Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Февраль , 15:49

“Тәүфиҡҡа бәхет эйәрер”

“Кем генә булмаһын, кеше барыбер һәр ваҡыт ҡасандыр юғалтҡан тәүфиҡ-бәхетен эҙләп йәшәй. Бәхетле булыу өсөн һәр кем аңлы рәүештә үҙ булмышын, тәүфиғын табырға тейеш.

“Тәүфиҡҡа бәхет эйәрер”
“Тәүфиҡҡа бәхет эйәрер”

“Кем генә булмаһын, кеше барыбер һәр ваҡыт ҡасандыр юғалтҡан тәүфиҡ-бәхетен эҙләп йәшәй. Бәхетле булыу өсөн һәр кем аңлы рәүештә үҙ булмышын, тәүфиғын табырға тейеш. Бының өсөн үҙ өҫтөңдә эшләргә, эске күңел торошон булдырырға кәрәк”, – ти Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Яңылыҡтар” хеҙмәте хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин.

– Азат, ҡыҫҡаса үҙеңдең тормош юлың менән таныштырып үтһәң ине!
– Әбйәлил районының Әбйәлил ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкәнмен. Күбәләк ырыуы башҡортомон. Атайым Хәйҙәр Ғәббәс улы сығышы менән Иҫке Балапандан, ә әсәйем Өлфә Әҡсән ҡыҙы – Туйыштан. Йәш ғаилә, йәш белгестәр булараҡ, Әбйәлил ауылына йүнәлтмә буйынса эшкә ебәрелгән. Ошонда ныҡлы төпләнеп, өс ир балаға ғүмер биргән. Илдар һәм Айҙар исемле ағайҙарым бар. Икеһе лә бөгөн матур ғаилә ҡороп, теттереп донъя көтә.
Атайым бар ғүмерен ауыл хужалығына арнаны. Әсәйем медицина өлкәһендә эшләне. Улар әле хаҡлы ялда. Бөгөн дә күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрап, донъя мәшәҡәттәренә сумып йәшәйҙәр. Бала сағым, ауылда балалар баҡсаһы булмағас, йә дауаханала, йә баҫыуҙа үтте. Әсәйем кешеләрҙе, ә атайым техниканы “дауалай” торғайны. Ошо һөнәр эйәләре менән бәләкәй саҡтан аралашып йәшәүем әлеге мәлдә телевизион сюжеттар эшләгәндә ныҡ ярҙам итә.
Иҫ белгәндән актёр булырға хыялландым. Быға Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай Башҡорт дәүләт драма театрына ғашиҡ булыуым сәбәпселер. Үҙемде ошо юҫыҡта тәрбиәләйем тип, мәктәптә уҡытыусыларым (тәүҙә Мәүлиҙә Миһманова, һуңынан Гөлнара Мостафина) етәкләгән драма түңәрәгенә ҙур теләк менән йөрөнөм. Сәхнәгә бик күп спектаклдәр сығарҙыҡ. Төрлө образдар ижад иттек. Әммә яҡты хыялым Өфө сәнғәт институтына биргән имтихандың беренсе турынан уҡ төшөп ҡалыуым менән селпәрәмә килде. Институттан һуң Черниковка биҫтәһенә шаңҡып барып төшөүем әле лә иҫтә. Ҡыҙыулыҡ менән үҙ-үҙемә: “Бынан ары театрға әйләнеп тә ҡарамайым!” – тип һүҙ бирҙем. Шулайтты ти! Бөгөн телевидениела яҡтыртҡан иң яратҡан тармаҡтарҙын береһе – сәнғәт һәм мәҙәниәт. Театрҙарҙан сығышмайым, тиһәң дә була. Бер премьераны ла ҡалдырмаҫҡа тырышам. Алған тәьҫораттар менән социаль селтәрҙәрҙә бүлешәм. Халыҡҡа оҡшай. Ҡабул итә. Актер була алмаһам да, бөгөн мин үҙенә күрә театр тәнҡитсеһе.

Тәнзилә Дәүләтбирҙина әңгәмәләште.

Дауамын "Шоңҡар"ҙың 2-се һанында уҡығыҙ.

Автор:
Читайте нас: