Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
20 Февраль 2025, 13:18

Өфөлә «Йәш белгес – киләсәк төҙөүсеһе» форумы үтте

Унда Башҡортостандың профилле белем биреү учреждениеларында белем алған йәштәр ҡатнашты.

Өфөлә «Йәш белгес – киләсәк төҙөүсеһе» форумы үттеӨфөлә «Йәш белгес – киләсәк төҙөүсеһе» форумы үтте
Өфөлә «Йәш белгес – киләсәк төҙөүсеһе» форумы үтте

Бөгөн Өфөнөң вуз-ара кампусында "Йәш белгес – киләсәк төҙөүсеһе" тип исемләнгән форум үтте. Унда Башҡортостандың профилле белем биреү учреждениеларында белем алған йәштәр ҡатнашты. Сара Рәсәй Төҙөлөш Министрлығы эгидаһы аҫтында үтә, уның маҡсаты-төҙөлөш тармағында квалификациялы кадрҙар составын, эшсе һөнәрҙәрҙең кадрҙар резервын булдырыу, төҙөлөш тармағы, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм сәнәғәт производствоһы һөнәрҙәренең абруйын күтәреү.

Йәштәр форумы майҙансыҡтарының береһендә түңәрәк өҫтәл үткәрелде. Унда Башҡортостандың урта һәм юғары уҡыу йорттары студенттары Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры Вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшовҡа һорауҙар бирә алды.

Түңәрәк өҫтәл туғанлыҡ хисендә үтте. Студенттар бик әүҙем булды. Төрлө һоруҙар бирҙеләр, тәҡдимдәр менән сығыш яһанылар.

 

- Мин, ябай студент булараҡ, республикабыҙҙың киләсәгенә нисек йоғонто яһай алам? Башҡортостаныбыҙ файҙа килтерер үк нимә эшләргә кәрәк?

 

- Әлегә һеҙҙең төп бурыс - уҡырға, белем алырға, шулай ҙа үҙ идеяларығыҙҙы тәҡдим итә, ҡалаларыбыҙға ярҙам итә алаһығыҙ, - тине Артем Ковшов

 

- Төҙөлөш өлкәһендә уңыштарға өлгәшеү өсөн нисә йыл кәрәк?

 

- Барыһы ла һеҙҙән тора. Юл, әлбиттә, еңел булмаясаҡ. Үҙегеҙгә ышанып, һынауҙарға ҡаршы бара алһағыҙ, уңыш киләсәк, – тип белдерҙе ведомство етәксеһе.

 

Шулай уҡ Артем Ковшов студенттарға үҙенең биографияһын һөйләне, ҡыҙыҡлы миҫалдар килтерҙе. Осрашыу аҙағында ведомство етәксеһе студенттарға үҙенең телеграм-каналын ҡалдырҙы. Йәштәр форумының программаллары бик бай, йыл һайын уның барышында төрлө майҙансыҡтар эшләй,  «түңәрәк өҫтәлдәр» үткәрелә, Өфөләге төҙөлөш объекттарына һәм етештереү майҙансыҡтарына экскурсиялар үткәреү ҙә ҡаралған. 

Автор:
Читайте нас