Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Февраль , 14:00

«Ауыр, ләкин бирешмәйбеҙ»

Махсус хәрби операциянан батырҙар әленән-әле ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайталар. Улар араһында Хәйбулла районы Мәмбәт ауылынан «Бай» позывнойлы яугир ҙа бар. Өйҙә уны кәләше Резеда, ҡыҙы һәм улы ҡыуанып ҡаршы алды. Яҡташыбыҙҙың отпускыһы туғандар менән осрашып, ҡунаҡҡа йөрөп, дуҫтар менән күрешеп үтә. Хәҙер ул йәнә үҙ хеҙмәттәштәре эргәһенә юлланды.

«Ауыр, ләкин бирешмәйбеҙ»
«Ауыр, ләкин бирешмәйбеҙ»

Махсус хәрби операциянан батырҙар әленән-әле ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайталар. Улар араһында Хәйбулла районы Мәмбәт ауылынан «Бай» позывнойлы яугир ҙа бар. Өйҙә уны кәләше Резеда, ҡыҙы һәм улы ҡыуанып ҡаршы алды. Яҡташыбыҙҙың отпускыһы туғандар менән осрашып, ҡунаҡҡа йөрөп, дуҫтар менән күрешеп үтә. Хәҙер ул йәнә үҙ хеҙмәттәштәре эргәһенә юлланды.

Сибайҙа сәнғәт училищеһында уҡыған ваҡытта егетте әрмегә саҡыралар һәм ул ракета ғәскәрҙәре һәм артиллерия сафында миномётсы булып намыҫлы хеҙмәт итә. Ҡайтҡас иретеп-йәбештереүсе һөнәрен үҙләштереп, вахта ысулы менән Себерҙә тейәгес машинаһының водителе булып эшләй.
Махсус хәрби операция башланғас, етди ҡарарға килеп, үҙ теләге менән контракт буйынса хеҙмәткә алына. Әлеге ваҡытта ул мино­мёттың өлкән наводчигы.
– Контракт төҙөргәме-юҡмы тигән ҡарарҙы һәр кем үҙаллы ҡабул итергә тейеш. Әгәр МХО-ға барырға теләк булһа, физик яҡтан да, рухи яҡтан да бихисап һынауҙарға ныҡ әҙер булырға кәрәк. Мин хеҙмәт иткән батареяла райондаштарым юҡ, Әбйәлил районынан дуҫ егет бар. Уның менән бергә әллә күпме утты-һыуҙы кистек, Авдеевка өсөн алыштарҙың береһендә ҡамауға эләгеп, төркөмдән икебеҙ генә имен-аман ҡалдыҡ, күптәр яраланды йә һәләк булды. Биш көн буйы ашарға аҙыҡ, эсергә һыу булманы. Көндөҙ ямғыр ҡатыш ҡар яуһа, төндә туңдыра ине. Алтынсы көндә тирә-яҡты томан ҡаплап, ул беҙҙе ҡотҡарҙы. Дрондар “күрмәгәндә” беҙ ҡамауҙан сыға алдыҡ һәм тәүлек ярым үткәс үҙебеҙҙекеләргә килеп еттек, улар беренсе ярҙам күрһәтте, – тип башланы әңгәмәне яугир.
Үҫмер саҡтан мотоциклда йөрөргә өйрәнгән егеткә ике тәгәрмәсле “тимер ат”ты ышанып тапшыралар. Үҙ аҡсаларына һатып алынған ҡиммәтле спорт мотоциклы менән яугир алғы һыҙыҡта боеприпастар ташыған.
– Бөтә хәрби заданиелар ҙа хәүефле. Ҡурҡыу тойғоһо булһа ла, тәү сиратта ғаиләңде, Тыуған ил алдындағы бурыс барлығын иҫкә төшөрөп, бар ихтыярыңды бер йоҙроҡҡа төйнәп, ут аҫтында тотолған алғы һыҙыҡҡа сығабыҙ. Бер нисә тапҡыр яраланып, өс контузия алдым. Мотоцикл менән хәрби задание үтәгәндә минең яғыма артиллерия менән дә һөжүм иттеләр, пулемётсылар ҙа аттылар. Базаға килеп еткән ерҙә генә артымдан эҙәрлекләгән дрон снаряд ташлап, ауыр йәрәхәттәр алдым, – тип һөйләне яҡташыбыҙ.
«Бай» хеҙмәт иткән подразделениела хәрби тәртип булдырылған, яугир­ҙарыбыҙ иһә, һәр ваҡыт­тағыса, бер-береһе­нә ярҙам итеп, туғандай булып, ҡулдан килгәнсә бер-береһен һаҡлап-ҡурсалап хеҙмәт итә. Украинала нацистарға, дошмандарға, уларҙың баштан аяҡ ҡоралланған хәрби көстәренә ҡаршы көрәштә ғүмерен аямай көрәшә улар. Эйе, ҡайһы ғына яҡташыбыҙҙы алма, улар берҙәмлектә көс булыуын онотмай. Командирҙар ҙа Башҡортостан егеттәренең ҡыйыулығына, берҙәмлегенә һоҡлана. Беҙҙең һалдаттар иһә тылдағыларҙың ярҙамын да тоя.
– Әлеге ваҡытта хәрби лагерҙа ашханала яҡшы туҡланыу ойошторолған. Хәйбулланан посылка ебәрҙеләр, гуманитар ярҙам ебәреүселәргә оло рәхмәтемде белдерәм. Әлбиттә, алғы һыҙыҡта хәлдәр төрлөсә була. Махсус хәрби операция биләмәһендә беҙҙең егеттәр – ысын геройҙар. Улар илебеҙ өсөн генә түгел, һәр беребеҙ өсөн көрәшә. Һуғыш уйын түгел. Ауыр, ләкин бирешмәйбеҙ, – тине «Бай».
Яугир барлыҡ ватандаштарыбыҙ кеүек донъяның тыныс, ил күгенең аяҙ булыуын теләй. Беҙ ҙә уға ҡушылып иң изге теләктәребеҙҙе генә юллайбыҙ һәм барлыҡ яҡташтарыбыҙҙың имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.

Раян Атанбаев.

Автор:
Читайте нас: