Бөгөн "Шоңҡар" журналы ир-егеттәре ҡатын-ҡыҙҙарҙы етеп килгән 8 Март байрамы менән ҡотланы. Улар гүзәл заттарға сәскәләр тапшырҙы, бәхет, һаулыҡ һәм ижади уңыштар теләне. Сәй табыны артында һөйләшеүҙәр, аралашыуҙар, йырҙар йырлау менән үрелеп барған байрам иң йылы хистәр ҡалдырҙы.
Хөрмәтле гүзәл заттар! Тәбиғәт уянған мәлгә тап килгән байрам тик яҡты иҫтәлектәр генә ҡалдырһын. Барығыҙҙы ла етеп килгән байрам менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!
*****
Аңлап бөтәлмаҫлыҡ сергә эйә
Кем икән ул ошо ҡатын-ҡыҙ?
Улар өләсәйҙәр, инәй, әсәй,
Апай, һеңле, килен, шаян ҡыҙ!
Кәрәк саҡта улар тормошоноң
Дилбегәһен ала ҡулына,
Һөйгән йәрен, балаларын яҡлап
Ҡаршы баҫа яман яуына.
Парлап ҡорған ғәзиз ояһында
Ғаиләлә донъя тотҡаһы!
Ил хәстәрен иңдәренә алған
Бөгөн гүзәл заттың яртыһы!
Иман нуры булып балҡып тора
Күңелдәре нурлы ҡатындар!
Һеҙҙә бер ҡасан да сисеп булмаҫ
Мәңге аңлап бөтмәҫ серҙәр бар…
Ҡатын-ҡыҙҙар наҙлы һүҙҙәр менән
Әсир итә ала донъяны..
Ҡатын-ҡыҙ янында тормош йәмле,
Ҡотло итә ҡорған ояны!
Шатлыҡ уйнап торһон йөҙөгөҙҙә,
Мөләйем, һөйөклө ҡатындар!
Ҡатын-ҡыҙҙар мәңге сиселмәҫлек
Серле йомғаҡ булып ҡалһындар!
Фәүзиә Ҡотлогилдина – АЛТЫНБИКӘ