Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
21 Февраль 2025, 04:25

Йылытырмы, юҡмы?

Синоптиктар ял көндәренә һауа торошо тураһында мәғлүмәт бирҙе.

Йылытырмы, юҡмы?Йылытырмы, юҡмы?
Йылытырмы, юҡмы?

Синоптиктар алдағы өс көнгә һауа торошон хәбәр итте. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн яуым-төшөмһөҙ, республиканың көньяғында бер аҙ ҡар яуасаҡ. Ел төньяҡ-көнсығыштан талғын, көндөҙ көньяҡта көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ -8, -13 градус.

Шәмбе, 22 февралдә, республиканың төньяҡ яртыһында яуым-төшөмһөҙ. Ел төньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә -18, -23 градус, аяҙытҡанда -28, көндөҙ -6, -11 градус. Көньяҡ өлөшөндә бер аҙ ҡар, урыны менән уртасаға тиклем, буран, боҙлауыҡ, юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ. Ел төньяҡ-көнсығыштан талғын, көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -13, -18, көндөҙ -4, -9 градус.

Йәкшәмбе, 23 февралдә, бер аҙ ҡар яуыуы, көньяҡ райондарҙа буран сығыуы, боҙлауыҡ булыуы, төньяҡ райондарҙа яуым-төшөмһөҙ булыуы фаразлана. Ел төньяҡ-көнсығыштан талғын, көньяҡтан көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -11, -16 градус, аяҙытҡанда -21-гә тиклем, көндөҙ - 3, -8.

Автор:
Читайте нас