Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Март , 12:36

8 Март - Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән!

Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар! Һеҙҙе ысын күңелдән 8 Март байрамы менән ҡотлайбыҙ һәм иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!

8 Март - Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән!
8 Март - Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән!

Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар! Һеҙҙе яҙҙың тәүге байрамы – 8 Март Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән тәбрикләйбеҙ. Ҡатын-ҡыҙ – ул тулы бер донъя, уның күңеленә мөхәббәт тә, гүзәллек тә, йомшаҡлыҡ та, иң көслө Әсә хистәре лә, ғаилә усағы йылыһы ла һыйған.

Бөгөн ҡатын-ҡызҙарҙың күпселеге эш менән мәшғүл. Ул балалар ҙа үҫтерә, йортто ла ҡарай – уны яҡты һәм йылы итә, өҫтәүенә, карьера яһай һәм ошо мең төрлө мәшәҡәттәргә сумып ҡалмайса, үҙенең нәзәҡәтлелеген дә һаклай белә. Быларҙы бары тик ҡатын-ҡыҙ ғына булдыра ала.

Һеҙҙең тормошоғоҙ яҡшылыҡ һәм яҡтылыҡ, мөхәббәт, яҡындарығыҙҙың күңел йылыһы һәм иғтибары менән тулып, йөҙҙәрегеҙ йылмайыуҙан яҡтырып, нурҙар сәсеп торһа ине!

Ҡотло булһын байрамығыҙ!

Автор:
Читайте нас: