Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Февраль , 09:30

Башҡорттар бер ерҙә лә һынатмай

Егет һүҙе бер була, ти халыҡ. Был фекер бигерәк тә Тыуған иле алдында биргән антына тоғро ҡалып, ғүмерен хәрби хеҙмәткә бағышлаған ир-азаматтарға ҡағыла.

Башҡорттар  бер ерҙә лә  һынатмай
Башҡорттар бер ерҙә лә һынатмай

Егет һүҙе бер була, ти халыҡ. Был фекер бигерәк тә Тыуған иле алдында биргән антына тоғро ҡалып, ғүмерен хәрби хеҙмәткә бағышлаған ир-азаматтарға ҡағыла. Өфө егете, капитан Зиннур Ғәзинур улы ИСИРГАКОВ та шундайҙарҙан.

Иң яҡшы баһа – өлгө булыу

Зиннурҙың тәртипле, йыйнаҡ, таҙалыҡты яратыуы бала сағынан уҡ күренә. Ул донъяға килгәндә әсәһе Зилә Зәйнулла ҡыҙы БДУ студенты була. Сессия мәлендә йәш ғаилә улдарын икеһенең дә тыуған яғы Ғафури районының Юлыҡ ауылында йәшәүсе олатаһы менән өләсәһенә ҡалдыралар. Олатай менән өләсәй тәрбиәһе, ғөмүмән, Зиннур өсөн ыңғай йоғонто яһай. Бала сағының күпселек өлөшө ауылда уҙғас, бесән сабырға ла, утын бысырға ла, баҡсала эшләргә лә өйрәнә. Хеҙмәт аша ҡатҡыллана төшә, белем алыуҙың ҡәҙере арта.
Өфө ҡалаһындағы 48-се һәм М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейҙарында уҡығанда үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәтә Зиннур. Олимпиадаларҙа ҡатнаша. Хеҙмәт дәресе уҡытыусыһы, ата-әсәһенең ауылдашы Йәмил Зәйнетдинов: “Улығыҙ олатаһына оҡшап оҫта ҡуллы”, – тип Зиннурҙы йыш маҡтай. Бала сағынан үҙен төрлө яҡлап үҫтерә, сыныҡтыра. Спортты яратҡан, яҡшы уҡыған егетте каникулдар ваҡытында “Рәсәй гвардия”һы хәрби лагерына бушлай ебәрәләр. Килеү менән аҙ ғына ваҡытта үҙен төрлө сараларҙа күрһәтеп өлгөргән Зиннур бүлек командиры итеп тәғәйенләнә. АК-74 автоматын йыйыу-һүтеү ярышында берәүҙе лә алдына сығармай. Унынсыны тамамлаған үҫмер егет өсөн был һынылыш осоро була. Тап шунда йөрөп ҡайтҡандан һуң, ул үҙен хәрби кеше итеп күрә. Хәрби-патриотик клубҡа йөрөй. Бары һәр яҡтан үҫешкән, белемле, иле, ере халҡы өсөн йәнен аямаған, төрлө мәсьәләләрҙе тыныс, айыҡ аҡыл менән хәл итә белгән, ир-егет кенә хәрби кеше була аласағын аңлай һәм быға етди әҙерләнә.

Рәзинә УРМАНШИНА.

Дауамын "Шоңҡар"ҙың 2-се һанында уҡығыҙ!

Автор:
Читайте нас: