хәтерләүҙәре буйынса, Овечкиндар һөйләшеүҙән баш тарта, һис юғы ҡатын-ҡыҙҙарҙы һәм балаларҙы сығарыуҙы тыя. Террорсыларҙың талап итеүе буйынса самолетҡа яғыулыҡ ҡойола.
Әммә самолет урынынан ҡуҙғалмай. Овечкиндар ультиматум ҡуя: әгәр биш минуттан самолет осмаһа, пассажирҙарҙың көнө бөтәсәк! Судно командиры, самолетты осоу һыҙатына алып барыусы тягач бына-бына килеп етергә тейеш, тип инандыра. Биш, ун, ун биш минут үтә, тягач күренмәй, Овечкиндар ҙа янауҙарын бойомға ашырмай.
Шул арала самолетҡа яғыулыҡ ҡойғанда пилоттарҙың кабинаһына ҡоралланған ике милиционер үтә. Ниһайәт, тягач килеп етә, самолет урынынан ҡуҙғала. Милиционерҙар салонға атлыға.
Овечкиндар ҡорал ҡулланмаҫ, ҡоралһыҙландырыу ауыр булмаҫ, тип уйлағандыр, күрәһең, улар. Ләкин ныҡ яңылышалар. Дыуамал атыш тоҡана. Көтөлмәгән ҡаршылыҡҡа осраған милиционерҙар самолеттың ҡойроғона һуҡырҙарса атырға керешә. Кемгә атҡандарын да уйлап тормайҙар, пулялары Овечкиндарға түгел, ә пассажирҙарға оса. Дүрт пассажир яралана, мөғжизә менән генә һәләк булмайҙар.
Атыш барғанда милиционерҙарға ярҙам килеп етә, улар ҡойроҡтағы люк аша салонға үтә. Овечкиндар ике милиционерҙы яралай (яралар сәләмәтлеккә ҡурҡыныс тыуҙырмай), ләкин патрондары кәмей. Ҡасып ҡотола алмаясаҡтарын төшөнгәс, үҙҙәрен үлтерергә йыйына.
Террорсылар салон буйлап ситлеккә ҡыуып индерелгән йыртҡыстарҙай үрһәләнә. Василий һеңлеһе Ольгаға туғандары Татьянаны, Михаилды, Ульяна һәм Сергейҙы самолеттан сығарырға ҡуша. Нинель үҙ янына дүрт улын: Василий, Дмитрий, Олег һәм Александрҙы йыя. Пассажирҙар уларҙың ни эшләргә теләүен шунда уҡ аңламай. Ул арала Овечкиндар бер-береһе менән хушлаша һәм бомба шартлата. Баҡтиһәң, самолетты баҫып алмаҫ борон уңышһыҙлыҡҡа дусар булһалар, үҙҙәрен атырға һөйләшкәндәр икән. Бер секундтан шартлау яңғырай, Александр ғына үлә. Самолет яна, паника ҡуба, янғын башлана. Ләкин террорсылар башлаған эшен дауам итә. Нинель өлкән улы Василийға үҙен үлтерергә ҡуша, ул бер ниндәй икеләнеүһеҙ әсәһенә ата. Артабан обрез көбәге аҫтына Дмитрий, шунан Олег баҫа. 17 йәшлек Игорь ғүмере менән хушлашырға теләмәй, бәҙрәфкә инеп ҡаса, ағаһы тапһа, ғүмере өҙөләсәген белә. Ләкин Василийҙың эҙләргә мөмкинлеге ҡалмай, ваҡыт ҡыҫа. Олегты үлтергәс, ул үҙенә ата.
Шул уҡ ваҡытта пассажирҙарҙың береһе трап ҡуйылмаған ишекте аса, уттан ҡасып, кешеләр самолеттан ергә һикерергә керешә. Уттан ҡотолалар, ә йәрәхәттәрҙән юҡ. Етмәһә, милиционерҙар улар менән иҫәпләшеп тормай, туҡмай. Аҙаҡ улар, пассажирҙар араһында террорсыларҙың булыуы ихтимал ине, шуға күрә бөтәһен дә ҡулға алдыҡ, тип аҡлана. “Самолетты уратып алған хәрбиҙәр ҡайһы бер пассажирҙарға ергә ятырға ҡушты, ҡулдарына бығау һалды. Бер хәрби, мин уны таный алмайым, ерҙә ятҡан ирҙең арҡаһына атты. Шуны айырым билдәләп үткем килә, милиционерҙар бөтә пассажирҙар ҙа эвакуацияланғас та үҙҙәрен улар менән тупаҫ тотто”, – тип һөйләй һуңынан стюардессаларҙың береһе.
Ҡорбандар һәм зыян
Кискә заложниктарҙы азат итеү операцияһы тамамлана. Терактта экипаждың 8 ағзаһынан һәм 76 пассажирҙан (11 Овечкинды ла индереп) 9 кеше үлә (Очевкиндарҙан 5 кеше, стюардесса һәм 3 пассажир), 19 кеше, шул иҫәптән ике милиционер, яралана. Самолет тулыһынса янып бөтә, зыян – 1,3 миллион һум.
Һөжүм итеү һөҙөмтәһендә килеп тыуған юғалтыуҙар шуның менән аңлатыла: баҫып алыу төркөмө бындай операцияларға әҙер булмаған ябай милиционерҙарҙан тора. Ике төркөм дә террорға ҡаршы операциялар өсөн тәғәйенләнмәгән. Һуңынан асыҡланыуынса, был теракт – улар өсөн беренсе осраҡ. СССР-ҙа бындай хәл-ваҡиғалар өсөн махсус әҙерләнгән “Альфа” төркөмө була. 1983 йылда грузиндарҙың алтын йәштәре төркөмө самолетты сит илгә ҡыуырға ынтылғанда “Альфа”ның аныҡ эш итеүе арҡаһында һөжүм ваҡытында бер пассажир ҙа зыян күрмәй. Әммә ул Мәскәүҙә урынлашҡан, Вещевоға осҡанда һөжүмде милиционерҙар башлай. Элиталы подразделение килеп еткәндә, самолет янып бөтә.
Һөжүмдең уңышһыҙ булыуын ул ваҡытта уҡ таныйҙар. Әйткәндәй, бында милиционерҙар түгел, ә бойороҡ биреүселәр ғәйепле. Әлбиттә, террорсылар менән “Альфа” эш итһә, ҡорбандар аҙыраҡ булыр ине.
1988 йылда КГБ-ның 7-се идаралығы начальнигы урынбаҫары вазифаһын биләгән Геннадий Зайцев 2015 йылда “Контрабаста бомба” тигән документаль фильмда, һөжүмдә ҡатнашҡан баҫып алыу төркөмө һуҡырҙарса эш итте, тип таный. “А” төркөмөнән полковник Олег Балашов та ошо уҡ фекерҙә.
Овечкиндарҙы Выборг зыяратында ерләйҙәр, ҡәберҙәренә исем-шәрифтәре яҙылмай, номерҙар ғына һуғыла.
Хөкөм
Тикшереү ете айға һуҙыла һәм 18 том тәшкил итә. Ольга менән Игорь ғына ҡулға алына, йәштәре буйынса улар ғына енәйәт яуаплылығына тарттырыла ала. Тикшереү ваҡытында икеһе лә Иркутскиға ҡайтарыла, бында улар судты көтә. Башта суд Ленинградта үткәрелергә тейеш була, әммә тикшереү барышында Ольганың ауырлы икәне асыҡлана, бөгөн-иртәгә бала табырға торғанлыҡтан судты Иркутскиҙа үткәрергә хәл итәләр. Һуңғы суд ултырыштарында Ольга күрһәтмәләрҙе ултырған килеш бирә. Суд 1988 йылдың 6 сентябрендә башлана. Судта Ольга самолетты ҡыуып алып китеүгә ҡаршы булдым, һуңғы көнгә тиклем ғаиләне был уйҙарынан баш тартырға өндәнем, тип белдерә. Был осорҙа ул Кавказ егете менән осрашып йөрөй, ағайҙары быға ҡырҡа ҡаршы төшә, сөнки армияла хеҙмәт иткәндә кавказдар уларҙы йәберләй («бабайсылыҡ»). Үҙ сиратында Игорҙан бер нисә тапҡыр, ниңә ағайҙарың менән бергә үҙеңә ҡул һалманың, тип һорайҙар, ләкин ул был һорауға яуап бирә алмай.
Ольга баштан уҡ үҙ ғәйебен таный, ә Игорь иһә ғәйәбен йә таный, йә юҡ, күрһәтмәләрен гел үҙгәртә. 23 сентябрҙә Ольганы 6 йылға иркенән мәхрүм итәләр (РСФСР Енәйәт кодексы бындай осраҡтарҙа 8 йыл һәм унан күберәк талап итә, ләкин суд уның ауырлы булыуын иҫәпкә ала), Игорға һигеҙ йыл бирәләр. Икеһе лә 4,5 йыл ултыра, ваҡытынан алда азат ителәләр. Ольга төрмәлә ҡыҙ бала таба, үлгән апаһы хөрмәтенә уға Лариса тип исем ҡуша. Игорь башта Ангарск бәлиғ булмағандар колонияһында тотола, төрмә хорына ҡушылып уйнай, 18 йәше тулғас, Бозой өлкәндәр колонияһына ебәрелә, унда үҙе ойошторған тынлы оркестрға һәм вокаль-инструменталь ансамблгә етәкселек итә.
