Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Февраль , 11:23

БДИ кәрәкме, юҡмы?

Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыр өсөн район үҙәгенә барырға тип, мәктәп автобусына ултырҙыҡ. Әле кемделер көтәбеҙ, ҡуҙғалмағанбыҙ. Ярты класс уйға батҡан, яртыһы һаман ниҙер ятлай. Ҡапыл тынлыҡты боҙоп, класташ ҡыҙ: — Ана, бер инәй буш биҙрәләр менән килә! Туҡтатығыҙ уны! — тип уҡытыусыбыҙға ҡысҡырҙы.

БДИ кәрәкме, юҡмы?
БДИ кәрәкме, юҡмы?

Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыр өсөн район үҙәгенә барырға тип, мәктәп автобусына ултырҙыҡ. Әле кемделер көтәбеҙ, ҡуҙғалмағанбыҙ. Ярты класс уйға батҡан, яртыһы һаман ниҙер ятлай. Ҡапыл тынлыҡты боҙоп, класташ ҡыҙ:
— Ана, бер инәй буш биҙрәләр менән килә! Туҡтатығыҙ уны! — тип уҡытыусыбыҙға ҡысҡырҙы.
Уҡытыусыбыҙ шунда уҡ автобустан йүгереп төшөп, инәйгә беҙ ҡуҙғалмайынса урынында тик тороуын, юлыбыҙҙы быумауын һораны. Әле уйлаһаң, көлкө һымаҡ. Ә ул ваҡытта имтихан алдынан бөтә ырымдарға ышана инек, белгән доғаларыбыҙҙы эстән ятлай торғайныҡ. Шул тиклем БДИ-нан ҡурҡтыҡ!
Ысынлап та, ун беренсе кластағы имтихандар уҡыусы өсөн генә түгел, ата-әсәгә лә, уҡытыусыларға ла ҙур һынауға әйләнде. БДИ-ны бөтөрөүҙәрен талап итеүселәр һаны артҡандан-арта бара, уның тирәләй йыш ҡына бәхәстәр ҡуба.

“Кем уны уйлап тапҡандыр?..”

Шулай тип уфтанған ата-әсәләрҙе лә, уҡыусыларҙы ла ишеткәнегеҙ барҙыр. Берҙәм дәүләт имтиханына оҡшаш тестар тәүге тапҡыр Францияла ҡулланыла. Үткән быуаттың 60-сы йылдарында илдә төрлө сәбәптәр арҡаһында иммигранттар һаны арта. Уларҙың белем кимәле түбән була. Әммә балаларға белем бирергә, улар өсөн яраҡлашыуҙы еңелләштерер кәрәклеген бер кем инҡар итмәй. Шунлыҡтан имтихандар системаһын ябайлаштыралар. Әммә француздарға был үҙгәрештәр оҡшап етмәй. Улар, яңы система халыҡтың белем кимәлен түбәнәйтә, тип бара. Хөкүмәт тиҙҙән унан баш тартырға мәжбүр була.
Рәсәйҙә БДИ 1997 йылда барлыҡҡа килә: тәжрибә рәүешендә сығарылыш класс уҡыусыларына тест үткәрелә. БДИ-ның авторы —1998 йылдан алып 2004 йылға тиклем Рәсәйҙең мәғариф министры вазифаһын биләгән Владимир Филиппов. Ул илдәге белем биреүҙе үҙгәртеп ҡороуға ныҡлап тотона. Тап Владимир Филиппов Болон системаһын индерә. Әммә яңы система мәктәп уҡыусыларының белемен яңыса баһалауҙы талап итә. Бынан тыш, министрлыҡ алдына юғары уҡыу йорттарында, мәктәптәрҙә коррупцияны юҡ итеү, ауыл уҡыусыларына юғары белем алыу мөмкинлеген асыу бурыстары ла ҡуйыла. Ошо һәм башҡа мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн Берҙәм дәүләт имтихандары индерелә.
Өс йыл дауамында БДИ-ның формаһы, технологияһы, уны ойоштороу буйынса һорауҙар эшкәртелә, уйланыла, рәткә килтерелә. 2001 йылда биш төбәктә — Сыуаш, Марий Эл, Яҡут (Саха) республикаларында, Һамар, Ростов өлкәләрендә уны һынап ҡарау башлана. 2002 йылда инде был тәжрибәгә 16 төбәк ҡушыла. 2008 йылда БДИ-ны бөтә илдә тапшыралар. 2009 йылда, тәжрибә уңышлы үтеүен күҙ уңында тотоп, БДИ Рәсәй уҡыусылары өсөн мотлаҡҡа әйләндерелә. Шул осорҙан алып һәр кем рус теленән, математиканан һәм бер нисә үҙе һайлаған фәндән имтихандар тапшырырға тейеш.

Заһиҙә МУСИНА.

Дауамын "Шоңҡар"ҙың 2-се һанында уҡығыҙ.

 

Автор:
Читайте нас: