+7 °С
Болотло
Синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошо тураһында һөйләне. Дүшәмбе, 10 мартта, төндә ҡар, урыны менән буран, юлдарҙа ҡар һырынтылары, көндөҙ бер аҙ епшек ҡар яуа. Айырым райондарҙа боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар йәбешеүе, юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, төндә урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -3, -8 градус, көндөҙ +2, -3. Шишәмбе, 11 мартта, төндә урыны менән бер аҙ ҡар яуа, көндөҙ яуым-төшөмһөҙ. Ел көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -5, -10 градус, көндөҙ - 2, +3.