Судтан Людмила ғына ҡотолоп ҡала, сөнки кейәүгә сығып Иркутскиҙан Черемхово ҡалаһына күсә. Самолетты баҫып алыу тураһында бер нәмә лә белмәй, етмәһә, улар сығып киткән көндә Иркутскиға туғандары янына килергә йыйына.
Суд Михаил, Сергей, Татьяна һәм Ульянаға мәрхәмәтлек күрһәтә, улар мәктәп-интернатҡа урынлаштырыла. Татьяна менән Ульянаны, өс балаһы булһа ла, Людмила үҙенә ала. Сергей менән Михаил, интернаттары апаһының өйөнә яҡын булғанлыҡтан, күп ваҡыттарын унда үткәрә, аҙаҡ бөтөнләй күсеп киләләр. Ольганың ҡыҙы Лариса тыуғас, Людмила ҙур ҡыйынлыҡ менән уны үҙенә тәрбиәгә ала, сөнки төрмәлә балалар йорто булмай, ҡыҙҙы ярты йыл әсәһе тәрбиәләй, Ольганы Ташкентҡа ебәрергә булғас, сабыйҙы балалар йортона бирергә хәл итәләр.
Тикшереү барышында Овечкиндарҙың бөтә хаттары һәм ансамблдең сығыштары яҙылған пластинкалар тартып алынһа ла, уларҙың йорто һәм ике фатиры үҙҙәренә ҡалдырыла. 2005 йылда иҫән ҡалған Овечкиндар фатирҙарҙы алмаштыра. Ә шәхси йорт ярым емерек хәлдә 2010 йылдар уртаһына тиклем ултыра әле, хәҙер уның урынына ике ҡатлы коттедж һалынған.
Һөмһөҙ, тупаҫ кешеләр
“Овечкиндарҙан миңә Ольга ғына йәл, уның ҡурҡыуҙан үҙенә һыйынған ике баланы ҡосаҡлауы күҙ алдымдан китмәй”, – тип хәтерләй командир Валентин Куприянов.
“Мөләйем һәм энә-ептән сыҡҡан кейемдәр кейгән егеттәр тураһындағы тәүге тәьҫораттар ялған булып сыҡты, – тип һөйләй стюардесса Валентина Николаева. – Һуңынан террорсылар үҙҙәрен йыртҡыстарса тотто. Йөҙө ҡасҡан Олег мине креслоға быраҡтарҙы һәм йөҙөмә обрез төҙәне. Һин беҙҙең менән Финляндияла сығаһың, тине. Минең ҡалтыраныуымды күргәс, көтмәгәндә курткаһын һалып бирҙе. Ярһыған Василий мине “гөрһөлдәтергә” вәғәҙә бирҙе, “бер стюардессаның башына етеүҙәрен” хәбәр итте. Ләкин ул миңә көбәкте терәгәс, Олег атырға юл ҡуйманы. Үҙе заправка менән алдаған бортинженер Ступаковты атырға йыйынды. Уны ҙур ҡыйынлыҡ менән дүндерҙеләр”.
“Овечкиндар насар ойошҡан бандалай, үҙҙәрен баҫҡынсыларса тотто, – тип уртаҡлаша тәьҫораттары менән икенсе пилот Александр Анисимов. – Күрәһең, наҙан кешеләрҙер. Бомбаларҙы насар яһағандар, ишектән тыш, кабинаға инә алманылар, һөжүм алдынан, бүләк көтөп алданған балалар кеүек, истерикаға бирелделәр”.
Күршеләренең Овечкиндарға биргән ҡылыҡһырламаһы: “Был ғаилә башҡа кешеләр менән иҫәпләшмәне, хатта балалар ҙа”; “Улар бер кем менән дә дуҫлашманы”; “Иркәлек, эрелек, кешеләр менән тыныша алмау”; “Әшәкелек, һөмһөҙлөк, ҡатлап-ҡатлап һүгенеү”; “Һай аҡыллылыҡ һәм тупаҫ кешеләр”.
Ҡыйралған яҙмыштар
Судтан һуң властар Людмилаға бөтә ғәм алдында әсәһенән баш тартырға тәҡдим итә, ләкин ул ризалашмай. Амстердамдан бер бизнесмен Людмилаға ҡустыларын һәм һеңлеләрен һәйбәт аҡсаға үҙенә бирергә тәҡдим яһай. Ул ғауғалы “Ете Симеон”ды аяҡҡа баҫтырырға теләй, ләкин Людмила бынан да баш тарта.
Иҫән ҡалған Овечкиндарҙың яҙмышы төрлөсә була.
Игорь менән Ольга азат ителгәс, күпмелер ваҡыт бергә йәшәй. Игорь ресторан һәм кафе оркестрҙарында уйнай, ләкин эскелек менән мауыға, насар компанияға эләгә. Өйләнә, күпмелер ваҡыт Санкт-Петербургта йәшәй. Наркотиктар таратҡаны өсөн ҡулға алына һәм тикшереү изоляторында асыҡланмаған шарттарҙа үлә (камералаштары үлтергән тип баралар). Үлер алдынан “Московский комсомолец” хәбәрсеһе менән әңгәмәләшкәндә Игорь, әсәйем самолетты ҡыуыуға әҙерләнеү тураһында бер нәмә лә белмәне, самолетҡа ултырғас ҡына белде, тип раҫлай.
Сергей күпмелер ваҡыт Игорь менән ресторандарҙа уйнай (үҫкәс саксофонда уйнарға өйрәнә), Людмилала йәшәй. Ул элек өлкән ағайҙары уҡыған Иркутск музыка училищеһына уҡырға инергә өс мәртәбә ынтылып ҡарай, ләкин ректорҙар фамилияһының билдәлелегенә, һәләте булмауына һылтанып, йыл да баш тарта. Уның ҡабырғаһында пуля ҡала, әммә теракттан һуң уны алмайҙар, сөнки организм ваҡыты еткәс үҙе сығарыр, тип иҫәпләй табиптар. Суд коллегияһы психик һәм физик хәлен иҫәпкә ала, шуға күрә унан күрһәтмәләр алмайҙар. Ул ғаиләһен фатирҙарҙы алыштырғанда һуңғы тапҡыр 2005 йылда күрә, үҙенә тейеш аҡса өлөшөн алғас Новосибирскиға сығып китә. 2009 йылда асыҡланмаған шарттарҙа вафат була. Людмила менән Татьяна был хаҡта бер йылдан һуң ғына белә.
Михаил ғына тормошон музыка менән бәйләй, Санкт-Петербургта мәҙәниәт институтында уҡый, джаз коллективтары менән хеҙмәттәшлек итә. 2002 йылда Испанияға күсенә, урамдағы сығыштары менән дан тотҡан “Jinx Jazz Band” коллективында уйнай. Инсульт кисерә, инвалид булып ҡала. Барселона хосписында йәшәй.
Ольга Иркутскиҙа көн итә, баҙарҙа балыҡ һата, эсә. Төрмәнән сыҡҡас, ҡыҙы Ларисаны үҙенә ала, ләкин уны тейешенсә тәрбиәләй алмай, артабан ҡыҙҙы йәнә Людмила баға. Ольганы өйҙәш ире туҡмап үлтерә, улы Василийҙы Людмила ала.
Ульяна 16 йәшендә үк бала таба, күп эсә, бер нисә мәртәбә үҙенә үҙе ҡул һалырға ынтыла. Шундай ынтылыуҙарҙың береһенән һуң машина аҫтына ташланғас, инвалид булып ҡала.
Татьяна кейәүгә сыға, ир бала таба, һуңынан айырыла. 2006 йылда самолетты ҡыуып алып китеүгә арналған “Тикшереүҙе алып барҙылар...” документаль сериалды сығарыуҙа ҡатнаша, 2020 йылда НТВ каналының документаль фильмы өсөн интервью бирә.
* * *
Теракт тураһында бер нисә документаль фильм, шул иҫәптән Овечкиндар ғаиләһе тарихы мотивтары буйынса “Әсәй” тигән нәфис фильм төшөрөлгән. Ҡатнашыусыларҙың исем-шәрифтәре үҙгәртелә: Овечкиндар урынына – Юрьевтар, ансамблдең исеме “Күңелле ғаилә”, балаларҙың һаны кәметелә. Тотош алғанда, кинотаҫманың сюжеты ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Овечкиндар фильмды оҡшатмай. Игорь фильмды төшөрөүселәрҙе судҡа биреү менән янай: “Бер кем дә беҙҙең фекер менән ҡыҙыҡһынманы. Барыһын да гәзиттәрҙән белдек. “Әсәй” авторҙары бер нәмә лә аңламаған”.
Факил МЫРҘАҠАЕВ әҙерләне.