Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
21 Февраль 2025, 05:22

"Шоңҡар"ҙың яңы һаны сыҡты!

Баҫманың был һанында ла дуҫтарыбыҙ мауығып уҡырҙай әҙәби әҫәрҙәр, фәһем бирерҙәй, уйға һалырҙай мәҡәләләр донъя күргән.

"Шоңҡар"ҙың яңы һаны сыҡты!"Шоңҡар"ҙың яңы һаны сыҡты!
"Шоңҡар"ҙың яңы һаны сыҡты!

Баҫманың был һанында ла дуҫтарыбыҙ мауығып уҡырҙай әҙәби әҫәрҙәр, фәһем бирерҙәй, уйға һалырҙай мәҡәләләр донъя күргән.

Журналдың был һанында М. Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры актеры Алмаз Йосопов тураһында "Мин талантлымын, тиергә ярамай..." , Башҡортостан юлдаш телевидениеһының хәбәрсееһе Азат Ғәлиуллиндың хаҡында "Тәүфиҡҡа бәхет эйәрер" тип мәҡәләләр менән танышырһығыҙ. Ә “Самауырҙы йыҡҡансы” рубрикаһына Яныбай Хамматовтың ейәнсәре Алһыу Хамматованы саҡырҙыҡ!

Әҙәбиәт һөйөүселәргә Яныбай Хамматовтың "Хәсрәтле бала саҡ" повесеның дауамын, Рәзилә Ырыҫҡужинаның "Фәрештә" тип исемләнгән юмористик хикәйәһен, Иншар Вәлитовтың шиғри шәлкемдәрен тәҡдим итәбеҙ.

Журналда Ватанды һаҡлаусы егеттәребеҙгә лә айырым урын бүленде. Февраль һанында капитан Зиннур Исиргаков тураһында мәҡәләне уҡырға була.

Бынан тыш журналда файҙалы кәңәштәр, уйланырлыҡ яҙмалар баҫылды. Улар ҙа һеҙгә оҡшар тип ышанабыҙ!

Автор:
Читайте нас